Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ йырҙарының яҙмышы борсой
Халыҡ йырҙарының яҙмышы борсой Әхмәтзәки Вәлиди: “Беҙ татар, йәғни болғар халҡы тигәндә башҡорттарҙы ла күҙ уңында тотоп, барыбыҙҙың да төрөклөгөбөҙҙән күп нәрҫәне юғалттыҡ йәки үҙгәрттек”, – тип зарлана. Шул юғалтыуҙарҙың иң ҙуры тел менән әҙәбиәт, йәғни халыҡ әҙәбиәте, фольклор тип белә. Ә быға нимә сәбәпсе булған һуң?

Беренсенән, “төрөк ғәмәленән айырылып, төрөк еренең бер яҡ ситендә йәшәй башлауыбыҙ” ти. Икенсенән: “Беҙҙең халыҡ мәҙәниәтте бик иҫке заманда, хатта тарих белмәгән ваҡытта ҡабул иткән. Уларға мәҙәниәттең һуҡа вә һабандары, аршын вә бизмәндәре бәдәүи1 ваҡытта үтәй торған эштәрҙе башҡарырға, йырҙарҙы көрәгә тирәһендә ҡымыҙ аяҡтары күтәреп ултырып, иркенләп йырларға ирек бирмәне. Ошоноң өсөн халҡыбыҙ башҡа төрөктәр йырлағанда һыҙғырыбыраҡ йөрөргә мәжбүр булған”, – тигән фекерен белдерә. Шуларҙан сығып, Вәлиди артабан: “Шулай итеп, йыр беҙҙең халыҡ араһында нәфти ителде (ситкә тибелде. — Ә.С.)”, — тип һығымта яһап ҡуйған.
1913 йылда “Шура” журналының 19 — 22-се һандарында Ә. Вәлидиҙең “Бөрйән башҡорттары араһында” тигән сәйәхәт­намәһе баҫылып сыға. Был яҙмалары ла йыр-моңдарыбыҙҙың яҙмышы хаҡында борсолоу тойғоһо менән һуғарылған. Был юлы автор мәсьәләгә киңерәк ҡарай. Иң әүәл Бөрйән ырыуының урман, тауҙар араһында (хәҙерге Бөрйән районы биләмәһендә) йәшәгән өлөшөнөң (автор уларҙы “урман бөрйәндәре” тип атай) булмышы-яҙмышы, йәшәү рәүеше хаҡындағы күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша. Үҙе әйтеүенсә, был яҡтарға ул тәүгә сәфәр ҡылмаған – ете йыл элгәре бер булып киткән. Ошо ваҡыт эсендә бындағы тормоштоң ҡайһы тарафҡа ҡарай үҙгәргәне хаҡында һығымта яһауы ауыр булмаған.
Башҡорт ғилеменә мөһим өлөш индергән П.И. Небольсин 1852 йылда: “Башҡорт халҡының сәсәге – үҫәргән, түңгәүер, бөрйән халыҡтарылыр. Былар араһында иң сафы – бөрйәндәр”, — тигән (Ырымбур һәм Әстрхан тарафтарына сәйәхәтемдең хисабы // Вестник ИРГО. — 1852. — 2.4. (Сығанаҡ Ә. Вәлидиҙең мә­ҡәләһе буйынса күрһәтелде. — 2, 40-сы б.). Үҙе өйрәнгән ҡәүемдең булмышы хаҡында абруйлы автор фекеренә һылтаныу менән генә сикләнмәгән Вәлиди, ә бөрйәндәрҙең үҙе сәйәхәт ҡылған дәүерҙәге хәлен күҙәтеүҙәренә таянып өйрәнгән, мәсьәләне киңерәк яҡтыртҡан: “Хәҡиҡәтән (ысынлап та. — Ә.С.) башҡорттар менән яҡын танышлыҡ күрһәтә ки: бөрйәндәр кәрәк мәғишәт2, тел вә ғәир хосустарҙа3 башҡорттарҙың иң саф булғандарын тәшкил итә” (2, 40-сы б.). Шулай ти ҙә ошо саф ҡәүемдең яҙмышы борсолорлоҡ хәлдә булғанына эсе бошоуын белдерә. Ә хафаланыр күренештәр, уның әйтеүенсә, элек тә булған, был килеүенә иһә күпкә арта төшкән.
