Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа һин, ҡыҙым?
Ҡайҙа һин, ҡыҙым? – 29 йәшлек Ғәлиә ҡыҙым Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында ҡуртымға фатир алып йәшәне, —тип һүҙен башланы Рәшиҙә Нотфулла ҡыҙы. — Ғәлиә магазинда һатыусы ине. 2004 йылдың 21 июлендә, эш урынына килмәгәс, хужаһы улыма шылтыратып, Ғәлиәнең эшкә сыҡмағанлығын хәбәр иткән. Сәғит апаһының фатирына барған, тик ишекте асыусы булмаған. Апаһын эҙләп тә тапмағас, улым полицияға, беҙгә Ғәлиәнең юғалғанлығын хәбәр итте. Ҡыҙыбыҙҙы эҙләнек, теле­визорҙан да иғлан иттеләр. Беренсе каналдағы “Көт мине” тапшырыуына ла мөрәжәғәт иттек. Күрәҙәселәрҙә лә булдыҡ, “Иҫән!” — тинеләр. Тырышып эҙ­ләү һөҙөмтә бирмәне. Ҡыҙым­дың юғалғанына ун йыл ваҡыт үтте. Бөгөнгә ҡәҙәр ғәзиземде көтәм. Бер көн ишек асылып китер ҙә: “Әсәй! Мин ҡайттым!” — тип Ғәлиәм тупһанан атлап керер кеүек…
Рәшиҙә Әминева Ҡыйғы райо­нының Абзай ауылында ун балалы ғаиләлә тыуған. Тормош юлын барлап, үҙе түбәндә­геләрҙе һөйләне:
– Бәләкәйҙән мөғәллимә бу­лырға хыялландым, теләгем­де тормошҡа ашырыу өсөн тырышып уҡыным. Шуға, Абзай урта мәктәбен тамамлағас, Өфөгә кил­дем. Артабан мине Ҡый­ғы районының Иҫке Мөхә­мәт урта мәктәбенә эшкә ебәр­ҙеләр. Шунда 41 йыл балаларҙы математиканан уҡыттым.
– Мөхәббәтегеҙ тарихын да иҫкә алайыҡ әле.
– Мөхәмәттә көткән ул мине. Бында эшкә килгәс, кистәрен клубҡа кисәләргә сыға инек бит. Шунан ҡайтҡанда Флорид мине оҙата ҡайтты.
– Әүәл уҡытыусының дәрә­жәһе ҙур ине, барыһы ла мөғәл­лимдәрҙе хөрмәт итте. Рәшиҙә үҙе һылыу ҡыҙ булыуы өҫтөнә, уҡытыусы ла. Мин уға тәүге күреүҙән үк ғашиҡ булдым. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, Абзайға ҡайтып никах уҡыттыҡ, Хоҙай рөхсәтен алып, ғаилә ҡорҙоҡ. Туйҙы ла ата-әсәләребеҙ ҙурҙан үткәрҙе. Өсәр көн байрам иттек. Хәләл ефетем менән өс бала үҫтерҙек. Олоһо Ғәлиә 1975 йылда донъяға ауаз һалды, Сәғит – 1977 йылғы, төпсөгөбөҙ Данил 1986 йылда тыуҙы, — тип һүҙгә ҡушылды Флорид Әлтәф улы. – Сәғит Златоуст ҡала­һын­да төпләнде, “тимер ат” йөрөтә. Тормош юлдашы Гөлнара менән ул үҫтерәләр. Данил – ағаһы янында. Юғары уҡыу йортон тамамлаһа ла, водитель булып эшләй. Ғә­лиә ҡыҙыбыҙ ғына сәсе­беҙҙе ағартты. Бик ышаныусан ине балам. Яҙмышмы, яңы­лышмы, уның менән нимә булғанын бер Хоҙай ғына белә. Һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты шул. Йәшлегендә ҡыҙым Салауат ҡалаһында иҡтисадсыға уҡы­ғайны. Унан йәнәштәге Иб­рай ауылы егете Фуат Камил улына кейәүгә сыҡты, өс балалары тыуҙы. 14 йыл элек тормош юлдашы баҡыйлыҡҡа күскәс, балаларын Ғәлиә бер үҙе тәрбиәләне.
– Хәҙер ейәнсәрҙәрегеҙ ҡай­ҙа?
– Гүзәлиә Өфөлә уҡый, – тип яуапланы Рәшиҙә Нотфулла ҡыҙы. – Әлиәбеҙ — туғыҙынсы класта. Бала бик аҡыллы, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, тағы Үрге Ҡыйғыға йөрөп музыка мәктәбен дә тамамланы. Район үҙәгенә Әлиәне аҙнаға бер мәртәбә Флорид йөрөттө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 18 йәшлек Гөлсинәбеҙ ауырый. Фуат менән Ғәлиәнең ҡандары тура килмәгән. Бала гипотериоз тигән яман сиргә һабышты, ете йәшендә көскә атлап китте, әммә әлегәсә һөйләшә алмай. Фуат кейәүҙең апаһы Анжела Сәғи­това Гөлсинәне өйҙә уҡыта.
