Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көндәлектә булһын тик “5”тәр!
Көндәлектә булһын тик “5”тәр! Бер нисә көндән яңы уҡыу йылына аяҡ баҫасаҡбыҙ. Өс ай дауамында һағындырып өлгөргән белем усаҡтары шат малай һәм ҡыҙҙарҙың гөрләүе менән тулыр, ҡыңғырау, дәрес әҙерләү кеүек төшөнсәләр ҙә яңыса һулыш алыр.
Һис шикһеҙ, уҡыу йылы баланан ғына түгел, ата-әсәнән дә етди иғтибар, тырышлыҡ талап итә. Уның ҡарауы, кем генә “бишле” билдәләрен алып, һәр эште ваҡытында башҡарып, көләс күңел менән белем эстәргә хыялланмай! Йыйылыштан балаң өсөн ҡыҙарып түгел, ғорурланып ҡайтыу ни тора?! Уҡыусы яҡшы өлгәшһен өсөн ни эшләргә? Уға ярҙам итеү тәжрибәле репетиторҙы һәм Интернеттан тейешле докладты табып биреү генә түгел әле.


Һүҙлек запасын байы­тығыҙ,
донъяға ҡарашын киңәйтегеҙ.


Баланы үҙ фекерен асыҡ белде­рергә өйрәтегеҙ. Йәнһүрәт йә фильм ҡарағандан һуң, уның йөкмәткеһе хаҡында һорашығыҙ, бәләкәстең көнө нисек үтеүе менән ҡыҙыҡ­һынығыҙ. Башҡаларға шәхси фекереңде аныҡ еткереү – һәр һөнәр эйәһе өсөн мөһим һәм күркәм һыҙат.
Эш күплегенә һылтанып, балағыҙ биргән һорауҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Яуапты белмәгән осраҡта уны энциклопедиянан бергәләп эҙләгеҙ – махсус әҙәбиәтте файҙаланырға өйрәтегеҙ.
Уҡыусыны китапханаларға йышыраҡ йөрө­төгөҙ. Заманса техниканан, Интернеттан ғына түгел, кәрәкле белешмәләрҙән, китаптарҙан да мәғлүмәт туплау мөм­кинлеген күрһәтегеҙ.
Балағыҙ менән бергә шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәр уҡығыҙ, йырлағыҙ. Китаптар хаҡында ҡыҫҡаса һөйләтегеҙ, оҡшаған өлөшөн һүрәт итеп төшөртөгөҙ.

Мәктәп хәлдәре хаҡында һорашығыҙ.

Класс, мәктәп тормошо менән даими ҡыҙыҡ­һынып тороу баланың яҡшы өлгә­шеүенә булышлыҡ итә. Уҡыусының өйгә эшен тулы һәм ваҡытында әҙерләүен күҙәтеп тороғоҙ, әммә быны “уҫал һаҡсы” һымаҡ түгел, ышаныслы, яғымлы мөнә­сәбәттә башҡарығыҙ.
Балаға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышығыҙ, насар билдәләре өсөн әрләү генә өлгәшеү кимәлен арттырмаҫ. Кире­һенсә, “икеле” алыуҙың сәбәбен, ниндәй фән нисек бирелеүе хаҡында һорашығыҙ, тырышлыҡтың күп еңеүҙәргә илтеүен дә аңына һеңдерегеҙ.

Уҡыусының эш урынын хәстәрләгеҙ.

Дәрес әҙерләү, яҙыныу, һыҙыныу өсөн тәғәйенләнгән мөйөш яҡты, уңайлы, таҙа булырға тейеш. Көн режимын төҙөп, ялға ла, эшкә лә ҡулай ваҡыт бүлергә өйрәтегеҙ.

Дөрөҫ туҡландырығыҙ.

Организмдың тейешле матдәләрҙе алыу-алмауы мейегә ныҡ тәьҫир итә. Шуға күрә баланың туҡланыу рәүешенә етди иғтибар бүлегеҙ. Заман балалары яратҡан “фаст-фуд” йәш организм өсөн ҙур зыян килтерә, шуға газлы һыу, гамбургер, чипсыларҙы күп ҡулланыуҙы тыйығыҙ. Мейенең эшмәкәрлеге өсөн В төркөмөнә ҡараған витаминдар файҙалы, йәғни сәтләүек, балыҡ, ит, ҡарабойҙай, йәшелсә-емеш ҡулланыу кәңәш ителә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513