Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡтың тормошон яҡшыртыу — төп маҡсат
Халыҡтың тормошон яҡшыртыу — төп маҡсат “Мишкә торлаҡ-коммуналь хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тарихы 1933 йылға барып тоташа. Ул саҡта Мишкә ауылында республикала беренселәрҙән булып район торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошторола һәм бер нисә торлаҡ йортто, мунсаны һәм сәс киҫтереү урынын хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, үтә ябай һәм мөмкинлектәре сикле була уның. Һәр хәлдә районда торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың оло юлы шулай башлана.

Йылдар дауамында әлеге предприятие төрлө үҙгәрештәр кисереп, үҙенең йәшәүгә һәлә­тен раҫлай. 2007 йылда ул “Миш­кә торлаҡ-коммуналь хужа­лығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булараҡ формалаша. Предприятие район үҙәге хал­ҡын йы­лылыҡ, электр энергияһы һәм һыу менән тәьмин итә, тыш­ҡы яҡтыртыу селтәрҙәрен ҡарап то­ра, шулай уҡ төҙөлөшкә бәйле бурыстарҙы үтәй. Нәҡ ундағы хеҙ­мәткәрҙәрҙең тынғыһыҙ эше һөҙөмтәһендә йорттарҙан йы­лы­лыҡ һәм яҡтылыҡ, кран­дар­ҙан һыу өҙөлмәй. Тор­лаҡ-коммуналь хужалыҡ һәр саҡ көйлө эшләһен, хәүефле хәлдәр тыумаһын өсөн пред­прия­тие коллективы ең һыҙ­ғанып тырыша. Инженерлыҡ сел­­тәрҙәрендә һәм комму­ни­кацияларҙы йүнәтеүгә һәм тәр­типтә тотоуға, файҙаланыу ҡа­ғи­ҙәләрен теүәл үтәүгә талап ҡаты. Предприятие, мәҫәлән, 25 километр оҙонлоҡтағы һыу торбаларын, 111,2 километрлыҡ электр тапшырыу линияларын, ете километр тәшкил иткән йы­лылыҡ селтәрҙәрен хеҙ­мәт­лән­дерә. Ғөмүмән, ҡеүәте 7,380 мең кВт булған ҡырҡҡа яҡын трансформатор улар ҡарамағында. Ҡышҡы осорҙа дөйөм майҙаны утыҙ мең квадрат метрҙан ашыу булған 28 күп фатирлы йортто йылылыҡ менән тәьмин итәләр. Бында социаль-мәҙәни биналар ҙа өҫтәлә. Күренеүенсә, пред­приятиеның эшмәкәрлеге күп тармаҡлы һәм халыҡтың йәшә­йе­шен тәьмин иткән төп объект­тар менән бәйле. Шуны бил­дәләү урынлы: матди-техник база һәр ерҙәге кеүек иҫкергән булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы йыл­дарҙа төбәктә етди авариялар күҙәтелмәгән, сөнки йылытыу миҙгеленә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫалар. Әйтәйек, ағымдағы йылда һыу селтәрҙәрен яңыр­тыуға — 18,8 мең һум, һыу туп­лағысты төҙөкләндереүгә 74 мең һум аҡса тотонолған. Йәнә 370 метрлыҡ һыу селтәрен алыштырыу бурысы тора.
Халыҡтың тормошон яҡшыртыу — төп маҡсатЙылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында электр линияларын төҙөк­ләндереүгә айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелә. Быйыл 1,53 километр оҙонлоҡтағы иҫкергән линияны яңыртҡандар. Ауыл­дың Дубки биҫтәһендәге яңы йорттар электрға тоташ­ты­рыл­ған. Әле Орсаев, Заһитов, Фәт­хинуров, Белов урамдарында электр селтәрҙәре киңәйтелә. Яҡтыртыу Мишкә ауыл Советы менән килешеү нигеҙендә ғә­мәлгә ашырыла.
Предприятие эшсәндәре үҙәк ҡаҙанлыҡ хужалығын яуаплы осорға тулыһынса әҙерләп ҡуй­ған. Йылылыҡ трассаларында ла эш ҡыҙыу бара. Иҫкергән сел­тәрҙәр полипропилен изоляция­лы заманса торбаларға алыш­тырыла. Был эш алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк. Предприятие етәкселеге торлаҡ-коммуналь хужалыҡты заманса технологиялар иҫәбенә яңыр­тыуға ҙур тырышлыҡ һәм финанс сығымдары йүнәлтә.
Предприятие төҙөлөштәр ҙә алып бара. Был йәһәттән ғорур­ланып һөйләрлек уңыштары бар. Мәҫәлән, Мишкә райо­ны­ның Ҡарманай ауылында — газ бүлгес, Староваськинола һәм Ҡариҙел районының Берҙәш һәм Байҡы ауылдарында газ үткәргестәр һуҙғандар.
— Хәҙер ауыл халҡы ла ҡа­лалағы кеүек уңайлыҡтарға ынтыла. Шуға бәйле коммуналь хеҙ­мәттәргә ихтыяж да, талаптар ҙа үҫә, — тип һөйләй “Мишкә торлаҡ-коммуналь хужалығы” предприятиеһы ди­ректоры Ра­уил Әлимов. — Эшебеҙҙе бөгөн­гө талаптар юғарылығында баш­ҡа­рырға тырышабыҙ. Тө­ҙөлөштә һәм төҙөк­ләндереүҙә заманса технологияларҙы һәм юғары сифатлы материалдарҙы ғына файҙаланабыҙ. Һәр кемдән эште еренә еткереп башҡарыу, теүәллек һәм яуаплылыҡ талап ителә.
Рауил Әйүп улы Мишкә райо­нында тыуып үҫкән. Өфө дәү­ләт нефть-техник институтын та­мамлағандан һуң хеҙмәт юлын тыуған ере менән бәйләгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта мастерҙан алып директорғаса күтәрелгән. Яҡташтарының тормош-көнкүрешен заманса итеүгә ынтылышы уға етәкселек эшендә көс һәм ҡеүәт өҫтәй. “Етәксенән уңдыҡ”, — тиҙәр коллективта уның тураһында.
Предприятиела 43 кеше мәш­ғүл. Һәр кем күңел һалып тырыша. Мастерҙар Фәдис Ниғ­мәтуллин, Радик Ғәлиәс­кәров, Константин Бикмурзин, үҙәк ҡаҙанлыҡ операторҙары Валерий Имаев, Алексей Саляев, Александр Байрамов, слесарь Анатолий Ибаев, электр менән иретеп йәбештереүсе Ринат Яфасов, экскаватор машинисы Тимерхан Сабиров, электр мон­терҙары Аркадий Саптиев, Виталий Әхмәҙиев, машинист Ни­колай Изергин кеүек бул­дыҡлылар данлай коллективты. Предприятиеның эшмә­кәрлеген заманса һәм һөҙөмтәле ойош­тороуға һәр ҡайһыһы үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498