Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтер ебе өҙөлмәһен
Хәтер ебе өҙөлмәһен Ошо көндәрҙә “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәтендә “95-я гвардейская” тигән китап баҫылып сыҡты. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан донъя күргән бер нисә китап араһында ул үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Авторҙарҙың береһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, радио һәм телевидение ветерандары советы рәйесе Фәнил ҠОҘАҠАЕВ менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

— Китаптың төҙөүсе-авторҙары өсәү — һеҙ, иҡтисад фәндәре кандидаты Энгель Зәйнетдинов һәм тарих фәндәре кандидаты Хәләф Ишморатов. Бындай “өс таған” нисек бар­лыҡҡа килде?
— Тәүҙә бер аҙ был дивизияның ойошторолоу тарихы хаҡында һөйләп китәйем. Полтава исемендәге 95-се (226-сы) Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм Б. Хмельницкий орденлы гвардия уҡсылар дивизияһы Оборона халыҡ комиссарының 1941 йылдың 15 июлен­дәге фарманы нигеҙендә Запорожье өлкәһенең Орехово ҡалаһында ойошторола һәм бер йыл тирәһе Украина ерҙәрен обороналауҙа ҡатнаша. Әйт­кәндәй, дивизияға бер осор граждандар һуғышы геройы, 1920—1921 йылдарҙа айырым Башҡорт кавалерия бри­гадаһының командиры булған Александр Васильевич Горбатов етәкселек итә.
Ҡан ҡойошло алыштарҙа хәлһеҙ­ләнгән, күп кешеләрен юғалтҡан дивизияны 1942 йылдың авгусында Ырымбур өлкәһенең Боғорослан ҡалаһына сафтарын тулыландырырға оҙаталар. Ғәскәр бында 28 сентябргә тиклем тора. Яңы техника, һуғыш кәрәк-яраҡтары алалар, офицерҙар, сержанттар һәм һалдаттар килә. Дивизияның яңы командиры итеп Өфө пехота училищеһының начальнигы, полковник Николай Степанович Никитченко тәғәйенләнә, ул үҙе менән 500 курсантты алып килә. Дивизия сафтарына өҫтәлгән башҡа хәрбиҙәр араһында Башҡорт­остан егеттәре лә күп була. Шулар иҫәбендә минең атайым, 1941 йылда алған тәүге йәрәхәтенән дауаланып сафҡа баҫҡан Шәмсетдин Ҡоҙаҡаев, Бөрйән районынан хеҙмәткә алынған Хәлфетдин Ишморатов, Быҙаулыҡ хәрби-сәйәси училищеһы курсанты Әхмәт Зәйнетдинов һәм башҡалар була.
Дивизия хәрби әҙерлек үткәндән һуң, сентябрь аҙаҡтарында, Сталинград фронтына оҙатыла һәм һуғыша-һуғыша Прагаға тиклем барып етә. 1943 йылдың майында гвардия исеме ала, дүрт хәрби орден менән бүләкләнә, уның составынан 14 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, береһе Дан орденының тулы кавалеры була.
Һуғыштан һуң дивизия Австрияла хеҙмәткә ҡалдырыла һәм 1954 йылда союздашлыҡ килешеүе нигеҙендә таратыла.
— Ә шулай ҙа һеҙ, өс автор, нисек осраштығыҙ, табыштығыҙ һуң?
— Үткән быуаттың 70-се йылдарында илдә ветерандар хәрәкәте киң тарала башланы. Мәскәүҙә 95-се дивизияның ветерандар советы барлыҡҡа килде, Өфөлә уның секцияһы ойошторолдо. Үҙенә 80-ләп яугирҙе берләштергән төркөм бик әүҙем булды, улар төрлө ҡалаларға осрашыуҙарға йөрөнө, урындарҙа хәрби-патриотик эш алып барҙы, мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында сығыш яһаны, үҙ-ара күрешеп, хәбәрләшеп торҙо. Мин, радиола хәбәрсе булып эшләгәндә, улар хаҡында бер-ике тапшырыу ҙа әҙер­ләнем. Атайым мәрхүм булғас, уның ҡағыҙҙарын ҡарап ултырғайным, шунда Башҡортостанда йәшәүсе дивизия яугирҙәренең исемлеге, фотолары килеп сыҡты. Уларҙың вариҫтарын, туғандарын, балаларын эҙләй башланым. Иң тәүҙә Энгель ағайҙы һәм Хәләф туғанды таптым, улар менән осрашып, атайҙарҙың хәрби дуҫлығын дауам итергә, хәтер ебен өҙмәҫкә һөйләштек. Шунан бирле аралашабыҙ.
— Дивизияның хәрби юлы хаҡында һөйләгән, уның яугирҙәренә арналған китап яҙыу теләге лә ошо маҡ­сат­тарҙан сығып тыуғандыр инде?
