Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында бүтәнсә тәрбиәләйҙәр
“Армия — тормош мәктәбе”. Шулай ти торғайныҡ заманында. Ҡайһы бер шуғыраҡ егеттәр “ҡойроғон” да өҫтәп ҡуйҙы: армия — һәйбәт тормош мәктәбе, ләкин уны ситтән тороп тамамлау хәйерлерәк. Кемгә нисек булғандыр, әммә мин ваҡытында хеҙмәт итеп ҡайтҡаныма һис үкенмәйем. Бөтә төр физик, әхлаҡи ауырлыҡтар “бабайлыҡ”, хәрби хеҙмәттә генә була торған тәртип-тәртипһеҙлектәре, үҙ-ара дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре (ундай эскерһеҙ дуҫлыҡты башҡа бер ҡайҙа ла күрмәнем), шатлыҡ-һөйөнөстәре, мәҙәк хәлдәре менән армия күңелдә ғүмерҙә лә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
Тормош мәктәбенә килгәндә, халыҡ әйтмешләй, ҡырҡ ата, ҡырҡ инә балаһын бер һүҙле, бер тәртипкә буйһонған итеп тәрбиәләү, ай-һай, офицерҙарҙан күп көс талап иткән. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был сағында уставтан тыш ҡағиҙәләр, алымдар ҙа кәрәккәндер, тим. Минеңсә, төрлө мәҙәк хәлдәр ҙә (ул саҡта һис ҡыҙыҡ түгел ине) ошо тәрбиә эшендә үҙенсә булышҡан. Шуға ла сержанттарҙың күп ҡылығын офицерҙар күрмәмешкә һалышты. Әлбиттә, һуғышыу, кешелек сифаттарынан көлөү һәм башҡа шундай кире күренештәрҙән тыш. Ҡалғаны иһә үҙһүҙле, “гражданка”лағы тәкәбберлегенән арына алмаған егеттәрҙе ысын ир, ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләү өсөн кәрәккәндер ҙә, тим хәҙер.
Бөгөн мәҙәк булып тойолған, ләкин ваҡытында фәһемле бер нисә ваҡиғаны иҫкә төшөрөп китке килә.

Ҡомло кеҫәләр

Ҡулын гелән кеҫәһенә тығып, ситкә ҡарап һыҙғырып йөрөүсе бик эре егет була торғайны. “Гражданка”ла эшһеҙ йөрөгән, аяҡтары ни етте шуны типкеләп осорған кино геройын хәтерләтә ине ул. Куйбышев (бөгөнгө Һамар) өлкәһендә урынлашҡан Рощинский (“Черноречье”) ҡаласығында БМП (пехота хәрби машинаһы) механик-водителенә уҡыған сағыбыҙ. Әлеге егеткә бер тапҡыр иҫкәрмә яһайҙар, ике, өс... Кем әйтмешләй, әйткәндәрҙе ҡолағына ла элмәй. Ә “учебка”ла көндөҙ генә офицерҙар “хужа”, төн иһә сержанттарға ҡала. Аптырағас, теге егеттең барлыҡ кеҫәһенә ҡом тултырып, үҙенән тектереп ҡуйҙылар. Иртәнге зарядкала ла шулай йүгерҙе был, ашханаға ла, полигонға ла шулай барҙы. Рота командиры Афғанстандан ҡайтҡан белорус егете капитан Хаткеич ине. Ул был хәлде күрмәмеш булды. Аҙна үткәс, теге егет нарядтарын үтеп сыҡты, кеҫәләрен бушатып, әлеге ҡомо менән бәҙрәф иҙәненең плитәләрен ышҡып таҙартҡас, ҡулы менән кеҫәһен ҡапшап та ҡараманы.
Бөгөн уйлайым да, егеттән көлөү булғанмы был, әллә тәрбиәләү маҡсаты ошо аҙымға барырға мәжбүр иткәнме, тигән һорау тыуа. Моғайын, бүтән сараһы булмағандыр...

