Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшебеҙ илде данлай
Эшебеҙ илде данлай Авиация сәнәғәте үҫешендә Башҡортостандың өлөшө тос
Ошо көндәрҙә Мәскәү янындағы Жуковский ҡалаһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “МАКС-2015” халыҡ-ара авиация-йыһан салонында булды һәм экспозицияны, шул иҫәптән Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм “Берләштерелгән двигатель эшләү корпорацияһы” стендтарын ҡарап сыҡты. Сара барышында ул “Берләштерелгән двигатель эшләү корпорацияһы” һәм “Рәсәй вертолеттары” йәмғиәттәренең генераль директорҙары Александр Артюхов һәм Александр Михеев менән дә осрашты.

— Ҙур авиация ойошмалары, йыһан өлкәһе предприятиелары етәкселәре менән бөгөн күп осра­шыуҙар булды. Уларҙың барыһында ла Баш­ҡортостан предприятиеларын өҫтәмә эш менән тәьмин итеү, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, яңы техниканы үҙләштереү, бер нисә производствоны яңыртыу хаҡында һүҙ барҙы, — тине Рөстәм Хә­митов. — Күргәҙмәгә ҡарағанда, авиа­двига­телдәр, вертолеттар эшләүгә Башҡортостандың тос өлөш индереүе асыҡ күренә. Өфө моторҙар эшләү бе­рек­мәһе хәрби авиация двигателдәре сығара. Агре­гат предприятиелары иһә самолет дви­га­телдәре өсөн агрегат етештерә. Күмертауҙағы вертолет заводы, авиация конструкторлыҡ бюролары эшләй. Уларҙың барыһы ла рес­пуб­лика­быҙҙағы сәнәғәт машиналары эшләү тармағының ҡеүәтен тәшкил итә.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, Башҡорт­ос­тан­дағы машиналар эшләү комплексы тиҙҙән әүҙем­лә­шә­сәк, сөнки уның продукцияһына авиация сә­нәғәтендә ихтыяж ҙур. Бынан тыш, ҡайһы бер сит илдәрҙә лә “Ка-226” вертолеттарын йыйыу предприятиелары асылыуы ихтимал. Күмертау авиация предприятиеһының мөмкинлектәренә килгәндә, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл унда сәнәғәт етештереүе күләме 8-10 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк, йәғни былтырғы күрһәткестән 2-2,5 тапҡырға юғарыраҡ буласаҡ.
— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе лә уңышҡа өлгәшә. Предприятиела эш динамикаһы, бынан 4-5 йыл элек­ке күрһәткестәр менән сағыштырғанда, бөтөнләй үҙгәрҙе. 2010 йылда етештереү күләме 17 миллиард һум булһа, бөгөн — 50 миллиард һумдан ашыу, — тине республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, уңыштың сере — коллективта тәжрибәле белгестәр эшләүендә, инновациялы асыштарҙы ғәмәлгә индереүҙә.
— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе кеүек предприятиелар, ҡеүәтле авиация, авиадвигателдәр сәнәғәте булғанда, Рәсәй донъялағы инженерлыҡ асыштары, инженерлыҡ технологиялары өлкәһендә лайыҡлы урын биләйәсәк, тип ышанам. Бөгөн был айырыуса мөһим, — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 598

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 313

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498