Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәҙрә һайын яран гөл үҫә...
Тәҙрә һайын яран гөл үҫә... Ямғырлы көндә тәҙрә төптәрендәге гөлдәрҙең сағыу сәскәләренә һоҡланыулы ҡараш ташлауҙан күктәге ауыр болоттар ҙа бына-бына таралыр төҫлө тойолдо һәм, алсаҡ йөҙлө хужабикә күренеүгә, ысынлап та, һауа торошоноң көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, ихлас йылмайыу һәм шау сәскәле өй йәйғор балҡышылай күңелде күтәреп ебәрҙе.

Ярандар биҙәгән йортта Нәфисә Абдрахманова донъя көтә. Талымһыҙ һәм тырыш кешеләрҙең хужалығы, тирә-яҡ мөхите уларҙың күңел торошон да сағылдыра бит.
Белорет районы ҡыҙы Нәфисә Арышпар мәктәбен тамамлай. Бәләкәйҙән спорт бар булмышын яулай. Район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Хатта 50 километрға ла йүгерә. Кейәүгә сығыуы ла саңғы уҙыштарына бәйле. Ғафури районының Ҡауарҙы ауы­лынан Әмир ярышҡа килгән ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ була. Йыр-моң яратҡан нескә күңелле, хисле егетте Нәфисә лә оҡшата. Йәш йөрәктәр 1958 йылда ғаилә усағын ҡабыҙа. Тик уларҙы яҙмыш бер аҙға ике тарафҡа илтә: Әмир Шәһит улы хәрби хеҙмәткә саҡырылыу сәбәпле, һөйгәне Красноярск, Алтай яҡтарынан һағынышлы сәләм хаттары ала, түҙемһеҙлек менән иренең ҡайтыуын көтә.
Ғаилә башлығы ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, тәүҙә Заряла иҫке йорт алып йәшәйҙәр. Әмир Шәһит улының ҡулынан килмәгәне юҡ: тракторсы ла, комбайнсы ла, тимерлектә лә һынатмай. Максим Горький ауылына күсеп килгәс, яңы торлаҡ хәстәрләй. Өйҙәрен йәмләп, бер-бер артлы балалары тыуа. Нәфисә Сәйетгәрәй ҡыҙы фермала һыйыр һауа. Ҡайһы бер йылда мал-тыуары 50 башҡа етеп китә. Бала сағы, йәшлеге һәм хәләле менән бергә ғүмер иткән мәлдәре әле лә күңелен тулҡынландырып ала.
— Һуғыш алдынан тыуған бала мин, атайымдың инәһе — өләсәйем Хә­бибъямал Әхмәтша ҡыҙы — тәрбиәһендә нығындым. Уның намаҙ уҡығаны хәте­ремдә. Иманлы һәм бик ипле һүҙле ине. Кәзә-һарығын да, һыйырын да аҫраны, шуға күрә аслыҡҡа бигүк бирешмәнек. Ни тиһәң дә, өләсәйемдең тырышлығы һәм бөтмөрлөгө менән яҡты көндәрҙе күреү бәхете тейҙе миңә. Күптәр аслыҡтан ҡырылды. Ул йылдарҙы иҫкә төшөргө лә килмәй. Мәктәпкә йөрөйбөҙ, өҫтә йүнле кейем дә юҡ. Картуфты ярып, мейестә өтөп ашауҙы күҙ алдына килтерһәм, бөгөнгө туйып-шашып китеү, икмәкте буханкалай көйө ташлау әсендерә. Бөтә нәмәгә ҡытлыҡты һәм шул тиклем ауыр замандарҙы үҙ елкәбеҙҙә татығас, бындай күренештәр ауыр ҡабул ителә, — тип инәй хәҙерге шарттарҙа әпәкәйгә ҡа­раштың бөтөнләй үҙгәреүенә көрһөнөп ҡуйҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләне ҡайғы-хәсрәттәр ҙә урап үтмәй: гөрләп торған тормоштан яҡындарын — улын, ҡыҙын, ирен — мәңгелеккә йолоп алып, Нә­фи­сәне күҙ йәштәренә быуҙырта. Шулай ҙа улдары Хәлит менән Фуат уның һа­ғыш­та­рын таратып, түҙемлекте усҡа йый­ҙыр­тып, йәшәйешендә көс табырға бу­­лыш­лыҡ итә. Уларҙың, мәктәпте та­мам­лағас, артабан үҙ юлдарын табыуы, һайлаған һөнәре буйынса уңышлы хеҙмәт итеүе лә — әсә өсөн бары тик ҡы­уаныс. Килендәре Әнисә һәм Лена ла уңған. Ә инде биш ейән-ейәнсәре, ике бүләһе — үҙе оло шатлыҡ, һәр береһенең уҡыуҙағы һәм эштәге бәләкәй генә ҡаҙаныштары ла өләсәй күңеленә майҙай яғыла.
Нәфисә Абдрахманова ихласлығы ғы­на түгел, һәр әйбергә һаҡсыл ҡарашы менән дә һоҡландырҙы. Әмиренең баяны ҡәҙерле ҡомартҡылай түрбашта урын биләй. Йәш саҡтарындағы ҡул эштәре өл­гөһө — сигеүле карауат селтәрҙәре, ул­тырғыс япмалары — хужабикәнең ма­һир­лығына ишара. Фотоһүрәттәр иһә — үткәндәр тураһында хәтирәләр сы­ға­нағы, һәр береһендә алыҫтағы иҫтәлекле мәл сағыла. Ә инде “Инйәр” гәзитенең һәр һанын бөхтә итеп йыйып барыуы, матбуғаттың йәшәйешебеҙҙәге әһәмиә­тен яҡшы аңлауы, бөгөнгө көрсөк шарттарында рухи төшөнкөлөккә, ауы­рыу-сырхауҙарға бирешмәй, яңылыҡтар уртаһында ҡайнауы уның тормошон мәғәнәле, яҡты һәм өмөтлө итә.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512