“Тәбиғәт һәм әхлаҡ боҙолоуы, ярлылыҡ улар араһына ла килеп еткән (2, 40-сы б.). Урмандар йоҡарған, боронғо саф тәби­ғәтле, алдау-нитеү белмәй торған тоғро, баһадир башҡорттар, инде ҡарт кешеләр булып, ябыҡ урман араһында ултырған боронғо ҙур-ҙур ҡарағай (нарат) ағастары кеүек аҙайып ҡалған (2, 40-41-се б.). Мал аҙайған, кешеләр ҡымыҙ урынына “бейә айраны эсә”. Халыҡ кәмей. Бөтөн волосҡа рәтле мулла ла юҡ. Булғандары сиктән тыш наҙан (2, 41-се б.). Барлыҡ волосҡа бер генә дана ла гәзит алдырыусы юҡ. Бөтөн дәүләттәрен урыҫ кулактарына һаталар”.
Урындағы башҡорттар тормошоноң ауыр булыуы, бында мәҙәниәттең һәм әхлаҡтың түбәнәйә барыуы хаҡында яҙғандан һуң Вәлиди шулай ҙа урман бөрйәндәренең элекке сафлығын күреп ҡыуана: “Эскә кергән һайын был һәйәт йүнәлә барған кеүек күренә. Эскә кергән һайын башҡорт әҙерәк алдаусан, ғәлиерәк тәбиғәтле, үҙ-ара иттифаҡлы булған кеүек” (2, 41-се б.).
Бына шундай хәлдәрҙе тасуирлағандан һуң ғына автор фекер ебен беҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәсьәләгә бора: “Русияла этнография ғалимдары (былай тигәндә ул халыҡ ижады белгестәрен дә күҙ уңында тота булыр. — Ә.С.) Бөрйән, бигерәк тә ошо урман бөрйәндәренең мәғишәт4, әхлаҡ, тәбиғәт вә рухиәләрен5, музыка, халыҡ әҙәбиәтен өйрәнергә, ҡиәфәт йәһәтенән ысындан тәфтиш итергә6 тарихи яҙлыҡтарын йыйырға өлгөрә ал­маған, эшләгән ҡәҙәре һис тә ҡәнә­ғәтләнерлек түгелдер (2, 41-се б.). Себерҙең әллә ҡайһы соҡорҙарындағы бөтөн халҡы ике меңдән ғибәрәт булған ваҡ таифәләрҙе өйрәнеү юлында байтаҡ ҡына аҡса сарыф итәләр. Әммә күҙ төбөндәге ошо башҡорттарҙы өйрәнеү хосусында7 эш башҡармайҙар” (2, 42-се б.).
Вәлидиҙең был әйткәндәре мәҡәлә авторы Никольский, Атласи, Игнатьев, Гурьевич, Мөнир Һади, Киппин, Фирсов, Сомье, Рычков, Чермшанов, Вишнецкий, Небольсин, Галкин, Өмөтбаев ише тикшере­неүселәрҙең башҡорттарға ҡағылышлы хеҙмәттәренә ҡыҫҡаса күҙәтеү яһауы менән нигеҙләнә. Ахырҙа автор шундай һығымтаға килә: “Ошо рәүешле беҙҙең башҡорттар вә уларҙың тарихтары, мәғишәттәре, халыҡ әҙәбиәттәре хаҡында бер нәмәбеҙ ҙә юҡ тиергә мөмкин. Был (әйтелгәндәр) ғөмүм башҡорттар хаҡында булды. Әммә беҙҙең Бөрйән башҡорттары хаҡында бер ҙә, исмаһам, баяғы тарих китаптарында, “Мөстәфадел-әхбәр”, “Тарих ҡәүеме төрки”ләрҙә бер ни әйтелгәне юҡ. Шулай итеп, бөрйәндәр — башҡорттарҙың саф булғандары — үҙлектәрен тамам юғалтып бара” (2, 43-44-се б.).
