Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил алдында ант биргәнмен
Ил алдында ант биргәнменВатан алдында ант биреү – һалдат өсөн иң иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс ваҡиғаларҙың береһе. Тәрәндән уйлап ҡараһаң, илебеҙҙең тарихында күпме етәкселек алмашынған, дәүләтебеҙҙең ҡоролошо борон нисек булған да хәҙер ҡайһылай. Бер нисә тапҡыр хәрби анттың тексына өҫтәмәләр ҙә ингән, әммә йөкмәткеһе һис үҙгәрмәгән. Элекке шикелле бөгөн дә ул Ватанға тоғро хеҙмәт итеүгә ҡайтып ҡала.
... Хәрби часҡа аяҡ баҫыуыбыҙға бер ай тирәһе үтеүгә, алда көтөләсәк күңелле тантана тураһында белдерҙеләр. “Киләһе аҙнаның дүшәмбеһендә ант ҡабул итәсәкһегеҙ, уға әҙерлек бөгөндән башланды, тип уйлағыҙ. Байрамда атай-әсәйегеҙ йәки яҡын туғандарығыҙ ҙа ҡатнаша ала, саҡырыу ҡағыҙы буйынса исемлек төҙөләсәк”, – тине рота командиры майор Леонид Табаков.
Казарманың бишенсе ҡаты гөж килеп тора. Көндөң тәүге яртыһы тулыһынса хәрби уставты өйрәнеүгә бүленде. Ленин бүлмәһендә лекция тыңлайбыҙ: сәйәси һиҙгерлеккә төшөндөрҙөләр, уяулыҡты юғалтмау хаҡында аңғарттылар, антты матур итеп уҡыу йәки уның һүҙҙәрен ятлау талабы ҡаты ҡуйылды. Маршҡа баҫыу буйынса күнекмәләр үттек, автомат менән дә эш итергә өйрәттеләр. Кис иһә һалдат телендәге “бытовка”нан сыҡмайбыҙ: өр-яңы булһа ла, кителде һәм салбарҙы ҡабаттан үтекләп элеп ҡуйҙыҡ, фуражканы ҡат-ҡат кейеп ҡарайбыҙ, ботинканы ялтыраттыҡ, шеврон, петлица, эмблема, погон һүтелмәгәнме, төймәләр дөрөҫ тегелгәнме – ҡыҫҡаһы, өҫ-башты ҡарауға ваҡыт күп бүленде. Шулай итеп, йәйге парад кейемен тулыһынса тәртипкә килтерҙек.
7 июлде бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Кәйеф шул тиклем күтәренке. Сәғәт 10 тулыр-тулмаҫтан плацҡа ашыҡтыҡ һәм шеренганың алғы рәтенә ҡалын аҡ һыҙыҡҡа теҙелдек. Дискотекаға барырға йыйынғандай, барыбыҙ ҙа фырт кейенгәнбеҙ. Ә инде автомат таҡҡас, бигерәк тә эреләнеп киттек (ант биргәндә ҡорал һалдаттың ҡулында булырға тейеш). Ни генә тимә, кисәге малай-шалайға уны ышанып тапшырғандар бит! Ғорурланмаҫлыҡ та түгел шул! Штабтың оркестры уйнаған көйҙәр күңелде елкендерә. Тәүҙә СССР-ҙың Дәүләт флагы күтәрелде, унан инде Почетлы ҡарауыл частың Хәрби байрағын алып сыҡты.
Полк командиры полковник Анатолий Медведев һалдаттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы (Украина, Белоруссия һәм Балтик буйы илдәренән хеҙмәттәштәребеҙҙең ата-әсәһе күп килгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандан берәү ҙә булманы) иҫтәлекле байрам менән ҡотланы, беҙҙе ҡыйыу, тәүәккәл булырға саҡырҙы, Ватанға тоғро хеҙмәт итергә өндәне. Бынан тыш, Коряжма ҡалаһының халҡы ла күренә. Күңелдәрендә илһөйәрлек тойғоһо уятыу өсөн хәрби сборҙағы егеттәрҙе (көҙ X класҡа барасаҡ) алып килгәндәр, тиҙҙән улар ҙа һалдат ҡайышын тағасаҡ бит.
– Ант биреү – маҡтаулы һәм етди бурыс, егетлектең бер билдәһе лә. Ватанды һаҡлау һәм уның конституцион ҡоролошон ҡаҡшатмау – һалдат намыҫында, уны аҡлау өсөн тырыш, уяу булыу зарур, ғүмер буйы антты тотоуығыҙға ышанам, – тип тамамланы сығышын ҡорос тауышлы полковнигыбыҙ.
Мәктәптәге шикелле бында ла алфавит буйынса саҡырттылар.
Фамилиямды иң беренсе булып ишеткәс тә, алдан өйрәткәнсә, өҙөп-өҙөп баҫып плацтың уртаһына — офицерҙар янына яҡынланым. Бер бит ҡағыҙға һыйған текстың һүҙҙәрен ятлап бөткәйнек инде, ете төн уртаһында уятып һораһалар ҙа һөйләп бирәсәкмен, шуға күрә ҡағыҙға ҡараманым да.
Документтағы исем-шәрифем тәңгәленә ҡултамғамды ҡуйғандан һуң бында нисек йәһәт килгәнмен, шул уҡ тиҙлектә торған еремә кире барып баҫтым. Урындан ҡымшанмайынса, төҙ генә баҫып тороп, хеҙмәттәштәремде тыңланым.
Илебеҙҙең ватансылыҡ рухы менән һуғарылған гимн яңғырағандан һуң тантаналы марш менән плацтан бер тапҡыр үттек. Фотоға айырым да, күмәкләп тә төштөк, әммә береһе лә һаҡланмаған. Белорус, украин, латыш, эстон һәм урыҫ дуҫтарҙың яҡындары менән осрашыуын, әсәләренең күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуын күреү беҙгә лә тәьҫир итмәне түгел. Улар йөҙөндә булһа ла ғәзиздәребеҙҙе күҙ алдына баҫтырҙыҡ. “Ашау яғы нисек? Йоҡоғоҙ туямы? Ҡыйырһытмайҙармы?” – һорау артынан һорау яуҙыралар ғына, күстәнәстәре телде йоторлоҡ. Һалдаттарҙы быға тиклем булмағанса байрамса төшкө аш көтә ине, ә төштән һуң тәүге тапҡыр увольнениеға сығырға рөхсәт иттеләр.
Ил намыҫын һаҡлап яуға сығыу – батыр егеттәрҙең бурысы, тиҙәр. Минеңсә, ант биреү – намыҫ билдәһе лә, изге бурыс та. Ә намыҫ тигән төшөнсә – әҙәм балаһындағы иң юғары сифат. Һалдат хеҙмәтендә ул көндәр, айҙар һәм йылдар һуҙымында һинең менән бергә, һуңынан инде был тойғо мәңге сыҡмаҫлыҡ булып күңелеңә инеп урынлаша. Ил алдында биргән антың һине ғүмер буйына оҙатып йөрөй.
Илдар АҠЪЮЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840