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә

Һис йәшерене-батырыны юҡ, “гражданка”нан килгәс, армияла ашау етмәй. Берәүҙәргә аҙ тойола, икенселәре хәрби тәртипкә күнә алмай, өсөнсөләренә төшкө ашҡа бүленгән ваҡыт наҡыҫ. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр эләккәндә тиҙерәк “тығынып” ҡалырға тырыша. Ә бына бер егет улай эшләмәй торғайны. Ул ашхананан йәшереп кенә икмәк, шәкәр алып сыға ла отбойҙан һуң кетер-кетер шуларҙы кимерә. Быны бер тоттолар — иҫкәрмә яһанылар, өс саҡрымға йүгерттеләр. Хәл ҡабатланды. Икенсегә тоттолар. Файҙаһы юҡ. Өсөнсөгә кеҫәһенә икмәк һынығы һалып ашхананан сыҡҡас, сержанттар түҙмәне. Береһе ашхананан буханка икмәк алып сыҡты ла саф алдында тегегә ашап бөтөргә ҡушты. Егетебеҙ илай. Шулай ҙа яртыһын ашай алды.
Әлбиттә, ҡалғанын ашап бөтә алмаған ул. Беҙ күрмәнек, сөнки ул сержанттар ҡарамағында икмәк сәйнәп ҡалды, беҙ уның белдекһеҙлеге өсөн биш километр марш-бросок яһаныҡ, төшкө аштан һуңғы ваҡытыбыҙҙы ла “файҙалы” үткәрҙек...
Хәҙер уйлап ҡарағыҙ инде егеттәрҙең әлеге “икмәк ашаусы”ға ҡарашын. Әлбиттә, ғәфү үтенеүен-үтенде. Унан да бигерәк, беҙ башҡаса уның икмәк ҡыҫтырып сығыуын күрмәнек...

Төпсөк һайын — соҡор

Сафта тәмәке тартыусылар ҙа була торғайны. Устарының “ҡыуышы”на йәшерәләр ҙә плацта торғанда шым ғына көйрәтә бирәләр. Башҡа ерҙә лә шул уҡ хәл. Сержанттар әллә ни иғтибар итмәнеме, был яҡлап тәртип ҡаҡшабыраҡ тора ине. Бәлки, һалдат өсөн тәмәке көйрәтеү үҙенсә күңел тыныслығы ла биргәндер, йыуаныс булғандыр. Шулай ҙа полк тиклем полк теҙелгән саҡта төтөн борҡотоу — сиктең сиге. Был хәлде батальон командиры күреп йөрөгән, әммә кәйефе һәйбәт саҡҡа эләккән егеттәребеҙ.
Ләкин ҡапҡан һайын ҡалъя булмай. Бер көндө сафтан һуң беҙҙең ротаға урында ҡалырға ҡуштылар. Сәбәбе — әлеге тәмәке. “Биш минут ваҡыт бирәбеҙ, сапер көрәктәре алып, танкодромға (күнекмәләр үткәреү полигоны) — марш-бросок”, — тигән команда яңғыраны. Әлбиттә, яңы ғына көйрәтеп ташланған тәмәке төпсөктәрен дә үҙебеҙ менән алып.
Шулай итеп, йөҙҙән ашыу курсант полигонға йүгерҙе. Сержанттар беҙгә һәр төпсөк өсөн ике метр киңлектә, шунса уҡ оҙонлоҡта һәм тәрәнлектә соҡор ҡаҙырға ҡушты. Ваҡыт — ике сәғәт. Тырыштыҡ. Тирләнек. Һүгендек. Төпсөктәрҙе күмдек. Тәре ҡаҙаныҡ. “Здесь похоронен “бычок” Смирнова”, — тип яҙҙыҡ. Ҡайтыр яҡҡа тағы марш-бросок яһаныҡ.
Уның ҡарауы, аҙаҡ ярамаған урында тәмәке тартырға теләүселәрҙе үҙебеҙ үк тыя башланыҡ. Хәҙер шуны уйлайым: йәмәғәт урындарында көйрәтергә ярамай тип әллә күпме закон сыға, штрафтар менән ҡурҡыталар. Файҙаһы юҡ. Эх, мәйтәм, беҙҙең “учебка”лағы комбат менән сержанттарҙы ғына килтерергә ине. Тартыусыларҙың иманын уҡытырҙар ине, валлаһи...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519