Шундай үҙлектәрҙең юғала барыуының бер яғын автор шулай аңлатҡан: “Әле беҙ булған был ауылдар, мәғишәт тарафынан ҡыҫылып, икенсенән, күрше башҡорт вә татарҙар тәьҫиренә бирелә төшөп, бер аҙ үҙгәргән” (2, 40-сы б.).
Ә. Вәлиди телгә алған тәьҫир ниҙә күренә һуң? Яуапты мәҡәләнең өсөнсө бүлегендә табабыҙ. Ялтыран тигән ҙур йәйләүгә (дөрөҫөрәге, яҙлауға) сыҡҡан Кесе Кәбәс, Оло Кәбәс, Ҡолғона тигән өс ауыл халҡы араһынан сәйәхәтселәр “рәтләп ҡурай уйнай белгән” бер генә башҡортто ла таба алмай (2, 45-46-сы б.). Эске Бөрйән башҡорттары белерҙәр әле тигән өмөттәре лә аҡланып етмәй. Ҡурайсы исемен йөрөткән Зыяетдин, Хәйрулла атлы егеттәр ҙә ҡурайҙа “зарурһыҙ ғына уйнай”. Шулай ҙа юлсыларға “Юлтый”, “Ҡаҙаҡ”, “Иш­мырҙа”, “Ашҡаҙар”, “Циалковский”, “Ҡара­баев”, “Йософ майор” кеүек оҙон көйҙәрҙе, “Перовский”, “Суҡ муйыл”, “Заһира” (дөрөҫөрәге, “Заһиҙә”лер, моғайын. – Ә.С.) тигән бейеү көйҙәрен ишетеү насип була. Бәхтиәр тигән егет иһә уларға киске сәғәт 9-ҙан 12-гә ҡәҙәр “Айыу майор”, “Ҡалматай” (дөрөҫөрәге, “Ҡалмантай”. — Ә.С.) кеүек көйҙәрҙе уйнап ишеттерә (2, 46-сы б.).
Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, сәйәхәт­селәр ярайһы уҡ бай табышҡа юлыға. Вәлиди телгә алған йырҙарҙан “Йософ майор” тигәне, Ә. Вәлидиҙең “Хәтирә­ләр”ендә әйтелгәнсә, заманында Аҡ батшаға тәбиғ ҡылырға барған Юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс бейҙең яр-юлдашы Ҡармыш баба нәҫеленән булған Йософ Ҡарамышев тигән майорға бағышлап сығарылған. Ул йырҙы аҙаҡ Вәлидиҙең арҡаҙашы Ғәлимйән Таған профессор Янски менән бергәләп Вена Фәндәр академияһында нәшер иткән. Ул да, “Юлтый”, “Ҡаҙаҡ”, “Айыу майор” ишеләре лә хәҙер бөтөнләй яңғырамай йә әҙ билдәле.
Юлъяҙма авторын урман бөрйәндә­ренең йыр-моң репертуары ла, көйҙәренең башҡарылышы ла ҡәнәғәтләндермәй (2, 46-сы б.). Был иһә башҡорт халҡының, шул иҫәптән бөрйәндәрҙең, борон моңға ни тиклем бай һәм оҫта булыуы хаҡында йәш Әхмәтзәкиҙең ярайһы ғына яҡшы хәбәрҙарлығы хаҡында һөйләй. “Ҡурайҙа ауыл араһында йыйылып уйнарға уңай­һыҙланалар... Кис булғас, йәйләүҙең ситендә, тау башына мендереп, ут яҡтылар һәм әкертен генә уйнай башланылар... Зарурһыҙ ғына уйнайҙар. Беҙ боронғо көйҙәрҙе һораныҡ. Уйнаштырҙылар. Ләкин аҙ беләләр”, — тигәне лә – шуға дәлил (2, 46-сы б.).
