Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алған ҡул биргәненән оҙонораҡ була
Алған ҡул биргәненән оҙонораҡ була Был тарих күптәргә мәғлүм. Бынан 22 быуат элек Рим императоры Веспасиан, ҡаҙнала аҡса етмәү сәбәпле, яңы һалым – латрина — уйлап сығара. Һалымды бәҙрәфтәре булған граждандар түләргә тейеш була. Императорҙың улы Тит оялып, атаһына һалымдан баш тартырға кәрәк, тип мөрәжәғәт итә. Юморға бай Веспасиан шунда уҡ улына бер ус аҡсаны еҫкәргә ҡуша. Бер еҫе лә юҡлығын ишеткәс, ул: “Ғәжәп, был нәмә ярауҙан барлыҡҡа килгән бит!” – тип әйтә. Бына шунан һуң ошо “һейҙек һалымы” “non olet pecunia” – (“аҡсаның еҫе юҡ”) тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе барлыҡҡа килтерә лә инде.

Был ғибрәтнамә бөгөнгө Рәсәй өсөн бик урынлы. Властың төрлө кимәл­дә­рендә, бигерәк тә ул Дума вәкилдәренә хас, яңынан-яңы түләүҙәр уйлап сығарыу менән ярышалар. Бынан бер нисә йыл элек фирмаларҙа ҡуйылған кулерҙарҙан бушлай эселгән һыу өсөн һалым түләтеүҙе нигеҙләп маташ­ҡай­нылар. Йәнәһе, был һыу, бер яҡтан, хеҙмәткәрҙәрҙең килемен “киҫеү” иҫә­бенә алына, ә икенсе яҡтан, фирма­ның табышын, тимәк, һалым базаһын да кәметә. Бюджетҡа бының арҡа­һында аҡса әҙерәк килә. Тәҡдим “мул йылдарға” тура килде һәм кешенең иғтибарын әллә ни йәлеп итмәне.
Көрсөк, санкциялар һуғышы ҡаҙнаға килгән аҡсаның ҡырҡа кәмеүенә алып килде. Был шарттарҙа депутаттар тырышып яңы сығанаҡтар эҙләй башланы. Кемдер ҡайһы бер фирмаларҙа булдырылған бушлай корпоратив фитнес өсөн һалым индерергә тәҡдим итте. Икенселәре төрлө штрафтарҙы ҡырҡа арттырырға тип бара. Мәҫәлән, 1 июлдән иҫерек көйө тотолғандан һуң ҡабат руль артына ултырған водителдәрҙе ике йылға — иркенән, өс йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән бер рәттән, уларҙан 300 мең һум штраф түләттереү ҙә ҡарала. Был законды тулыһынса үтәгәндә — хоҡуҡи дәүләттә тап шулай булырға тейеш – Яңы йыл байрамына водителдәр һаны ҡырҡа кәмейәсәк. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: йыл башынан беҙҙең Башҡортостанда 20 меңгә яҡын иҫерек водитель тотолған. Ә июлдең 20 көнөндә генә 150-нән ашыу кеше эскән килеш рулдә йөрөп эләккән. Уларҙың бөтәһен дә төрмәгә ебәреп булмайҙыр, ә 300 меңлек штраф — ғаилә бюджеты өсөн ауыр йөк. Руль артында телефондан һөйләшкән өсөн штраф булдырғайнылар. 2015 йылдың беренсе яртыһында ошо талапты үтәмәгән водителдәр 63 миллион һум штраф түләгән, был 2014 йылдағы күрһәткестән 6 процентҡа ғына күберәк икән. КПРФ депутаты Вадим Соловьев хәҙерге 1500 һумлыҡ штрафты 5 мең һумға тиклем арттырыуҙы талап итә. Ә ҡабат тотолһа – 10 мең һум.
ЛДПР депутаты Виталий Золочевский 14 йәшкә тиклемге балаларын машинала ҡарауһыҙ ҡалдырған ата-­ әсә­­ләрҙе 100 мең һумлыҡ штрафҡа дусар итергә тәҡдим яһаны. Йәнәһе, был балаларҙың кислородһыҙ йәки һыуһыҙ ултырыуы ихтимал. Апты­рарһың: ундай логика буйынса 7 йәш­тән өлкән балаларҙы бер ҡайҙа ла, хат­та өйҙә лә, ҡалдырырға ярамай. Төрлө хәүефле нәмәләр – янғын, һыу баҫыу һ.б. – балалар өсөн ҡурҡыныс та инде…
Шул уҡ 1 июлдән коммуналь түләү­ҙәр ҙә ҡырҡа артты. Көрсөк ваҡытында күп тауарҙарға хаҡ кәмей башланы, хатта дефляция тигән яңы төшөнсә таралды. Ысынлап та, Көнбайыш дәү­ләт­тәрендә дөйөм хаҡтар кимәле кәмей бара, хәҙер бының тәьҫире беҙҙең Рәсәйгә лә килеп етә башланы. Илебеҙ Хөкүмәте был шарттарҙа, коммуналь хеҙмәт тарифтарын ауыҙ­лыҡ­лар урынға, инерция буйынса уларҙы 10-15 процентҡа арттырыуҙы хуп күрҙе. Торлаҡ кодексының 155-се статьяһына үҙгәреш индерелһә, коммуналь түләү буйынса бурысы булған кешеләр, предприятиелар 91-се көн­дән башлап пеняны хәҙергенән ике тапҡырға артыҡ түләргә мәжбүр бу­ласаҡ. Бөгөнгө ҡанундарға ярашлы 8,25 урынына 17,7 процент күләмендә штраф ҡарала.
