Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дөрөҫлөк ҡайһы яҡта?
Дөрөҫлөк ҡайһы яҡта? Ай башы Рәсәй халҡы өсөн бик сәйер яңылыҡ алып килде: Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев шәхси хужалыҡтарҙағы мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт һанын сикләү тураһындағы мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Тәҡдим 23 сентябргә тиклем Рәсәй Хөкүмәтенә ебәрелергә тейеш.

Был сәйер мәсьәләне Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров 3 августа үткәрелгән Хөкүмәт кәңәш­мәһендә күтәреп сыҡты. Уның фекеренсә, бөгөнгө Рәсәйҙә һәм төбәктәрҙә шәхси хужалыҡтарҙың аныҡ ҡына критерийҙары юҡ. “Ҡайһы берәүҙәрендә 14 мең баш һарыҡ, 1,5 мең башмаҡ аҫрайҙар. Улар статусы буйынса шәхси хужалыҡ тип иҫәпләнә”, — тип белдерҙе ул. Ставрополь өсөн бындай хужалыҡты биш баш һыйыр малы һәм 20 һарыҡ менән сикләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шәхси хужалыҡта мал-тыуар аҫраған кеше шәхси эшҡыуар түгел, ул һалым түләмәй, тип тә өҫтәне губернатор.
В. Владимировтың был тәҡдиме урынһыҙ булыуы менән аптырата. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә мал-тыуар тотоу, йәшелсә-еләк үҫтереү былай ҙа отошһоҙ шөғөлгә әйләнде. Элек бер нисә көтөү сығарған ауылдарҙа бөгөн ул берәүгә генә ҡалып бара. Картуф-фәлән үҫтергән кеше лә күҙгә күренеп кәмей. Губернатор миҫалға килтергән бер нисә хужалыҡ арҡаһында ауылда йәшәгән кешеләргә рәхмәт әйтеү урынына, улар өсөн артыҡ хәүеф тойғоһо тыуҙырыла.
Һис һүҙһеҙ, ул күтәргән проблема — көнүҙәк. Минең бер ауылдашым егерме­ләп баш йылҡы тота, дөрөҫөрәге, яҙ сығарып ебәрә лә — вәссәләм. Ҡарауһыҙ мал кеше сабынлыҡтарын тапап бөтә, һөҙөмтәлә башҡалар етерлек бесән эшләй алмай. Оло кешеләрҙән һораш­ҡа­ным бар: совет заманында ошо уҡ майҙандағы ер колхоз малын да, кешенекен дә туйҙырырлыҡ бесән, силос, сенаж, иген биргән. Ә бөгөн бында етерлек аҙыҡ етештереп булмай, сөнки күптәр артыҡ мал тота.
Хәтерләйһегеҙҙер, былтыр АҠШ-та бер фәһемле тарих булды. Невада штатында Клайвен Банди тигән фермерҙың 140 йыл буйы федераль власҡа ҡараған ярым­сүллектә малын тотҡан өсөн ҡаҙнаға 1,1 миллион доллар тирәһе аҡса тейеш булғанын иҫәпләп сығарғандар. Сумманы түләтеү маҡсатында уның мөлкәтен тартып алырға полиция ебәреп, саҡ ҡораллы бәрелеш ҡупмай ҡалды. Аяныслы хәлдең яҡын арала беҙҙә лә ҡабатланыуы бар, сөнки ауыл тирәһендәге ерҙәрҙең яңы хужалары был сараны үҙҙәренең тулы хоҡуғы итеп ҡараясағына шик юҡ.
Яңыраҡ телевидениела сюжет күрһәт­кәйнеләр: бер ғаилә баҡсаһында күпләп умарта тотоу арҡаһында, кешеләр ҡорттан сағылған. Йәки икенсе миҫал. Бихисап ҡаҙ-өйрәк (100-150-ләп) алып үҫтергән кешеләрҙең күршеләре күргән зыян да (тиҙәк еҫе, бысраҡ, ҡош-ҡорт тауышы һ.б.) баҙар шарттарында нисектер ҡапланырға тейештер. Тимәк, шәхси хужалыҡтарҙағы малдың иҫәбен көйләргә кәрәк. Был мал, ҡош-ҡорт ғаиләнең аҙыҡ-түлеккә булған ихтыяжын ғына ҡәнәғәт­ләндерер өсөн үҫтере­лергә тейеш. Бынан артығы табыш алыу өсөн, йәғни икенсе маҡсатта, үҫтерелә икән, тимәк, бүтән статус аласаҡ. Губернатор талап иткән һалымдар, санитар-гигиена шарттар ҙа икенсе төрлө булырға тейеш.
В. Владимировтың тәҡдимдәре Дмитрий Медведев тарафынан ҡабул ителгән икән, тимәк, улар етди. Биш баштан ашыу һыйыр малы, егерменән артыҡ һарыҡ аҫраған ғаиләләргә бик хафала­нырға кәрәкмәйҙер. Артыҡ малды мотлаҡ бө­төрөргә тигәнгә барып етмәҫтәр. Әммә баҙар шарттарында бына нимәне аңларға кәрәк: шәхси хужалыҡ тигән төшөнсә тора-бара юҡҡа сығасаҡ. Ауыл хужалығы продукцияһы махсус хужалыҡтарҙа ғына етештерелергә тейеш. Был бизнес өсөн бик мөһим. Эш хаҡына ғына йәшәгән һәр кем аҙыҡ-түлекте баҙарҙан ғына һатып алһын. Ә ауыл эшен яратҡандар өсөн, хәҙерге Көнбайыш дәүләттәрендәге кеүек, махсус рөхсәт алғас ҡына мал-тыуар менән шөғөлләнергә мөмкинлек асыла­саҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйына күсеп килгән шөғөлө тора-бара тарихта ғына ҡаласаҡ. Бында төрлө һыл­тауҙар – африкан тағуны, ҡош киҙеүе һәм башҡалар – табылып торасаҡ. Малға махсус һуйыу урындары булдырыуҙы ғына алып ҡарағыҙ.



Константин Толкачев,
Дәүләт Йыйылышы –
Ҡоролтай Рәйесе
:

– Башҡортостан, шулай уҡ халыҡтың күпселеге ауыл ерендә йәшәгән, аграр йәһәттән алға киткән башҡа төбәктәр өсөн, дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелмәй тороп, бындай ҡарар ҡабул итеү хәлдең тотороҡһоҙланыуына килтереүе, кешеләргә етди ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Импортты алмаштырыу шарттарында үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә ихтыяждың артыуы хаҡында ла оноторға ярамай. Ауылда етештерелгән продукция экологик яҡтан таҙа. Халыҡтың уға ышанысы ла юғары. Тап шуға күрә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға лимит билдәләү мәсьәләһен хәл иткәндә субъекттарҙың фекерен иҫәпкә алырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509