Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙгә булдыҡһыҙҙар кәрәкмәй!
Республика Башлығы һәр кемгә ҡарата талап ҡаты буласағын иҫкәртте
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2015 йылдың тәүге яртыһындағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, территориаль һәм федераль дәүләт власы органдары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, ойошма һәм предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.

– Сит илдәр беҙгә ҡарата санкциялар ҡабул иткән, донъя баҙарында нефттең хаҡы төшкән осорҙа үҫешкә өлгәшеүе еңел түгел, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. – Бөгөн төп маҡсатыбыҙ – насар күрһәткестәргә юл ҡуймау. Шуға ла ил етәкселеге лә, республика Хөкүмәте лә иҡтисадыбыҙҙы нығытыу йәһәтенән саралар күрә.
Республика Башлығы ҡайһы бер һандарҙы атап үтте. Мәҫәлән, төбәктә торлаҡ төҙөү буйынса алға китеш бар – былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 14 процентҡа күберәк йорт сафҡа ингән. Инвестиция йәлеп итеү буйынса ла ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтә күҙәтелә. Ошо йылдың тәүге яртыһында республика бюджетына 83 миллиард һум самаһы килем ингән, был иһә уҙған йылдағыға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк.
Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер проблемалар хаҡында борсолоп һөйләне. Атап әйткәндә, тулайым төбәк продукты 4,5 процентҡа кәмегән, сәнәғәт үҫеше ни бары 0,3 процент тәшкил итә. Ауыл хужалығы тауарҙары әйләнеше иһә 2,5 процентҡа кәмегән. Тышҡы тауар әйләнешенең 45 процентҡа аҙайыуы ла хафаға һала.
Республика халҡының һатып алыу мөмкинлеге хөртәйә бара. Был уртаса эш хаҡының 10 про­центҡа кәмеүенә бәйлелер. Шулай уҡ эшһеҙҙәр һаны буйынса рәсми күрһәткес 11 процентҡа артҡан.
Бындай кире күренештәр төбәктәге демографик хәлгә лә йоғонто яһай: тыуым ике процентҡа кәмеһә, үлем алты процентҡа артҡан. Республиканан ситкә китеүселәр ҙә ике меңдән ашып киткән.
– Бындай ҡатмарлы шарттарҙа республика иҡтисадының тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыу – төп бурыс, – тине Рөстәм Хәмитов. – Үҫеш нөктәләрен эҙләргә, шул уҡ ваҡытта сығымдарҙы ҡыҫҡартыу эшен дә туҡтатмаҫҡа кәрәк. Быға бәйле хәл беҙҙә әлегә шәптән түгел. Ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу йәһәтенән юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкинлеге булған тармаҡтарҙа булдыҡлылыҡ етмәй.
Республика Башлығы әйтеүенсә, эске һәм тыш­ҡы баҙарҙар өсөн көрәш буйынса маҡсатҡа яраш­лы эш алып барыу шарт. Предприятиеларҙың халыҡ мәнфәғәтендә эшләүен талап итеү йәһәтенән дә әүҙемлек кәрәклеге билдәләнде.
– 10, 15, 20 йылдан Башҡортостаныбыҙҙы ниндәйерәк итеп күрергә теләйбеҙ? Нимә иҫәбенә республика йылдамыраҡ үҫә һәм башҡа тө­бәк­тәрҙән уңышлыраҡ эшләй ала? – тип төп маҡсаттарға иғтибар йүнәлтте Рөстәм Зәки улы. – Беҙ һәр йәһәттән конкурентлыҡ һәләтенә эйә бу­лырға тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ху­жалығындағы хәл шәп тип булмай. Етешһеҙлектәр ҙур түгел, әммә бар. Мәҫәлән, һыйыр малдары кәмей — былтырғы менән сағыштырғанда 10 мең башты юғалтҡанбыҙ. Аҙыҡ-түлеккә килгәндә, он, ит ярымфабрикаттары әҙерләү – 25, ит һәм субпродукттар етештереү – 20, колбаса эшләү 15 процентҡа кәмегән. Импортты алмаштырыуға ихтыяж ғәйәт ҙур, шул уҡ ваҡытта беҙ ауыл хужалығы етештереүендә артҡа тәгәрәйбеҙ. Был йәһәттән ярайһы уҡ күп һорау тыуа, шул иҫәптән тармаҡҡа идара иткән кешеләргә лә. Яуаплылыҡты берәү ҙә ғәмәлдән сығармаған!