Заманында Мәскәү вәкиле Самойлов етәкселегендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты тарафынан Башҡорт­остандағы башҡорт өйәҙҙәренең сәйәси комиссары итеп тәғәйенләнгән Шәмиғолов менән уның арҡаҙашы Исмаилов хаҡында Ә. Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр”ендә: “Һәр икеһе “урыҫтан артыҡ урыҫ” булып күренергә тырышты”, — тигән (3, 320-се б.). Уларға ҡаршы шулай тип яҙған: “1860 йылға ҡәҙәр Башҡорт ғәскәрендә йәки айырым урыҫ хәрби частарында хеҙмәт иткән һәм хәрби мәктәптәрҙә уҡыған башҡорттар араһында урыҫ культураһы менән мауығыу күҙәтелмәне. Йософ майор һәм уның кеүек офицерҙар хеҙмәтенән буш ваҡытта ауылдарына рәсми урыҫ ғәскәри кейемендә ҡайтыр ине, әммә урыҫ музыкаһын, йырҙарын, бейеү­ҙәрен башҡарыу, уйындарын уйнау булманы. Ҡармыш ауылдарының өйҙәрендә көнбайыш һәм урыҫ йорт йыһаздарынан бер ни ҙә юҡ ине, өй эсе һәм баҡсалар тап Һырдаръя буйындағы Төркөстан кеше­һенең йортон хәтерләтә ине. Совет дәүерендә ҡайһы бер башҡорт тарихсылары нәшер иткән әҫәрҙәрҙә, йәнәһе, шул саҡта урыҫ культураһының йоғонтоһо көслө булды, тигән раҫлау ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Башҡорттарҙың, башҡа милләттәр кеүек үк, үҙҙәре йәшәгән урындарҙа өҫтөнлөк итеүе – бәхәсһеҙ хәл. Арабыҙҙа кибетсе йә тимерсе сифатында ерләшкән урыҫтар телебеҙҙе бик тиҙ өйрәнер, балалары оҙаҡ ваҡыт исламиәт тәьҫирендә ҡалыр, бәғзеләре мосолман диненә күсер ине” (3, 14-се б.).
Әммә ХХ быуаттың баштарында хәл үҙгәрә башлай. Быны Бөрйән тиклем төпкөлдә ятҡан төбәктә лә күҙәтергә була. Шул яҡҡа ҡылған сәйәхәте ваҡытында Вәлидиҙең дә иғтибарынан ситтә ҡалмай был үҙгәреш. Дөрөҫ, юлъяҙманың өсөнсө бүлеген Ә. Вәлиди “Беҙ Бөрйән араһында фәнни бер маҡсат менән килмәнек... Иҫке яҙыу-фәлән йыйманыҡ. Йыр һәм хикә­йәләрҙе яҙып маташманыҡ” тип башлаған (2, 46-сы б.). Әммә, ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар тигәндәй, үҙгәрештәр мосафир Әхмәтзәкиҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаған: “Боронғо шағирана тормошо йыраҡлашҡан һайын, халыҡ уның (боронғоноң. – Ә.С.) йырҙарын да, көйҙәрен дә онота бара. Уның урынына йәнә мәғишерәк булған татар таҡмаҡтарын, частушкаларҙы ҡабул итә баралар. Хәҙер башҡортта – ысын инҡилап8 ваҡыты. Боронғоноң ҡалдыҡтары инде уларға бик ғәзиз һаналырға тейеш. Оҙаҡ үтмәҫ, ул оҙон моңло көйҙәр кереп ҡалһа, нота дәфтәрендә генә ҡалыр. Уларҙың урынын ишғал итеп бөтөрөр” (3, 46-сы б.).
