Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Атай, эсмә инде”
 “Атай, эсмә инде” Район ауылдарының һәр береһендә тиерлек көнө-төнө эсеп йөрөгән әзмәүерҙәй ирҙәр етерлек. Өйләнмәгәне йәки ғаилә ҡорған хәлдә лә ҡатындары ҡыуып сығарған, йә айырылышҡандары ла ситтә баш терәй алмағас, аңҡы-тиңке йөрөп, тыуған яҡтарына ҡайтырға мәжбүр. Ҡарт әсәләрен көйҙөрөп, ғазап уттарына һалып, үҙҙәре кеүек дуҫ-иш табып, йыйылышып кәйеф-сафа ҡороуҙан уҙмай улар. Теләһә нәмә эсеп, гүргә ингәндәре лә бихисап.


Ауылда ата ялҡауҙарҙы, эсергә яратыусыларҙы бер кем дә ҡуш ҡуллап көтмәй, әлбиттә. Һис айнырға теләмәгән бәндә кемгә хәжәт? Эшкә ҡушҡан хәлдә лә, еренә еткереп үтәмәй улар, көн уҙғарһа ярай. Йылдар буйы түбәнселеккә төшөп, шешәнән башҡа бер нәмә күрергә теләмәйенсә, әле бында, әле тегендә барып төртөлгән эскесе был донъяның бар йәмен китәреп, ауылға тап төшөрөп йән аҫрай.
Күптән түгел әсәйемдең йорт ихата­һында усаҡ яғып, тәмәке борхотоп ултыр­ған шундай әҙәмде ҡыуып сығарырға тура килде. Рөхсәтһеҙ кеше биләмәһенә инеп, күңел асырға ла тартынмай икән бындайҙар. Ундайҙар өсөн ғаилә лә, донъя мәшәҡәте лә артҡы планда. Иң мөһиме — араҡы. Айныҡ саҡтарында баш тотоп ултыралар ҙа ҡабат элекке хәлдәренә ҡайтыуҙы хуп күрәләр. Бәй, шулай еңелерәк бит: яҡындарың ха­ҡын­да ҡайғыртыу кәрәкмәй, хәмер булғанда ниңә баш ватырға?
— Эй, был тормош, ғүмерем эскесе менән заяға үтте, — тип уфтанған ҡатын-ҡыҙ аҙым һайын осрай. Ниңәлер яҡшы­лыҡҡа өндәгән саҡырыуҙар (“Айыҡ ауыл”, “Айыҡ туй” кеүек сәләмәт йәшәү рәүе­ше­нә саҡырған күркәм саралар) бик үк таралып та бармай, ауыр бирелә. Ғәмһеҙҙәр, бөтә башланғысҡа ҡул һелтәп йәшәгән­дәр күп. Бәйгелә ҡатнашырға теләгәндәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ҡыҫҡаһы, яманлыҡ, насар ғәҙәттәр тиҙ арала тамыр йәйергә генә тора.
Наркомания, СПИД, һыра эсеү, тәмәке тартыуҙы ғына алайыҡ. Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең аңы ныҡ үҙгәреш кисерә. Был нилектән шулай һуң? Әллә “зәңгәр экран”дарҙан туҡтауһыҙ кире күренеш­тәргә арналған тапшырыуҙар, детектив фильмдар, кинолар йоғонтоһомо? Төп­көл аңға һеңдерелгән мәғлүмәт кешене шулай әкренләп, теләһәк-теләмәһәк тә, үҙгәрештәр кисереүгә дусар итәлер инде.
“Магнит” супермаркетына ингәндә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Кәрзин алырға үрелеү менән һатып алыусыларҙы икмәк-тоҙ, кәрәкле аҙыҡ-түлек кәштәләре түгел, йылтырап торған төрлө алкоголле эсемлектәр үҙенә ҡарата. Ни өсөн улары күҙ алдында ғына? Һәр төрлө закондар сығарылып, саралар күрелеп, иҫерткес эсемлектәргә, тәмәкегә хаҡ артып киткән хәлдә лә. Шуға ла тирә-яғыбыҙҙа болғанлап, һүгенеп йөрөгәндәр һаны һис кәмемәй, киреһенсә, күбәйә бара.
Әйләнә-тирәләгеләрҙең йәнен көйҙө­рөп, эскән ирҙең йәки теле көрмәлгән гүзәл заттың яҡындарын этләүенә йыш ҡына шаһит булабыҙ.
— Бер рүмкә генә һалып бир инде, үләм бит. Күпте һорамайым, бер генә рүмкә, — тип өҫтө-башы бысранып бөткән ҡатын тубыҡланып ултырған да был хәлдән ялҡып бөткән иренә ялбарыуҙан туҡтамай...