Эйе, Башҡортостан етәксеһе тарафынан агросәнәғәт комплексына айырыуса ныҡ эләкте. Уның ҡушыуы буйынса ураҡ эштәре, тармаҡтағы хәлде яйға һалыу барышы етди күҙәтеләсәк. Ауыл хужалығындағы етештереүҙең ҡайһы бер йүнәлештәре буйынса кадрҙарға бәйле яңы ҡарарҙар ҡабул ителеүе лә ихтимал.
– Беҙгә зыянға эшләгән дәүләт унитар предприятиелары кәрәкмәй! Әле бында беҙ кәңәшләшкән ике сәғәт эсендә лә ундай ойошмалар бер нисә миллион һумлыҡ зыян килтереп өлгөргәндер, – тине Рөстәм Хәмитов. – Зиһенде йыйырға, уйланылған үҫеш программалары тәҡдим итергә бер аҙ ваҡыт бирәм. Бурыс үтәлмәһә, хушығыҙ! Миңә лә, республикабыҙ халҡына ла насар һөҙөмтәләр кәрәкмәй. Конкурентлы мөхит, предприятиеларҙың яҡшы эшләүе мөһим. Ҙур агрохолдингтар, ошо өлкәлә бөтөнләй икенсе иҡтисад кәрәк. Баҫымды инвесторға яһаясаҡбыҙ, уға ярҙам итәсәкбеҙ.
Башҡортостан Башлығы урындағы бизнес вәкилдәрен ғәрләндереп, сәмләндереп алырға ла булды, ахырыһы.
– Ауыл хужалығындағы ҙур эшҡыуарҙарыбыҙ ҡайҙа? Рафиҡовтан (Ауырғазы районындағы “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе), Соколовтан (Саҡмағош районындағы “Базы” кооперативы рәйесе) һәм ҡайһы бер башҡа компанияларҙан тыш, ундайҙар бик аҙ. Был өлкә вәкилдәре синыф булараҡ юҡҡа сыҡҡанмы ни? – тине ул. – Биләмәләребеҙҙә, нигеҙҙә, бүтән төбәктәрҙән килгән кешеләр эшләй. Инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән был, бәлки, яҡшылыр ҙа, әммә ул күләм дә “тауыҡ көлөрлөк” бит.
Төрлө ведомство етәкселәре, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау тармағындағы түрәләр, хакимиәт башлыҡтары ла үҙ эшендәге етешһеҙлектәр өсөн ҡаты шелтәләнде, аныҡ талаптар, иҫкәртеүҙәр ишетте. Сығышы аҙағында Рөстәм Зәки улы барыһына ла шәхси яуаплылыҡ тойғоһон онотмаҫҡа кәңәш итте.
– Саммиттар үтте, тарихта ҡалды. Беҙгә иртә­гәгә ҡарап, 3 – 5 йылды күҙаллап эшләргә кәрәк, – тине ул. – Тынысланырға ярамай, тырышлыҡ, көс һаласаҡбыҙ, сөнки был бурыстарҙы беҙҙән башҡа берәү ҙә үтәмәйәсәк. Төп тезис бына ошо. Һәр кеше үҙ урынында “Мин булмаһам, кем эшләр?” тигән тойғо кисерергә тейеш. Бөгөн дәүләттән мөмкин булмағанды талап итмәгеҙ. “Мәсьәләне хәл итеү өсөн мин нимә эшләнем? Ниндәй аҙымдарҙы файҙаландым? Бөтә мөмкинлекте тулыһынса ҡулландыммы?” тигән һорауҙар ҡуйығыҙ үҙегеҙгә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509