Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Генералыңды рәнйетә күрмә!”
— Һеҙ нимә, сираттан тыш наряд алырға теләйһегеҙме?
— Юҡ, иптәш старшина! Мин үтә сабыр кеше, уны бик оҙаҡ көтөп тора алам.

* * *

Взвод командиры:
— Иванов, нимә ул тыуған ил?
— Белмәйем.
— Аңра! Тыуған ил – ул һинең әсәйең. Петров, нимә ул тыуған ил?
— Тыуған ил – ул Ивановтың әсәһе.

* * *

Прапорщик медицина тикшереүе үтә. Окулист уға:
— Һул күҙегеҙҙе ҡаплағыҙ, – ти. – Был ниндәй хәреф?
Прапорщик бер нимә лә өндәшмәй.
— Хәҙер уң күҙегеҙҙе ҡаплағыҙ. Был ниндәй хәреф?
Прапорщик йәнә бер ни өндәшмәй.
— Һеҙ әллә бер нәмә лә күрмәйһегеҙме?
— Юҡ. Бик яҡшы күрәм, тик бына уларҙың нисек аталғанын онотҡанмын.

* * *

Бер ҡарт һалдат, үҙенең ефрейтор икәнен белдереп, өйөнә хат ебәрә. Әсәһе уға үҙенең кәңәшен әйтеп хат яҙа:
“Ҡара һин уны, улым, тәртипле генә йөрө. Үрләттеләр тигәс тә, генералдарыңды берүк рәнйетә күрмә”.
* * *

Сүллектә ишәк менән прапорщик осраша. Ишәк унан:
— Һин кем? – тип һорай.
Прапорщик тирә-яғына ҡарана – бер кем дә юҡ.
— Мин офицер булам, – тип маһая ул. — Ә һин үҙең кем?
Ишәк тә тирә-яғына ҡарана – бер кем юҡ.
— Мин – сабыш аты.

* * *
Полковник кәйефһеҙ генә өйөнә ҡайтып бара. Уны прапорщик ҡыуып етә.
— Иптәш полковник, нимә булды?
— Аҡса бөтөп китте әле. Бәлки, һин биреп торорһоң?
— Минеке лә юҡ шул, шулай ҙа кәңәш менән булһа ла ярҙам итә алам.
— Йә, нисек?
— Бына хәҙер өйгә ҡайтаһығыҙ. Моғайын, ҡатынығыҙ аш бүлмәһендә нимәлер бешереп йөрөй. Һеҙ арттан ипләп кенә килеп, уны йомшаҡ ҡына ҡосаҡлағыҙ ҙа ҡолағына наҙлы ғына берәй һүҙ бышылдағыҙ. Күрерһегеҙ, ул үҙе һеҙгә аҡса бирәсәк.
— Ярай, кәңәшең өсөн рәхмәт!
Полковник өйөнә ҡайта. Прапорщиктың кәңәшенә әллә ни ышанмаһа ла, ул өйрәткәнсә эшләп ҡарарға була. Аш бүлмәһенә инһә, ҡатыны төшкөлөккә әҙерләй. Полковник ипләп кенә килеп, хәләл ефетен ҡоса, ҡолағына матур һүҙҙәр шыбырҙай.
Ҡатыны уға әйләнеп ҡарамай ғына:
— Нимә, прапорщик, тағы аҡсаң бөттөмө?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512