Көрсөк ваҡытында һалымдарҙы арт­тырыу беҙҙең илгә генә хас ноу-хау тип әйтеп булмай, әммә иҡтисади теория, киреһенсә, эшҡыуарлыҡтың әү­ҙемлеген арттырыу өсөн бындай мәлдә ҡаҙнаға түләүҙе кәметеүҙе хуп күрә. Беҙҙең депутаттар, күрәһең, үҙ­ҙәренең эш хаҡын ҡыҫҡартыу тура­һында уйлау урынына, үҙҙәрен һайлап ҡуйған халыҡ иҫәбенә көрсөктән сы­ғыуҙы хуплай. Шулай булмаһа, башҡа һыймаҫлыҡ тәҡдимдәр барлыҡҡа килмәҫ ине. Юл буйында еләк-емеш, бәшмәк-фәлән һатып торған “сау­ҙагәр”ҙәрҙе күргән бер депутат “улар­ҙың табышынан да һалым түләтергә ине” тип сығыш яһай. Был хәл артабан да дауам итһә, йорт хужаларына ла яңы һалым булдырмаҫтар тимә. “Асыш”ты ҡыҫҡаса аңлатып үтәйем. Мәҫәлән, кемдер фатир өсөн айына 10 мең һум ҡуртым хаҡы түләй, ти. Шул уҡ ваҡытта үҙ фатирында йәшәгән икенсе ғаиләнең, коммуналь хеҙмәттәр өсөн генә түләгәс, айлыҡ килеме артығыраҡ була. Тимәк, ул күберәк аҡса ала, һәм был айырманан һалым түләргә тейеш. Әлбиттә, ундай тәҡдим үтмәйәсәк, сөнки депутаттар өсөн ул отошһоҙ – шәхси йорттарҙа йәшәйҙәр бит.
Башҡа дәүләттәрҙә һалымды арттырыу мәсьәләһе йәмәғәтселек менән асыҡтан-асыҡ тикшерелгәндән һуң ғы­на хәл ителә. Беҙҙә иһә халыҡтың иғтибарын икенсе мәсьәләләргә – Украи­налағы ығы-зығыға, АҠШ-тағы бер енес­ле никахтарға, Иран мәсьәләһенә һ.б. – йүнәлтеп, ҡанундарҙы “шым ғы­на” ҡабул итергә яраталар. Шул уҡ эш­ҡыуарҙар өсөн индерелгән һа­лым­дарҙы ғына алып ҡарағыҙ. Төптән уйлап еткерелмәгән аҙым арҡа­һында 500 меңдән ашыу кешегә үҙ бизнесын ябырға тура килде.
Рәсәй халҡы дәүләттең “уйын”дарына өйрәнеп бөткән инде. Хатта капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе лә беҙҙә һалым төрө тип ҡабул итәләр. Ысынлап та, түләгән аҡса ниндәйҙер “уртаҡ ҡаҙан”ға китә, ә ул йәшәгән йортҡа капиталь ремонтты кәм тигәндә 20 – 30 йылдан, йәғни үҙе үлгәс, яһарҙар. Бәл­ки. Был аҡсаның төрлө төбәк опе­ра­торҙарының кеҫәһенә инеп “ятасағын” яҡшы аңлағас, күптәр түләүҙән баш тарта ла инде. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә халыҡтың 20 – 30 проценты ғына түләргә ризалаша. Бында законда ҡаралған санкцияларың да – штраф, торлаҡтан мәхрүм итеү һ.б. – бер нәмә эшләй алмай.
Ер өсөн түләнгән һалым менән кү­семһеҙ милектекен дә бутап бөттөләр. Бензинға хаҡтың даими артып тороуының төп сәбәбе – акциздың ҡиммәтләнеүе. Президент Владимир Путин сифатһыҙ яғыулыҡ һатҡан компаниялар тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны, ни өсөндөр енәйәт эштәре тураһында бер нәмә лә ишетелмәй әле. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау системаларында ла түләүле хеҙмәттәр кимәлен шым ғына арттыра баралар – хәҙер ул өстән бер өлөштө тәшкил итә. Девальвацияның да тәьҫире тик байҙар өсөн генә ыңғай булды. Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, Рәсәйҙә миллионерҙар — 13, миллиардерҙар 5,8 процентҡа артҡан. Хәҙер беҙҙә 309 миллиардер бар! Иҡтисады көслөрәк булған Германия, Англия, Япония был йәһәттән артта тора. Шул уҡ ваҡытта фәҡирҙәр һаны 20 миллиондан ашып китте. Күптән прогрессив һалым системаһын индереү кәрәклеген иҫбат иттеләр, тик ни өсөндөр дәүләт етәкселеген бының байҙарҙың күпләп сит дәүләттәргә ҡаса башлауына килтереүе ҡурҡыта. Владимир Путиндың бер нисә тапҡыр уларҙы Рәсәйҙән башҡа урында бер кемдең дә көтөп тормағанын әйтеүенә ҡарамаҫтан. Ысынлап та, Көнбайыш дәүләттәрендә бизнесмендар һа­лымды күберәк түләй, банктағы аҡса­лары, бизнестары тартып алынған осраҡтар ҙа бар.
Демография мәсьәләһе лә ҡырҡыулашты. Үлем күрһәткесе яңы рекордтар ҡуя: йылдың тәүге өс айында ғына 507 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан булып сыҡты. Быны төрлө һылтауҙар менән аңлатырға тырышыуҙары бик дөрөҫ түгел. Ҡулайлаштырыуға дусар булған медицинаның хәле мөшкөлләнеүе ошо хәлгә килтерҙе лә инде. “Аҡсаның еҫе юҡ” тиһәләр ҙә, бөгөнгө һумдарыбыҙ киләсәктә зәһәр аңҡый башламаҫ тимә.


Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 496

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 515

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 603

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 775

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 624

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 610

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 853

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 108

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 198

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 165

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 175