— Юғал күҙемдән, хайуан. Үҙең дә, әсәйең дә — хайуан. Нимә теләйем, шуны эшләйем. Кит юлымдан! — тип хәләл ефете һәм ҡәйнәһенә әшәке һүҙҙәр яуҙырып, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ир иҫерек килеш рулгә ултыра...
— Аҡса бирмәһәң, тапмаҫ тип уйлай­һың­мы? Бөгөндән үк айыры­лыша­быҙ. Йә­шә бер үҙең, — тип өй эсендәге әйберҙәрҙе туҙҙырып, талашып сығып киткән иренең ҡайтырын көткән бахыр ҡатынға күҙ йәштәренә быуылыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ҡапыл ҡунаҡҡа килеп төшкән туғандары алдында ла оят...
— Мин һиңә әйттем бит, барма, йөрөмә, тип. Һиңә нимә ҡалған унда, бәлки, берәйһе менән күрешер өсөн сәбәп тапҡанһыңдыр. — Һалмыш ир уҡытыусы ҡатынының йыйылышта оҙаҡлағанын яратмай, урамда эткеләп-төрткөләп, ҡолаҡ тондорғос әшәке һүҙҙәр менән йәберләй...
Ошоноң ише күренештәрҙе әллә күпме дауам итергә мөмкин, бындай ваҡиғалар һәр кемдең күҙ алдында йыш булып тора. Эскелек хаҡында уйланғанда, билдәле шағирҙарыбыҙҙың һүҙҙәре иҫкә төшә. Мәжит Ғафури бына нимә тип яҙған эскесе хаҡында:
Фекер бөткән, үҙеңдә ҡалмаған хис,
Күҙең һүнгән, яныңда бар насар еҫ.
Үҙең йәмһеҙ, кейемдәрең насарҙыр,
Һине боҙған фәҡәт бер нәмә барҙыр.
Ғабдулла Туҡай ҙа эскелекте фашлаған:
Бер аҙ ваҡыт шатлыҡ таба
иҫерек кенә,
Үҙ-үҙенә әсе ағыу эсереп кенә.
“Иҫерткес эсемлектәрҙең иң алама йоғонтоһо — хәмер кешеләрҙең аҡылын һәм намыҫын томалай, кешеләр һантыйлана һәм уҫаллана”, тип яҙып ҡалдырған Лев Толстой ҙа. Ә бына Оноре де Бальзак һүҙҙәре эсергә яратҡан ирҙәрҙең мейеһенә үтеп, аңына килтер­һен ине тигән теләк тыуа күңелдә: “Кеше­ләр холеранан (үләт сиренән) ҡурҡҡан, әммә хәмер унан да ҡурҡынысыраҡ”.
Юҡ, ҡурҡытмай шул ирҙәрҙе хәмер. Ҡатынының күҙ йәше лә, ул-ҡыҙҙарының мөлдөрәп ҡарап: “Атай, эсмә инде, зинһар өсөн!” — тигәне лә. Йылтырап торған шешәләге утлы һыу барлыҡ зиһенен үҙенә тартҡанлыҡтан, эскелек һаҙлығына батҡандан-бата ир-ат. Шешә ҡоло нисек итеп ғаиләһе тураһында уйлаһын? Шуға ла ата-әсәләре тере була тороп та, етемдәр артҡандан-арта, ғәрип балалар тыуа.
Бер танышым ғүмер буйы эскесе ир менән йәшәүенә бына нимә тине:
— Ҡатын-ҡыҙҙы донъя тотҡаһы тип белмәй әйтмәгәндәрҙер. Нисек кенә кәмһетеп, хурлап тормаһын хәләлең, барыбер балалар хаҡы, бергәләшеп өйгән донъя тип, ғаиләне тарҡатмау яғында­һың. Берҙән ҡалма, икенсегә барма ти­гән­дәй, тәрбиә шулай бирелгәнме, әммә ауһам да, йығылһам да, ниндәй генә ауыр хәлгә тарыһам да, тағы тороп ҡалҡам. Балауыҙ һығып алам да яңынан көс-дәрт менән тормошобоҙҙо йәмләргә, иҫерек ирҙең күңелен күреп, барса уйҙарҙы яҡшыға йүнәлдереп, әҙәмсә йәшәргә тырышам, башҡаса әмәлем юҡ...
Эйе, аңларға була ошо рәүешле фекер йөрөткән гүзәлдәрҙе. Йән яртыһы тип ғүмерлеккә риза булып, яратып йәренә барған икән, үҙ һүҙенә тоғро, унан һис ваз кисмәйәсәк, сөнки ул — ғаиләһен ҡурсалаусы әсә.
Иң мөһиме — улар түҙемле. Ә инде сабырҙар бер нәмәгә лә ҡарамай, тешен ҡыҫып йәшәүен дауам итә. Башҡаса мөмкин дә түгел.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509