Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүәккәллек һәм тырышлыҡ кәрәк
Тәүәккәллек һәм тырышлыҡ кәрәк Эшҡыуарҙар, фермерҙар күп хәҙер. Шулар араһында үҙ эшен асҡан гүзәл затҡа һоҡланыуым сикһеҙ. Тәтешле районының Әрибаш ауылы фермеры Эльза Ғилмәүетдинова ҙур булмаған хужалығы һәм эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.
Һүҙ – уға:


– Фермерлыҡҡа урау юлдар аша килдем, әммә алдыңа ниәт ҡуйғанда, уны тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкин. Шуны әйтер инем: үҫемлекселек, йәшелсәселек булһынмы, малсылыҡ тиһеңме, республикабыҙҙа һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бына шуны күҙ уңында тотоп, эшмәкәрлегебеҙ­ҙе ауыл хужалығы буйынса йәйелдерҙек. “Беҙ батырсылыҡ итмәгәндә, һеҙ йәһәт кенә эш башланығыҙ, барыһы ла шыма ғына бара. Уның сере нимәлә?” – тип минән дә, иремдән дә йыш һорайҙар. Иң беренсе тәүәккәллекте һәм егәрлелекте күңелегеҙгә һалығыҙ, тим һәммәһенә лә.
Барыһы ла тиҫтәгә яҡын һыйыр малынан башланды. Ирем Григорий Васильевичтың тана һәм үгеҙ һимертеп һатайыҡ тигән тәҡдимен хуп­ланым. Өҫтәүенә бер нисә һауын һыйыры ла бар ине. Итте һатыуға сығарабыҙ, һөттө комбинатҡа илтәбеҙ. Әйткәндәй, тәүлегенә 140 литр тирәһе һөттө Тәтешле май заводына тапшырабыҙ. Яйлап һыйыр малын арттырҙыҡ, улар һанын 50-гә еткерҙек, әммә был беҙҙең өсөн сик түгел. 120 гектар майҙанға иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән сәстек. Үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла бер юлы алып барыу отошло, минеңсә. Бөгөн игенде йыйып алып бөттөк тиһәң дә ярай. Тик бесән әҙерләгәндә, туҡтауһыҙ ямғыр яуҙы, шулай ҙа күмәк көс менән уны ла тамамланыҡ. Оҙайлы ҡышҡа әҙербеҙ.
Тәүәккәллек һәм тырышлыҡ кәрәкБыйыл 1 миллион 400 мең һумлыҡ грант оттоҡ. Ул аҡсаға техника, һыйыр малы алдыҡ. Форсаттан файҙаланып, етәкселеккә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ысынлап та, беренсенән, тырышһаң, эш ҡарышмай, икенсенән, власть ижтиһад һалғандарҙы күрә һәм ярҙам итә. Был беҙгә ҡанат ҡуя, алдағы көндәргә маҡсаттар билдәләгәндә этәргес көс бирә.
Билмән цехы астыҡ. Ҡайҙан эшсе көс табайым тип баш ватырға түгел. Әрибаштарға эш урыны булдырҙыҡ. Алевтина Ғәлимйәнова, Флүзә Алексеева, Ангелина Ғәйнаншина, Зия Әхмәҙуллина, Рәмил Авзалов, Күсем Зидимышев менән иңгә-иң терәп эшләйбеҙ. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарыбыҙ Диана менән Дарья ла эргәбеҙҙә урала.
Шәхси магазиныбыҙ бар, унда көнкүреш өсөн кәрәкле тауарҙар һатыла. Киләсәктә иһә һөтсөлөктө нығыраҡ үҫтерергә ниәтләйбеҙ.

Илдар АҠЪЮЛОВ
яҙып алды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518