Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Салатымдан ауыҙ итегеҙ!”
“Салатымдан  ауыҙ итегеҙ!” Уңған хужабикәләрҙең өҫтәле ҡыш уртаһында ла йәшелсәнән, төрлө емеш-еләктән әҙерләнгән тәмле­кәстәрҙән һығылып тора. Йәйҙең генә түгел, көҙҙөң дә һәр минуты алтынға бәрәбәр: файҙалы, үҙенсәлекле салаттар, ҡайнатмалар эшләп өлгөр генә!

Йәшелсә салаты

Ингредиенттары: Болгар боросо – 1 кг, помидор – 1,5 кг, кәбеҫтә – 0,5 кг, тоҙ – 2 аш ҡалағы, башлы һуған – 0,5 кг, һеркә – 2 сәй ҡалағы, кишер – 0,5 кг, шәкәр – 1 стакан, үҫемлек майы – 1 йә 1,5 стакан.
Әҙерләү: Помидорҙы – эре итеп, болгар боросон – һалам кеүек, һуғанды ярым балдаҡҡа оҡшатып ту­рай­быҙ. Кишерҙе эре ҡырғыс аша ҡырабыҙ, кәбеҫтәне турайбыҙ. Ошоларҙың ба­рыһын бергә ҡушып, май, тоҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ. 30 минут дауамында беше­рәбеҙ һәм һуңында ғына һеркә һалабыҙ. Салатты эҫе көйөнсә генә стерилле банкаларға тултырып, яҡшы итеп ябып ҡуябыҙ.
Болгар
боросонан салат


Ингредиенттары: Бол­гар боросо – 1 кг, кишер – 200 г, башлы һуған – 100 г, һыу – 0,5 литр, томат соусы – 0,5 литр, шәкәр – 50 г, тоҙ – 30 г, бешкән дөгө – 1 стакан.
Әҙерләү: Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һу­ғанды балдаҡ рәүешендә ту­рап, майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Бо­росто таҙартып, һалам ке­үек итеп турайбыҙ. Ошо­лар­ҙы бергә ҡушып, бешереп, эҫе сағында уҡ бан­ка­ларға тултырып, яба­быҙ.

“Ералаш”
салаты


Ингредиенттары: баклажан, башлы һуған, болгар боросо, помидор – һәр бе­реһе 10, һарымһаҡ – 5 бүлем, 70 процентлы һер­кә – 1 сәй ҡалағы, еҫһеҙ үҫем­лек майы – 200 мл, тоҙ – 2 аш ҡалағы, шәкәр – 4 аш ҡалағы, әсе борос – 1-2 ҡуҙаҡ.
Әҙерләү: Баклажанды 1 см ҡалынлыҡта дүңгә­ләкләп ҡырҡабыҙ, тышын айырмайынса тоҙло һыуға һалып ҡайнатабыҙ, һу­ңынан һарҡытабыҙ. Болгар боросон – һалам, әсе борос менән һуғанды балдаҡ рәүешендә турайбыҙ. Һа­рым­һаҡты иҙәбеҙ, поми­дорҙы ла ваҡлайбыҙ. Барыһын бергә ҡушып, май, шәкәр, тоҙ һалып, 40 минут дауамында бешерәбеҙ. Әҙер булырҙан 10 минут алда һеркә өҫтәйбеҙ. Банкаларға һалып, стери­лизацияһыҙ ҙа ябырға мөмкин. Һуңынан 5-6 сәғәт ҡаплаулы урында тотабыҙ.


“Пикантный”
салаты


Ингредиенттары: әсе алма – 0,5 кг, кишер – 2 кг, керән – 100-150 г. Тоҙлама өсөн 1 литр һыуға 3 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ кәрәк булыр.
Әҙерләү: Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, алманы һаламға оҡшатып йә эре итеп турайбыҙ, керәнде ит үткәргестә борабыҙ. Ошоларҙы бергә болғап, әҙер банкаларға һалабыҙ һәм өҫтәренә тоҙлама ҡоябыҙ. Стерилләгәс, нығытып ябабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509