Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихлас ярҙам онотторор хәсрәтте
Ихлас ярҙам онотторор хәсрәтте Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылындағы янғын бөтә республиканы шаңҡытты. Һин дә мин йәшәп ятҡанда дүрт ғаиләгә ҡара ҡайғы килгән: ғүмер буйына йыйған донъялары бер нисә сәғәттә көл-күмергә әйләнгән. Ярай әле ҡорбандар юҡ. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итеү маҡсатында “Рәсәй – Башҡортостан” телеканалының милли тапшырыуҙар бүлеге мәрхәмәтлек акцияһы ойошторған. Ошо турала бүлек етәксеһе Уйылдан ҒӘЛИН һөйләй.
– Бурҙан ҡала, ә ут-һыуҙан ҡалмай, тиҙәр. Бөрйәндәге афәтте ишетеп, ныҡ тетрәндек. Телеканал директоры Азамат Сәлихов менән кәңәшләш­кәндән һуң, монасиптарға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк тигән аныҡ ҡарарға килдек. Эште ниҙән башларға? Телевидение аша йән өшөткөс яңылыҡты тиҙ арала тотош Башҡортостанға тараттыҡ. Был турала хәбәрселәр Рәлиә Сәхипгәрәева – башҡорт телендә, ә Зилә Афзалова урыҫса текст яҙып, оператор Олег Беляев көслө сюжет әҙерләгәс, “Хәбәрҙәр”ҙә күрһәттек. Уны күҙ йәштәрен тыйып ҡарау мөмкин түгел. Ҡайһылай ҡыҙғаныс: бер ҡат кейем менән генә тороп ҡалған һәр береһе. Бынан тыш, тема “Ауаз” тапшырыуында ла сағылыш тапты.
Эйе, беҙ хәбәр еткереүсе генә түгел, ә булышлыҡ итеүсе бурысын да үтәргә тейеш бит әле. Башта акция хаҡындағы иғланды социаль сел­тәрҙәр аша тараттыҡ. Телеүҙәк фойе­һына махсус ҡумта урынлаш­тырҙыҡ, теләгәндәр унда аҡса һала. Шунда уҡ кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡ йыйыу өсөн бер бүлмә хәстәрләнек. Халыҡтың эркелеп килеүе, битараф булмауы һөйөндөрҙө. Көн дә ниҙер килтерәләр. Бер апай әйтеүенсә, 70-се йылдарҙа ошондай уҡ ҡайғыны башынан үткәргән, шуға был күренештән бер нисек тә ситтә тороп ҡала алмай. Ә 60-ты ҡыуған ағайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, өйө янып юҡҡа сыҡҡас, бөтөнләй сит кешеләрҙең хәстәрен тойған.
Бәләгә юлыҡҡандарға, оҙайлы ям­ғырҙар һәм һыуыҡтар башланғансы, йорттарын төҙөп бөтөрөргә кәрәк. Бүтәндәр ҙә беҙгә ҡушылһа ине. Белеүебеҙсә, Бөрйән районы хаки­миәте лә көнкүреш кәрәк-ярағы йыйыуҙы ойошторған, банкта махсус иҫәп асҡан.
Август аҙаҡтарында Иҫке Монасип ауылына барып, ярҙам йө­ҙө­нән йыйылған әйберҙәрҙең, аҡса­ның барыһын да янғындан зыян күргәндәрҙең ҡулына тапшырырға уйлайбыҙ.

И. АҠЪЮЛОВ яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840