— Дөрөҫөн әйткәндә, был идея 80-се йылдар башында уҡ барлыҡҡа килгән: Мәскәүҙәге ветерандар советы диви­зияның хәрби юлына арналған, бик күп фотоһүрәттәр менән байытылған альбом да сығарған һәм ветерандарға таратҡан. Уларҙың китап баҫтырыу уйы ла булған, фронтташтары хаҡында һүрәтләмәләр, мәҡәләләр әҙерләй башлағандар, әммә ниндәйҙер сәбәп менән эш туҡталып ҡалған.
Китапҡа материалдар туплау еңел барманы, сөнки ветерандарҙың икәүһе генә иҫән ине. Беҙ 2011 йылдың июнендә “Республика Башкортостан” гәзитендә мәҡәлә баҫтырҙыҡ, унда дивизияның ҡыҫҡаса хәрби юлы, ойошторолоу тарихы, ветерандар секцияһының эшмә­кәрлеге хаҡында яҙҙыҡ. Секция етәксеһе М.Г. Төхвәтуллиндың 1985 йылдың февралендә яуҙаштарына ебәргән хаты тураһында әйттек, был хатта Өфөлә дивизияның музейын булдырыу һәм китап сығарыу хаҡында һүҙ бара ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә ветерандан — Сибай ҡалаһында йәшәүсе 1924 йылғы Йәғәфәр Ғәббәсовтан — ғына хат алдыҡ, ул үҙенең хәтирәләрен, фотоһү­рәттәрен ебәргәйне. Тағы бер иҫән яугир Һиҙиәт Күсәбаевтың (1916 йылғы) һаулығы бик шәптән түгел ине, уны барып күрҙек.
Республика хәрби комиссариатына, райондарҙың ветерандар советтарына, гәзит редакцияларына һорау-хаттар ебәрҙек. Өфөлә йәшәгән яуҙаштарҙың адрестарын табып, өй беренсә йөрөп сыҡтыҡ, бына шулай йыйылды материалдар. Беҙгә һәр урында ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙолар тип әйтә алмайым. Кемдер үтенесебеҙҙе һанға һуҡманы, кемдер атаһы-олатаһы тураһында бер нәмә лә белмәүе, быны кәрәк тә тип тапмауы хаҡында белдерҙе.
Ошондай күренештәрҙең йәшәп киле­үе һуңғы йылдарҙағы битарафлыҡ, йәш­тәрҙә ватансылыҡ тойғоларын тәрбиә­­ләүгә иғтибар бирелмәүе, ҡайһы бер урындарҙа ололарға, тарихҡа ҡарата ихтирамдың һүҙҙә генә булыуы менән бәйлелер. Шуныһы үкенесле. Әммә 40-лап яугир хаҡында материал туплай алдыҡ, фотоһүрәттәр йыйҙыҡ, беҙгә ярҙам иткән кешеләрҙең барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ!
— Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата республикала байтаҡ ҡына китап, фотоальбомдар сығарылды. Һеҙҙеке башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
— Ысынлап та, быйыл ундай китаптар баҫылды. Мин айырыуса Б. Малоро­дов менән Н. Шәйәхмәтовтың 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы тураһындағы бик фәһемле, архив материалдарын урынлы файҙаланып, төплө яҙылған, тарихи дө­рөҫлөктө иҫбат­лаусы китабын билдәләп үтер инем. Шулай уҡ Башҡортостанда ойошторолған 170-се уҡсылар ди­визияһының тарихын сағылдырған “Возрождаясь из праха и пепла” (тө­ҙөүсе-авторы — Р. Гәрәев) йыйын­тығын атап китергә була. Автор эҙәр­мәндәр ярҙамында дивизияның тәүге составында һуғышҡан хәрбиҙәрҙең яртыһынан күбеһенең исем-шәрифен табып, китапҡа индергән. Был — бик мәшәҡәтле һәм ауыр эш.
Беҙҙең китапта яугирҙәрҙең биографиялары, уларҙың хәрби юлы, һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге тасуирлана, фото­һүрәттәре бирелә, йәғни ундағы материалдар күберәк яугирҙәрҙең вариҫтарына, бала-сағаһына, ейән-бүләләренә тәғәйен­ләнгән. Улар яҡындарын белһендәр, ҡаһарманлығы менән ғорурланһындар, кәрәк булһа, илде һаҡларға ата-бабалары кеүек әҙер торһондар тигән уй-ниәт һалынған был китапҡа. Уның төҙөүсе-авторҙары ошо дивизияла һуғышҡан яугирҙәрҙең улдары икәнен дә онот­майыҡ.
Башҡортостан ерендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ун дивизия ойош­торолған, шул иҫәптән алты уҡсылар, ике кавалерия дивизияһы, бынан тыш, ике уҡсылар бригадаһы, 12 айырым полк төҙөлгән. Күп кенә яҡташтарыбыҙ күрше төбәктәрҙә ойошторолған хәрби частар сафында һуғышта ҡатнашҡан.

А. НИЗАМОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840