Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылмайып-көлөп кенә
Хужаның күркәһе
Хужа Насретдин баҙарҙа тутыйғош һатыусыны осратып, унан:
– Был нимә? – тип һораған.
– Тутыйғош, – тип яуап биргәндәр уға.
– Ул нисә һум тора?
– Илле һум, – тигән һатыусы.
Хужа бер һүҙ әйтмәй, өйөнә ҡайтып күркәһен баҙарға алып килгән.
– Биш йөҙ һум, – тигән Хужа Насретдин.
– Һин аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә! Күркә биш йөҙ һум тора тиме ни?
Хужа тутыйғош һатыусыға күрһәтеп:
– Ана, ул шундай бәләкәй генә ҡошҡа илле һум һорай, һеҙ уға бер нәмә лә әйтмәйһегеҙ бит. Һарыҡ тиклем күркәгә биш йөҙ һум һораған өсөн мине ғәйепләйһегеҙ. Минең күркәм унан утыҙ тапҡырға ҙурыраҡ түгелме ни?
– Ул тутыйғош бит! Кеше кеүек һөйләшә.
Хужа Насретдин, үҙенең отолоуын һиҙеп:
– Булһа ни, тутыйғош һөйләшә, ә был бер нәмә лә һөйләшмәй. Һеҙ бит белергә тейешһегеҙ: һүҙ әйтеү – көмөш, ә өндәшмәү – алтын, – тигән.

Аҡса яратыу
Хужа Насретдин менән һаран кеше араһында бәхәс сыҡҡан. Оҙаҡ һүҙ көрәштергәндәр, бәхәсләшкәндәр, аҙаҡ теге һаран Хужа Насретдинға:
– Һин нимә генә әйтмә, әммә аҡса шундай насар нәмә ул, уны бөтә кеше лә ярата. Хатта һин уны үҙең дә яратаһың, – тигән.
– Бик дөрөҫ, – тигән Хужа Насретдин, – ләкин минең яратыуым һинең яратыуыңа оҡшамаған. Мин булған аҡсаларымды һинең кеүек ҡомһоҙ кешенән бәйһеҙ иткәне өсөн яратам.

Ишәккә бер һум
Хужа Насретдиндың ишәге юғалған. Әгәр ҙә табылһа, күңелемде тынысландырыр өсөн, уны бер һумға һатасаҡмын, тип ант иткән.
Ике көндән һуң ишәк табылған. Кешеләр уға:
– Йәки һин иртәгә үк ишәгеңде баҙарҙа бер һумға һатырға тейешһең, йә беҙ һине, үҙ антыңда тормай торған кеше тип, халыҡ алдында хур итәсәкбеҙ, – тигәндәр.
Хужа быны ишетеп, ҡыйын хәлдә ҡалған – инде ни эшләргә? Ул, оҙаҡ уйлағандан һуң, бесәйҙе ишәктең һыртына бәйләп ултыртҡан да баҙарға киткән.
– Ишәкте һатаһыңмы? – тип һорайҙар унан.
– Ишәкте бер һумға һатам, ә бесәйҙе – йөҙ һумға. Ләкин айырым һатмайым, – тигән Хужа.

Иртәгә
Хужа бер сауҙагәргә бурысҡа ингән. Күпме генә тырышмаһын, күпме генә эшләмәһен, ләкин уны түләй алмаған. Сауҙагәр аҡсаға килгән һайын:
– Бөгөн аҡсам юҡ, иртәгә килерһең, – тип ебәрә икән.
Сауҙагәр тағы ла килгән, әммә Хужаны өйҙә осрата алмаған. Шунда йөрөгән Хужаның малайынан:
– Атайың бурысын түләйме, юҡмы? – тип һораған.
– Ә ниңә түләмәһен? Атайымдың һүҙенән кире ҡайтмауын бөтә донъя белә. Тик хәҙер уның эше бик һәйбәт түгел.
– Түләр, түләр! – тип асыуланған сауҙагәр. – Ҡасан?
– Күрәһеңме, ихаталағы бынау ҡара ташты? – тигән Хужаның малайы. – Уның өҫтөндә ҡасан сәскә үҫер, шул ваҡытта аҡсаға килерһең.
Сауҙагәр Хужаны ла, уның малайын да һүккән дә ҡайтып киткән. Тиҙҙән Хужа Насретдин ҡайтып ингән. Улы атаһына бөтәһен һөйләп биргән дә үҙенән өҫтәп:
– Хәҙер һин тыныс була алаһың: был таш өҫтөндә бер ҡасан да сәскә үҫмәйәсәк, тимәк, сауҙагәр ҙә аҡсаға килмәйәсәк, – тигән.
Хужа бер аҙ уйланып торғандан һуң:
– Юҡҡа ғына һин шундай теүәл ваҡыт билдәләгәнһең. Уйламағанда ғына бер көндә таш өҫтөнә сәскә үҫеп ҡуйыуы бар. Ул саҡ сауҙагәрҙең килерен көт тә тор. Ә ул аҡсаны ҡайҙан алырбыҙ? Шундай осраҡта: “Иртәгә кил”, – тип әйтеү яҡшыраҡ, сөнки был донъяла күпме көн, шул тиклем иртәгәһе ла бар, – тигән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518