Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшләмәйсә ҡул оҫтармай
Эшләмәйсә ҡул оҫтармай Райондың һабантуй майҙаны гөрләп тора. Халыҡ байтаҡ. Йыл һайын республика кимәлендә ойошторолған “Урман ҡырҡыусы” бәйгеһенең быйыл тап ошо ерҙә үткәрелеүе юҡҡа түгел: Ҡариҙел күптән урман сәнәғәте буйынса Башҡортостанда алдынғылыҡты бирмәй. Ағас эшкәртеү менән бында утыҙҙан ашыу ойошма шөғөлләнә, улар йылына 88 мең кубометр материал етештерә. Был күрһәткес һуңғы йылдарҙа өс тапҡырға артҡан.
Дәүләт эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу мәсьәләһен иғтибар үҙәгендә тота. Әлеге бәйге Башҡортостандың урман сәнәғәтселәре ассоциацияһы һәм Ҡариҙел районы хакимиәте тарафынан тап ошо маҡ­сат­та Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Сә­нәғәт һәм инновация сәйәсәте, Урман хужа­лығы министрлыҡтары ярҙамында ойош­торолған.
Эшләмәйсә ҡул оҫтармайИке көн барған сарала иң оҫта урман ҡырҡыусылар ағас йығыу, бысҡы менән эш итеү, бүрәнәне тейешле үлсәмгә тап килтереп бысыу, ботау кеүек ярыш төрҙәрендә үҙен һынаны. Чемпионатҡа Өфө урман хужалығы техникумынан, “Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы”, “Селена” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренән, Әмзә урман хужалығынан, Нуриман, Ҡариҙел урмансылыҡтарынан командалар килгәйне. Беренсе көндө улар ағас бысыу оҫталығын күрһәтте. Был ярышта урман ҡырҡыусы ни бары өс минут эсендә ағасты бөтөн хәүефһеҙлек сараларын күреп йығырға тейеш. Беренсе конкурс уҡ һәр команданың етди әҙерләнгәнлеген күрһәтте, тип билдәләне белгестәр.
Былтырғы бәйгенең еңеүсеһе Әмзә урман хужалығы вәкиле Николай Калинин ағас ҡырҡыусы булып 22 йыл эшләй.
Эшләмәйсә ҡул оҫтармай– Ысынлап та, әлеге бәйгелә әйтелеүенсә, йәштәр был һөнәргә килмәй тиерлек. Минеңсә, нәҡ ошондай саралар кешелә тармаҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙең эште ҡарап торған малайҙар һуңынан эргәгә килеп һорауҙар яуҙырҙы. Шуныһы мөһим дә инде. Көнөнә 150 кубометр ағас киҫәм. Һөнәрем оҡшай. Урман гел яңырып торорға тейеш тип һанайым. Иң яратҡан шөғөлөм иһә – ағас ултыртыу, – тип һөйләне Николай Валерьевич. Әйткәндәй, ул былтыр Киров ҡалаһында үткән дөйөм Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашып, беренселекте алған. Әлеге бәйгелә бысҡыны ҡороу буйынса рекорд ҡуйҙы – 16 секундта ҡоралы эшкә әҙер ине.
Бәйгелә беренсе урынды быйыл да Нефтекама ҡалаһының Әмзә урман хужалығы алды, икенсе урынға Ҡариҙел районының урман эшкәр­теү­селәр союзы сыҡты, өсөнсө урында – “Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы”. Еңеүселәр сентябрҙә Ҡазан ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ.
Белорет урмансылығында эшлә­гән Марат ағай Сафуанов менән ярыш алдынан бер аҙ һөйләшеп өлгөрҙөк.
– Урман ҡырҡыусы һөнәрен үҙләш­тергәнемә – өс йыл. Быға тиклем кранда эшләнем. Әлеге бригадабыҙ өс кешенән тора: минән тыш, Дамир Хажин, Рәмил Бикбулатов. Егеттәр ышаныслы. Нисек кенә булмаһын, урманға сыҡҡанда татыу йөрөргә, бер-береңде аңлап эш итергә кәрәк. Беҙ унар тәүлек ҡайтмай эшләйбеҙ, көнөн-төнөн урманда үткәрәбеҙ. Тәбиғәт менән аралашыу ҙа, эшем дә оҡшай, – ти Марат ағай.
Чемпионат ағас эшкәртеүсе ойош­маларға тәжрибә уртаҡлашыу, тар­маҡтағы үҙгәрештәр менән танышыу, яңы продукция күргәҙмәһен ҡарау мөмкинлеген бирҙе.
Эшләмәйсә ҡул оҫтармай
Арыҫлан МЫРҘАГИЛДИН, “Нуриман урмансы­лығы” дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе:
– Илдең урман хужалығы үҙгәртеп ҡороу заманынан һуң бөлгөнлөккә төшкәйне. Ваҡытында үткәрелгән реформалар уның аяҡҡа баҫыуына булышлыҡ итте. Әле беҙ элекке система буйынса эшләй башланыҡ, һәм был мине ҡыуандыра. Тармаҡты үҫтереү, һөнәрҙең абруйын күтәреү өсөн әлеге һымаҡ саралар үткәреү фарыз. Тағы ла мөһимерәге – ауыл халҡына эш кәрәк. Күпселек ир-егет эш хаҡы түбән булғанлыҡтан ситтә, Себерҙә бил бөгөргә мәжбүр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840