Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ямғыр, яу, яу, Ҡулсатырым бар, бар!
Ямғыр, яу, яу,  Ҡулсатырым бар, бар! Көҙ – ямғырҙарға бай осор, әммә яҡшы ҡулсатырың булғанда был миҙгелдең һәр көнө – мөғжизәгә, яуым-төшөмдәре һоҡланғыс күренешкә әйләнеүе мөмкин.

Кибеттә ҡул­са­тыр һайлағанда ту­ҡымаһының нисек тарттырып һәм ни­мә­ләр ярҙамында ны­ғытып ҡуйы­лы­уына иғтибар итегеҙ. Әгәр махсус ҡалпаҡтар менән икән, бик яҡшы, ептәр генә булһа – сифатһыҙ. Каркасының нимәнән яһалыуы ла мөһим. Арасалары – титан ялатылған тутыҡмай торған ҡоростан, остары углепластиктан эшләнгән ҡулсатыр бик оҙаҡ хеҙмәт итәсәк, елдә лә әйләнеп сыҡмаясаҡ.
Ямғыр ваҡытындағы “тоғро дуҫ”тың көмбәҙе ниндәй туҡыманан булыуын ҡарағыҙ. Ғәҙәттә, атлас йә ебәккә оҡшатып, полиэстерҙан йә ябай нейлондан тегәләр. Ҡыйбатлы ҡулсатырҙың көмбәҙенә мамыҡ ҡушылған була.
Ҡулсатырҙы еүеш са­ғында йыйырға ярамай, уны тәүҙә ярым асыҡ килеш киптерәләр. Тотошлай асып ҡуй­ғанда уның ту­ҡы­ма­­һының тар­ты­лыуы, һуҙылыуы мөмкин. Ҡара ҡул­сатырҙың төҫө һар­ғайыуын тойһағыҙ, уны ҡара сәй ярҙамында таҙалап була. Быс­рағын, саңын ебәк, синтетика йә йөн әйберҙәрҙе йыуыу өсөн ҡулланылған махсус химик ҡатнашма менән бөтөрәләр. Ҡулсатырҙы төҫөн яңыртыу өсөн тәүҙә һыуҙа йыуалар, һуңынан бер литр һыуға ике аш ҡалағы һеркә һалынған иҙмә менән һөртәләр, киптерәләр.
Төҫөнә, формаһына килгәндә, ҡулсатырҙы һәр кем үҙ ихтыяжынан сығып һайлай. Ҙур тотҡалы, таяҡ кеүек ҡулсатырҙар бик зауыҡлы күренһә лә, көндәлек өсөн бәләкәйерәктәре уңай. Аксессуарҙың сумка, аяҡ кейеме менән бер төҫтәрәген һайларға тырышығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840