Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Гимназияла уҡығы килә!”
“Гимназияла уҡығы килә!” – Һаумыһығыҙ!
Айнур Фәрғәт улын эш кабинеты янында уҡ бер ханым ҡаршы алды. Директор бүлмәһенең ишеген асты ла уға өндәште:
– Рәхим итегеҙ! Ни йомош?
Ҡатын үҙенең ни сәбәпле килеүен әйтте:
– Улым бығаса башҡа мәктәптә уҡый ине. Әле һеҙгә күсерергә булдыҡ, бында тәртип яҡшы, тиҙәр. Икенсенән, башҡорт телен өйрәнһен ине, тим. Тәүҙәрәк алыҫ тип бирмәгәйнек, хәҙер үҫте инде.


– Улығыҙ башҡортса беләме һуң?
– Былай һөйләшеүен-һөйләшә лә, шыма ғына итеп уҡый-яҙа белмәй.
– Улай булғас, өйҙә лә шөғөлләнергә тура килер, мәктәптә генә башҡортса өйрәтеп булмай…
Ыңғай яуап алған әсә ҡыуанып сығып китте. Был һөйләшеү былтыр уҡыу йылы башында булғайны. Күптән түгел директор теге ҡатынды йәнә осратты.
– Балам гимназияға теләп йөрөй, хәҙер башҡортса һин дә мин һөйләшә, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.
Ҡалала берҙән-бер башҡорт гимназияһының абруйы үҫә барыуына Айнур Ишемғоловтың ҡыуаныуы йөҙөнә яғылды. Ысынлап та, уҡыу йорто тәртип, өлгәш буйынса башҡа белем усаҡтарына өлгө. Шуға башҡа милләт вәкилдәре лә балаларын бында уҡырға бирергә атлығып тора.
Ҡырмыҫҡалы районының Алайғыр ауылында тыуып үҫкән Айнур Стәрлетамаҡ педагогия академияһының математика факультетын тамамлай. Гимназияға етәкселек итеүҙе 2011 йылда ышанып тапшыралар йәш педагогка.
Уҡыу йортонда “Йыл уҡыусыһы” конкурсын уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Ул балаларҙа белем алыуға, гимназияның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шулай уҡ олимпиада, фәнни-ғәмәли конференциялар, конкурс һәм ярыш призерҙарының “Еңеүселәр парады”н үткәреү ҙә үҙ емештәрен бирә. Бүтәндәр ошо ғәжәп байрамда ҡатнашыусыларҙан өлгө ала, уларға тиңләшергә ынтыла.
Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эше – гимназияла белем эстәгән һәләтле балалар менән шөғөлләнеүҙең бер йүнәлеше. Бына тиҫтә йылдан ашыу “Мираҫ” фәнни ойошмаһы эшләп килә. Уға юғары категориялы химия уҡытыусыһы Ә. Ғәҙелшина етәкселек итә.
Йәш директор үҙе йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, милли матбуғатты таратыуҙа ҙур тырышлыҡ һала. Был йәһәттән:
– Ҡала балаларын күберәк башҡортса өйрәтергә кәрәк. Был эштә гәзиттең дә өлөшө ҙур. Шуға ла гимназияла милли матбуғатҡа яҙылыу өлкәһендә ҙур эш алып барабыҙ, – ти Айнур Фәрғәт улы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509