Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Киләсәгебеҙ – уҡытыусылар ҡулында”
“Киләсәгебеҙ – уҡытыусылар ҡулында” Был һүҙҙәр көнүҙәклеген юғалтмай
Йылдағыса, яңы уҡыу йылы алдынан республиканың педагогик йәмәғәтселеге ҡорға йыйылды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, мөһим сараны быйыл Нефтекама ҡабул итте. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары, мәғариф тармағы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Улар көндөң тәүге яртыһында республиканың алдынғы белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегенә арналған күргәҙмәне ҡараны, яңы ғилми-методик әҙәбиәт менән танышты, биш майҙансыҡта уҡытыуҙың төрлө йүнәлешенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Пленар ултырышта иһә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнде.
“Киләсәгебеҙ – уҡытыусылар ҡулында”“Берҙәм асыҡ белем биреү даирәһе” исеме аҫтында уҙған ҡор мәғарифтың барлыҡ мәсьәләләрен үҙ эсенә алды. Мәҫәлән, “Уҡытыуҙың асыҡлығын һәм сифатын тәьмин итеү: шарттар, өҫтөнлөктәр һәм бурыстар” тигән темаға һөйләшеү Нефтекаманың 1-се лицейында ойошторолдо. Заманса мәғариф учреждениеһы киләһе йылда 25 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә ул ҙур конкурстарҙа еңеү яулап, республикала киң танылыу алды. Мәҫәлән, Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә уҙғарылған “Электрон мәктәп” I мәғариф форумында тәүге урындарҙы алды, былтыр илдең “Иң яҡшы 100 лицейы” исемлегенә инде. Уҡыу йортонда ғилем туплағандарҙың барыһы ла белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Лицей коллективы ҡунаҡтарҙы үҙҙәрендәге заманса эшмәкәрлек алымдары, электрон дәреслектәр ҡулланыу, һәләтле балалар менән махсус шөғөлләнеү ысулдары һәм башҡалар менән таныштырҙы, проекттарын күрһәтте. Улар йыйған роботтар, һөйләшеү барышында яһаған тәжрибәләр, виртуаль сәйәхәт һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Киләсәгебеҙ – уҡытыусылар ҡулында”Башҡа майҙансыҡтарҙағы фекер алышыуҙар ҙа ошоға оҡшаш форматта үтте. Әйтәйек, ҡаланың 1-се гимназияһында “Мәктәп – белемде тәрәнәйтеү, балаларға хоҡуҡи һәм патриотик тәрбиә биреү, мөмкинлектәрен бойомға ашырыу урыны” тигән темаға һөйләшеү ойошторолдо. Был уҡыу йорто ла бай тәжрибәгә эйә, ҡаҙаныштары өлгө алырлыҡ. Унда һәләтле балалар менән эшләү үҙәге бар, шулай уҡ “Һөнәргә юл” тигән ҡала проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ҡунаҡтар бында интерактив кабинет менән ҡыҙыҡһынып танышты, уҡыусыларҙың ҡалалағы һыу ятҡылығында биологик тикшеренеүҙәр үткәреүен онлайн режимында күҙәтте.
Башҡорт гимназияһында эшләгән өсөнсө проект майҙансығында иһә “Берҙәм белем биреү даирәһен һаҡлау – республикала сифатлы белем алыу нигеҙе” тигән теманы ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, мәктәп-интернат директорҙары бергәләп тикшерҙе. Улар шулай уҡ электрон дәреслектәр ҡулланыу, туған телде уҡытыу, шәжәрәләр төҙөү тәжрибәһе менән яҡындан танышты. Гимназия коллективы һәм уҡыусылары үҙҙәренең төрлө йүнәлештәге тикшеренеү эштәре хаҡында һөйләне, мәктәп театрында шөғөлләнгәндәрҙең ижад өлгөләрен күрһәтте.
Нефтекама машиналар эшләү колледжында ойошторолған дүртенсе майҙансыҡта республиканың махсус урта һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәре һөнәри белем биреү мәсьәләләре буйынса көнүҙәк проблемаларҙы тикшерҙе. Ә ҡаланың махсус (коррекцион) мәктәп-интернатында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы уҡытыу даирәһен камиллаштырыу мәсьәләләре өйрәнелде. Был учреждение туплаған бай тәжрибә ентекле фекер алышыу өсөн ныҡлы нигеҙ булды. 1985 йылда асылған мәктәптә 56 педагог физик һәм психик кәмселеге булған 196 балаға белем бирә. Төп бурыстары – тәрбиәләнеүселәрҙе тормошҡа яраҡлаштырыу, хеҙмәткә күнектереү. V – IX класс уҡыусылары баҡса ҡарау, сәскә үҫтереүҙән башлап, штукатур-маляр, аяҡ кейеме йүнәтеүсе, тегенсе, парикмахер һөнәрҙәрен үҙләштерә, ағастан һырлау серҙәренә өйрәнә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та, был мәктәп-интернат менән яҡындан танышып, кәңәшмәнең пленар ултырышында уның тәжрибәһен ыңғай баһаланы. Рөстәм Зәки улы сығышында шулай уҡ республиканың мәғариф өлкәһендә башҡарылған башҡа эштәргә байҡау яһаны, тармаҡтағы көнүҙәк проблемаларҙы билдәләне. Артабан Башҡортостан Башлығы республика конкурстарында еңеү яулаған һәм финалға сыҡҡан уҡытыусыларҙы бүләкләне.
Мәғариф министры Әлфис Ғаязов иһә яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләләренә туҡталды, хәл ителергә тейешле бурыстарҙы билдәләне.
– Кәңәшмә йәнле, файҙалы булды, – тине ул сара һуңында. – Был йәһәттән Нефтекама ҡалаһы хакимиәте етәкселегенә, сараны әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм. Тәжрибә уртаҡлашыу менән бер рәттән, башҡарылғандарға йомғаҡ яһаныҡ, яңы маҡсаттар билдәләнек. Хәҙер ең һыҙғанып эшләргә ҡала.




Владислав КИЛДЕЙӘРОВ, Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙең барыһы ла көнүҙәк булды. Республика Башлығы билдәләгән бурыстар тәү сиратта мәғариф хеҙмәткәрҙәренә ҡағылһа ла, уларҙы бергәләп тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Киләсәк быуындың яҙмышы өсөн барыбыҙ ҙа яуаплы.

Юлай СИРАЖЕТДИНОВ, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
– Нефтекамалағы уҡыу йорттарының ҡаҙа­ныштары хаҡында күптән хәбәрҙар инек. Уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу бик файҙалы булды. Әлбиттә, ҡала һәм ауыл мәктәптәрен туранан-тура сағыштырып булмай, шулай ҙа үҙебеҙ өсөн күп яңылыҡ алдыҡ, уларҙы эшебеҙҙә мотлаҡ ҡулланасаҡбыҙ.

Лилиә ШӘЙХЕТДИНОВА, Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжының директор урын­баҫары:
– Һөнәрҙәштәр менән көндәлек эшмәкәрлектең мөһим мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү, тәж­рибә уртаҡлашыу, әлбиттә, бик файҙалы булды. Кәңәшмә беҙгә яңылыҡтар менән танышырға мөм­кинлек бирҙе. Эшеңде башҡаларҙыҡы менән сағыш­тырып өйрәнеү, әлбиттә, бөгөнгө талаптарҙан тайпылмаҫҡа ныҡлы нигеҙ булып тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840