2004 йылдан бирле Ғәлиәнең өс балаһын да ҡарайбыҙ. Хужалығыбыҙҙа ике һыйыр, ике быҙау, ҡаҙ-тауыҡ аҫрайбыҙ. Йәйҙәрен ер еләге, ҡарағат, ҡара миләш, алма йыйып Үрге Ҡыйғы, Силәбе өлкәһенең Межевой магазиндарына алып барып һатабыҙ. Йортобоҙға “зәңгәр яғыулыҡ” кергән.
– Ғәлиәнең юғалған мәле тураһында ентекләберәк һөйлә­геҙ әле.
– Ғәлиә, ире үлгәс, бер аҙ беҙҙең менән йәшәне лә, эш булмағас, Златоуст ҡалаһына сығып китте, ике энеһе шунда көн күрә бит. Шунда шәхси магазинға һатыусы булып эшкә керҙе. Аҙаҡ ҡалаға үҙе менән Гүзәлиәне лә алып китте. Гөлсинә менән Әлиә ауылда беҙҙең менән ҡалды. Ҡыҙым ҡуртымға фатир алып торҙо. Гүзәлиә мәктәпкә йөрөнө, йәйге ялда Иҫке Мөхәмәттә йәшәне.
2004 йылдың 20 июлендә Ғәлиә Гөлсинәнең тыуған көнөнә ауылға ҡайтырға тейеш ине. Уны көттөк, тик ҡыҙым балаһының шатлыҡлы көнөнә килмәне.
– Эҙләү саралары үткәрел­деме?
– Полиция эҙләгәндер, бәлки, әле лә эш ябылмағандыр, улар­ҙан хәбәр булманы. Златоустың үҙ телевидениеһы бар, бер тапшырыуҙа Ғәлиәнең юғалы­уын хәбәр иттеләр.
Халыҡта “Күрәҙәсегә барма, башыңа ҡайғы алма” тигән әйтем бар. Төрлө им-томсоға ышанғаным булманы. Был донъяла беҙҙе нимә көткәне билдәле түгел. Ҡасан үләсәгебеҙҙе лә, ғүмеребеҙҙең нисек буласағын да белмәйбеҙ. Әммә оло ҡайғы килгәс, ауыр хәлгә юлыҡҡас, юғалып ҡалдыҡ. Ҡайҙа барып бәрелергә, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәгәнлектән, һуңғы сараға мөрәжәғәт иттек — күрәҙәселәргә барҙыҡ. Уларға өмөтләндек. Хәҙер инандым: күрәҙәселәр – алдаҡсы. Бары тик Аллаһ Тәғәлә генә кеше­ләрҙең яҙмышын, алдағыһын белә.
Ғәлиә юғалғас, Златоуст ҡалаһының уртаһында эш бүлмәһе булған күрәҙәсегә барҙыҡ. Ул ҡатын миңә: “Ҡыҙың иҫән. Уға күҙ тейгән, шуны алырға, таҙартырға кәрәк. Биш мең торасаҡ был хеҙмәт. Күҙ тейеүҙән өшкөртмәһәң, уға насар буласаҡ!” — тине. Башҡаһына барҙыҡ, уныһы ла: “Иҫән!” — тине.
Хәтеремдә, бер мәл Ғәлиә менән Карл Маркс урамындағы баҙарға сыҡҡайныҡ. Шунда ҡы­ҙым, һауыт-һаба һатып торған үзбәк иренә күрһәтеп: “Ошо кеше, осраған һайын, “миңә кәләш булып кил” тип бәйләнә. Тик оҡшамай, ҡурҡам унан”, — тигәйне.
Ул үзбәктең йөҙөн хәтерләп ҡалған инем. Ғәлиә юғалғас, баҙарға барып, шул мәхлүкте эҙләп ҡараным, тик ул унда юҡ ине. Рәттәрҙе бер нисә ҡабат әйләнһәм дә, тапманым. Бәлки, шул әҙәм урлағандыр ҡыҙым­ды?!
Хат яҙып, Ғәлиәнең һүрәт­тәрен ҡуйып, ҡыҙымды табыу­ҙарын һорап “Көт мине” тап­шырыуына ебәрҙем. Оҙаҡ көтөп тә яуап килмәне, телефондан уларға үҙем шылтыраттым.
“Апай! Әлегә күрһәтмәйбеҙ. Уны урлаған кеше нығыраҡ йәшерер йәки уға берәй зыян килтерер!” — тинеләр.
Былтыр августа Гүзәлиә Өфө­ләге күрәҙәсегә барған. Уныһы: “Үлгән” — тигән.
– Төшөгөҙгә кермәйме?
– Ҡыҙҙарыныҡына керә. Улар төшөндә әсәйҙәренән: “Ҡайҙа булдың, юғалдың?” — тип һо­райҙар икән. Ҡыҙым яуап бирмәй, ти.
Ғәлиә юғалғанға ун йыл, әле лә уны көтәбеҙ, эҙләйбеҙ. Көн дә Хоҙайҙан сабырлыҡ, түҙемлек һорайым. Баламдың табылыуына өмөтләнәм.

Айҙар ҒӘЗИЗОВ әңгәмәләште.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840