Ә. Вәлидиҙең был фекере яҡташы һәм замандашы М. Ғафуриҙың “Заятүләк менән Һыуһылыу” тигән башҡорт эпосына инеш рәүешендә яҙған мәҡәләһендә сағылған борсолоуҙарға ауаздаш. Халыҡ шағиры булып таныласаҡ шәхесебеҙгә 1910 йылда уҡ: “Башҡорттарҙың киң сәхрәләрендә ҡурай тауышына ҡушылып башҡарған йырҙары, матур көйҙәре барған һайын боҙола, юғала бара... Уларҙың беҙҙең арала тиҙҙән бөтөп, урынына татар таҡмаҡтары урынлашыуы хәтеремә килеп, мине бер аҙ хәсрәтләндерә ине... Башҡорттарҙың бөгөнгө хәленә ҡараған ваҡытта, көйҙәрен, йырҙарын һәм башҡа әҫәрҙәрен юғалтмай алып ҡалырға тырышыу кәрәк. Ләкин уларҙың тоҙ кеүек иреп бөтөүенә күҙ һалырға тәрбиәбеҙ, егетлек һәм ғәйрәтебеҙ етмәй шул”, — тип тәрән борсолоу белдергән (4, 164-165-се б.). Бәлки, Ә. Вәлиди Ғафуриҙың был фекере менән таныш булғандыр һәм шуның йоғонтоһонда Бөрйән башҡорттарының йыр-моңона иғтибар иткәндер. Иң мөһиме шул: халҡыбыҙҙың ике бөйөк шәхесе лә йыр-моңобоҙ яҙмышы хаҡында берҙәй борсолған, уны ят йоғонтонан ҡурсалау, һаҡлап алып ҡалыу хаҡында уртаҡ һығымтаға килгән. М. Ғафури кеүек, Ә. Вәлиди ҙә халыҡ йырҙарын күпләп йыйыу зарурлығын әйткән.
Мәғлүм булыуынса, урыҫ белгестәренән С.Г. Рыбаков беренсе булараҡ үҙенең “Музыка и песни Уральских мусульман” тигән китабында (СП-б, 1889) башҡорт халыҡ йырҙарын нотаһы һәм тарихы менән бергә баҫтыра, улар хаҡындағы күҙәтеүҙәрен дә бирә. Ә. Вәлиди был хеҙмәт менән яҡшы таныш була. Ошо хеҙмәттең әһәмиәтен ин­ҡар итеп тормаҫтан, шулай ҙа урыҫ музыка белгесе күҙәтеүҙәренең европоцентристик күҙлектән яҙылғанын билдәләп, былай тигән: “Музыка бабында9 ихатаһының киңлеге менән булған Рыбаков йәнәптәре10 (башҡорт халҡының. — Ә.С.) көйҙәре хаҡында ошо фекерҙе әйтә. Ул башҡорт музыкаһында яҡшы ҙур тәрәҡҡи11 әҫәре таба. Ләкин ундағы матурлыҡты фәҡәт бер тәбиғи матурлыҡ тип атай һәм асыл көйҙә ҙур лиризм һәм тәрәҡҡи иткән хасиәт әҫәре тапмай йәки быны “беҙ һиҙеп бөтөрә алмайбыҙҙыр” ти. Рыбаков йәнәптәренең ошо һүҙҙәренән һәр икеһе тоғро булһа кәрәк, ләкин һуңғыһы тағы ла дөрөҫөрәк. Башҡортта хасиәттең музыкаларында инғиҡас (сағылыу. — Ә.С.) итәрлек ысын тәрәҡҡи булмаҫ. Бәлки тышҡы культура йәһәтенән түбән булыуы эске бер яҡтан ҙур тәрәҡҡи итеүенә ирек бирмәйҙер. Ләкин вә ниһәйәтһеҙ оҙон ғүмерендә үҙенә күрә бер кимәл тапҡан булыуы ла шөбһәһеҙҙер. Һуңғы өс-дүрт ғасыр эсендә башҡорт үҙенең иркен матур тормошондағы ләззәтенең янына ҡайғы һәм хәсрәттәрҙе лә башҡа төрки ҡәүемдәрҙә күрелмәгән бер һүрәттә күрҙе. Хасиәттең12 иң ҡаты хөкөмө аҫтында кисергән ошо ғасырҙар эсендә Урал уларҙы үҙенең ямалы (матурлығы. — Ә.