Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күрә бел генә — мөғжизә эргәлә
Күрә бел генә — мөғжизә эргәлә Мәл. Уны тотоп, кадрға эләктереп кенә өлгөр. Өлгөрмәнең икән – бөтөнләйгә юғалттың тигән һүҙ. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: береһен дә махсус рәүештә төшөрәм тип “һунар”ға сыҡмайһың. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән дә ошондай мәлдәрҙе сағылдырған һүрәттәр көтәбеҙ.

Ҡая булмаһа,
бағана ла ярай


Күрә бел генә — мөғжизә эргәләТәбиғәт бөгөн йәнләнә. Юҡ, беҙ һаҡсыл булғанға түгел. Дөйөм хужалыҡ тарҡалып, малдар бөткәйне, элекке урындарҙа таллыҡтар үҫеп сыҡты, сәскәләр төрлөләнде. Ҡоштар донъяһы ла тулылана: ҡасандыр беҙҙең яҡтарҙы ташлап киткән бөркөттәргә тиклем ҡайтты. Ана, береһе юғары вольтлы электр сымы тартылған бағана башын “таш-ҡая” иткән дә тирә-яҡты күҙәтә. Шулай ҙа яҡын ебәрмәй, килә башлау менән һауаға күтәрелә — талғын ел ыңғайына ҡанаттарын елкәндәй кирә.


Ҡоштар оя ташламай

Күрә бел генә — мөғжизә эргәләКесерткән турғайҙары тип йөрөтәләр уларҙы беҙҙең яҡта. Таллыҡ, йылға буйҙарындағы ҡыуаҡлыҡ тирәләй үҫкән кесерткәнде үҙ итеп, ошонда оя ҡорған өсөн шулай атағандарҙыр инде. Күренмәйҙәр ҙә. Тик ояларына яҡын бара башлаһаң, баш осонда йән өшөткөс сырҡылдыҡ тауыш сығарып осалар.
Ҡайһы ваҡыт салғы осо кесерткәнгә эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ундай саҡта ҡоштар балаһын күсереү яғын ҡарай. Һәр хәлдә ояны асыҡ ҡалдырмайҙар, сөнки йомортҡалары әллә ҡайҙан ялтырап, балалары күренеп тора. Ни ғәләмәт, былары тәбиғи булмышына буйһонамы: инәһе яйлап оя баҫып сығарҙы, сипылдаҡтары үҫеп етте. Балаларын сит-ят ҡоштан, йыртҡыс йәнлектән һаҡлау өсөн күпме түҙемлек, көс кәрәклеген үҙҙәре генә беләлер.

Сырр-сырр...

Күрә бел генә — мөғжизә эргәләБыл йәшел сиңерткә шул тиклем мауыҡҡан, хатта эргәһенә килеп еткәндә лә уйлап бирмәйенсә, үлән һуты һура. Бәлки, “модел”леккә дәғүә итәлер ҙә төрлө яҡлап фотоға төшөргәнде көтәлер.


Иртән тороп,
тышҡа сыҡһам…


Күрә бел генә — мөғжизә эргәләЮҡ, таҡмаҡтағыса “һыйыр ҙа сәпәкәй итмәй, ҡара һарыҡ та гармун уйнап, кәзәкәйҙе бейетмәй”, ә… калуш эсендә туҙбаш йылан ята! Бахырҙың баш, һырт тирәһе уйылған — яраһы тәрән. Шунда уҡ мейе буйлап: “Терпе һөжүм иткән”, — тигән уй үтте. Туҙбаш һыйыныр урын эҙләп калуш эсенә ҡасҡан.

Баҡсала ике күрше йәшәй. Береһе — терпе. Икенсеһе – йорт, мунса нигеҙендә оя ҡорғаны — йылан. Һәр хәлдә көндөҙ ошо тирәгә сығып, ҡояшта ҡыҙынырға ярата ул. Терпе иһә ҡыштыр-ҡыштыр төнө буйы йөрөп сыға ла көндөҙ хәл ала.
Беҙҙең халыҡта улар икеһе лә зыянһыҙ иҫәпләнә. Туҙбаш йыланды үлтерергә ярамай — изге һанала. Өйгә инеп йөрөмәһен өсөн уға аҡ (ҡатыҡ, һөт) һалып, ситкә генә ҡуйырға мөмкин, тиҙәр. Йорт эйәһе лә туҙбаш сүрәтендә була тигән әйтем бар.


Ике тунлы

Күрә бел генә — мөғжизә эргәләБыл һарыҡҡа үҙенең тәбиғи туны ғына етмәгән, яһалмаһын да кейергә уйлаған — дегәнәк йәбештергән. “Мода ҡыуыусы” һис аптырамай, башын да ҡалҡытмай ашауын белә. Бәлки, туны уның һаҡланыу сараһылыр ҙа — бер кем, бер нәмә борсой алмай.


Сувенир бәшмәктәр

Күрә бел генә — мөғжизә эргәләҠар өҫтөндәге бәшмәктәрҙән дә матур күренеш юҡтыр. Юҡ, былары урманда үҫмәгән, ә... үҙебеҙ гелән бәшмәк йыуған һыуҙы түккән урында килеп сыҡҡан. Ҡыш буйы үҙенсәлекле сувенир булып ултырҙылар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509