Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмере көрәштә үтте
Ғүмере көрәштә үтте21 февралдә Алыҫ Көнсығыштағы, Монголиялағы яуҙарҙа, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман Мөхәмәт Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулды. Уның тормош юлы үҙе үк ҙур батырлыҡҡа тиң.
Боронғо башҡорт ауылы Йомран-Ибраһимда (әле Ҡырмыҫҡалы районына ҡарай) донъяға килә ул. Ата-әсәһе тәүге балаларына, ауылдашы һәм туғаны Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың хөрмәтенә, Мөхәмәт тип исем ҡуша.
Малай ифрат теремек, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Яҡшы уҡый. Мәктәпте тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумында белем алып, баш агрономдың ярҙамсыһы булып эш башлай. Ауылдарҙа колхоз ойоштороу буйынса агитация алып барыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Бер аҙҙан яҙмыш елдәре Мөхәмәт Ибраһимовты Ленинград тарафтарына илтә. Бында ул, махсус курс үтеп, малсылыҡ белгестәре берекмәһендә эш тәжрибәһе туплай. Унан кире Өфөгә ҡайта.
1934 йылдың сентябрендә Мөхәмәт Ибраһимовты армия хеҙмәтенә алалар. Тымыҡ океан флотына эләгә ул. Һәләтле, тырыш кесе командир, 1936 йылда хәрби авиация училищеһында белем алып, старшина чинына эйә була һәм, авиаполкка күсеп, кесе летчик-күҙәтеүсе булараҡ хеҙмәт итә башлай.
Ул ваҡытта Алыҫ Көнсығышта тынысһыҙ, хәүефле көндәр хөкөм һөрә. Маньчжурияны алғас, япон милитаристары сик буйы биләмәләренә провокация ойоштора башлай. Совет иленең сик һаҡсыларына ла тынғылыҡ бөтә. Хәсән күле ятҡан районда япон ғәскәрҙәренең байтаҡ көсө туплана. Уларҙың ҡаты ҡаршылығы 40-сы, 32-се дивизиялар, авиация тарафынан кире ҡағыла. Мөхәмәт Ибраһимов, яу мәлендә ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, хәрби бурысын атҡарып сыға.
1939 йылдың май — сентябрь айҙарында совет-монгол ғәскәрҙәре Монголия биләмәһенә ингән япон илбаҫарҙарын еңеүгә өлгәшә.
Был ваҡиғаларҙан һуң Мөхәмәт Ибраһимовҡа оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланырға тура килә. Һөҙөмтәлә летчик-күҙәтеүсе, хәрби авиацияла хеҙмәт итеүгә яраҡһыҙ тип табылып, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Әммә офицер кейемен һалып та өлгөрмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мөхәмәт Ибраһимов Алыҫ Көнсығышта өҙөлөп ҡалған яу юлын тәүҙә Силәбе өлкәһендә артиллерия батареяһының комиссары булараҡ, унан Ленинград фронтында дауам итә. Артабан яугир Тихвинды азат итеүҙә, Волховск фронты менән берлектәге алыштарҙа ҡатнаша.
Шул осорҙа элекке авиация белгестәрен һауа-десант ғәскәрҙәренә тупларға бойороҡ була. Мөхәмәт Ибраһимовты Мәскәүгә, унан Ногинскиҙағы 17-се гвардия һауа-десант полкына бүлексә командиры урынбаҫары итеп ебәрәләр. Төньяҡ-Көнбайыш фронт составында Белгород, Харьков, Полтаваны азат итеү өсөн барған өҙлөкһөҙ һуғыштарҙа ҡатнаша.
1943 йылда Мөхәмәт Ибраһимов Украинала ҡаты яралана. Уны Өфөгә алып киләләр. Госпиталдә ярты йыл дауаланғандан һуң кире хеҙмәткә алына. Тәүҙә БАССР-ҙың Хәрби комиссариатында эшләй, унан 40-сы уҡыу дивизияһына ҡараған 28-се полктың миномет батальонында парторг була. Еңеү көнөн Феодосиялағы госпиталь-дауаханала ҡаршылай.
...1946 йылдың февралендә Өфө дивизияһы таратылғас, Мөхәмәт Ибраһимов Чкаловҡа, Көньяҡ Урал хәрби округы сәйәси идаралығының резервына килергә бойороҡ ала. Әммә өлкәнең хәрби-медицина комиссияһы яугирҙе II төркөм инвалиды тип таба. Гвардия капитаны, хәрби хеҙмәттән запасҡа сығарылып, Өфөгә әйләнеп ҡайта.
Тормош дауам итә. Мөхәмәт Ибраһимовты Башҡортостандың өлкә профсоюзы советы аппаратына эшкә алалар. Тынғы белмәҫ, яуаплы хеҙмәткәр вазифаһына барлыҡ ижади оҫталығын, ойоштороу һәләтен һала. Һөҙөмтәлә секретарь итеп һайлана. Бер йылдан һуң иһә Дәүләт учреждениелары профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә, был урында ун йылға яҡын эшләй. Унан хаҡлы ялға сыға.
Күкрәген ике орден, 10-дан ашыу миҙал биҙәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны 93 йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы. Еңеүҙең 60 йыллығын күрермен, тип өмөт итә ине ул...
Ильяс ҒӘЛИЕВ,
отставкалағы подполковник.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840