С.) менән тәрбиә итте. Һәм шағыр­лыҡтарын һүндермәй һаҡларға өлгөрҙө. Тарихтың, Уралдың тәрбиәләре арҡаһында башҡорт, тышҡы культураһының бүтән булыуы сәбәпле ысындан тәрәҡҡи иткән хасиәткә малик13 була алмаһа ла, тәбиғи шағирлыҡтың, лириклыҡтың өҫ кимәленә етә алған. Европа мәҙәниәтенә һис мөнәсәбәте булмаған тәбиғи ҡурайҙарының тишектәренән аҡрын ғына сыҡҡан моңло, тәьҫирле тауыштарҙың серҙәрен төрки телен, төрки ҡәүеменең әхүәле рухиәһен14 бер ҙә белмәгән Рыбаков йәнәптәре аңламаһа ла, бик хаҡлы булыр. Йәнәб ғәлиҙәре15 бик белеп иғтираф итәләр16” (2, 50-се б.).
Ә. Вәлиди үҙебеҙҙең уҡымышлылар араһынан “әле бөтмәгән музыка, халыҡ әҙәбиәте, боронғоноң ҡалдыҡтарын йыйып, өйрәнеүселәр” булырына, халыҡ йырҙары­на таянып, башҡалар һоҡланмалы классик әҫәрҙәр яҙылырынан өмөтөн өҙмәгән һәм шулай тигән: “Әгәр арабыҙҙа ысын композиторҙар ошо ҡул теймәгән йәки бик аҙ ғына ҡағылған көйҙәрҙе йыйып, ниҙер эшләй башлаһа, беҙҙә башҡа халыҡтар алдында маҡтанырға ярарлыҡ милли музыка килеп сығыр ине. Ике мең ҡәҙәре йылдарҙан бирле дауам итеп килгән милли төрөк музыкаһы аяҡҡа баҫһа, ул үҙенең ҡаты ҡулы менән беҙҙе икенсе милләт­тәрҙең тәьҫиренә кереп китеүҙән тотоп торор ине” (2, 52-53-сө б.). Шөкөр, Ә. Вә­лидиҙең хыял рәүешендәге юрауы бөгөн юш килә тора.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ,
М. Аҡмулла исемендәге
Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры.


________________

1Бәдәүи (ғәр.) — күсмә.
2Мәғишәт (ғәр.) — донъя көтөү, тормош.
3Ғәир хосустарға (ғәр.) — башҡа яҡтарҙан.
4Мәғишәт (ғәр.) — тормошта мөнәсәбәт.
5Рухиә (ғәр.) — кешенең эске булмышы, күңел торошо.
6Тәфтиш итергә (ғәр.) — ентекләп тикшерергә.
7Хосуста (ғәр.) — күҙ уңында тотолған.
8Инҡилап (ғәр.) — үҙгәреш, революция.
9Баб (ғәр.) — мәсьәлә.
10Йәнәп (ғәр.) — әфәнде.
11Тәрәҡҡи (ғәр.) — алға китеш; үҫеш.
12Хәсиәт (ғәр.) — даими үҙенсәлек, төпкөл сер.
13Малик (ғәр.) — эйә булыу.
14Әхүәле рухиә (ғәр.) — кешенең эске булмышы, күңел хәле.
15Йәнәб ғәлиҙәре йәки ғәли йәнәптәре (ғәр.) — ололау һүҙе: бөйөк (олуғ) әфәнде.
16Иғтираф итәләр (ғәр.) — раҫлайҙыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840