Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быуындар осрашыуы — йәштәр өсөн тормош һабағы ул
Быуындар осрашыуы — йәштәр өсөн тормош һабағы ул “Үткәнһеҙ киләсәк булмай” тигән хаҡ әйтем йөрөй халыҡта. Миңә республиканы күп гиҙергә, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән төрлө осрашыуҙа ҡатнашырға тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн йәштәр, уҡыусылар, Интернет, компьютер менән мауығып, үҙ тарихын өйрәнергә ашҡынып бармай, тормош гел генә ошолай булған, тип уйлай.


Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә шул тема буйынса фәһемле осрашыу булғайны. Сарала уҡытыусылар, уҡыусылар ошо мәктәптә уҡып сығып, артабан төрлө ваҡытта уға етәкселек иткән остаздары — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, 34 йыл “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире вазифаһында эшләгән Сәлимйән Ғүмәров, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәббәс Ғүмәров, бөгөнгө директор Хәмит Назаров — менән осрашты.
Әлбиттә, башлап һөйләү минең бәхеткә тейҙе, сөнки тормошом Байыш мәктәбе менән үрелеп барҙы, уға мәңге рәхмәтле булып ҡалам.
Ғүмер үтә, һис туҡтатып булмай,
Хәтерләтеп йылға ағышын.
Йөрәгем түрендә — туған мәктәп,
Күңелемдә — гүзәл Байышым, —
тип яҙғайным бер заман.
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылда Сәғит башланғыс мәктәбенең 1-се класына уҡырға барҙым. Тормошомдағы был оло ваҡиғаға 75 йыл тулып килә. Бала саҡтан һуғыш ауырлыҡтарын иңгә һалып, халыҡтың ҡайғы-хәсрәтен йөрәк аша үткәреп, аслыҡ-яланғаслыҡты татып йәшәргә тура килде. Һуғышта һәләк булған ағайҙарҙың етем ҡалған ғаиләләренә ярҙам итергә тырыштыҡ, утын-бесән килтерҙек, мал-тыуарын ҡараштыҡ. Ул саҡта миңә ни бары 10-11 йәш ине.
Ошо йәштән үк ат йә үгеҙ егеп, колхозда ер һөрҙөк. Эш ваҡыты иртәнге сәғәт 6-нан киске 10-ға тиклем дауам итте. Ғәббәс ағай менән мин хатта “колхоздың ударнигы” исемен йөрөттөк: көн һайын бер гектар, хатта унан да күберәк ер һөрә инек. Нисек түҙгәнбеҙ — бөгөн дә аптырап ҡуям. Яҙғы һыуыҡ төндәрҙә һалам ҡыуыш эсендә иҫке-боҫҡо бишмәт ябынып йоҡлай инек. Сысҡан ауырыуы йоҡтороу, талпан тешләү ихтималлығы башыбыҙға ла инеп сыҡманы.
Шулай ҙа хәлемде аңлаған берәү булды: ул — аш бешереүсе Бибисара апай. “Сәлимйән, төшкө ашыңдың яртыһын ауырыу әсәйеңә алып ҡайтҡаныңды күптән күҙәтәм, ҡуйыраҡ та һалыр инем — юҡ бит”, — тип мине йыуата торғайны. Ысынлап та, дүрт йыл түшәктә ятҡан әсәйемә өлөшөмдө алып ҡайтып ашатып йөрөнөм. Ул, рәхмәтен әйтеп, арҡамдан һөйөп ебәрә ине.
Колхозда йә ат, йә һыйыр үлгән тигән хәбәрҙе ишетһәк, бысаҡ тотоп шунда йүгерҙек, итенән йәки тиреһенән өлөш сығарып, өйгә алып ҡайтып бешереп ашаныҡ. Уның хәрәм йәки хәләл булыуы беҙҙе бик ҡыҙыҡһындырманы. Иң мөһиме — тамаҡ туйҙырыу.
Күршеләрҙең Алабай исемле эте бар ине. Көҙ көндәрендә шуны эйәртеп ҡуянға һунарға сығабыҙ. Күреп ҡалһа, шешҡолаҡты ебәрмәй тота ла беҙҙең килгәнде көтә ул. Ҡорбаныбыҙҙы ҡиблаға ҡаратып һуябыҙ ҙа кисен аулаҡ аш ойошторабыҙ. Әлбиттә, эткә лә өлөш сығарабыҙ. Кем әкиәт һөйләй, кем йырлай — кисәбеҙ күңелле үтә. Ауыр тормош балаларҙы ла шулай дуҫлаштырҙы, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәргә өйрәтте.
Һуғыш йылдарында уҡыу осоро октябрь башынан йә уртаһынан май айына тиклем барҙы, сөнки яҙлы-көҙлө ер һөрөргә, иген сәсергә кәрәк ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә, Байыш ете йыллыҡ мәктәбенә яҡын-тирә ауыл балалары уҡырға килде. Улар араһында оло ғына апайҙар ҙа булғыланы, сөнки мәктәптә уҡығандарҙы ФЗО-ға алып китмәйҙәр ине. Сәғит менән Байыш араһы – өс саҡрым самаһы. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә уҡырға ҡараңғыла сыға торғайныҡ, барып еткәнсә бүреләр олоп оҙата барҙы. Шуға күрә бергәрәк ҡулда суҡмар тотоп йөрөүҙе ғәҙәткә индерҙек. Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, балалар уҡырға бармай ҡалманы.
Бөгөнгөләй хәтеремдә минең
Ағас ручка, “имән” ҡаралар,
Белем алыу өсөн туңа-туңа,
Ас-яланғас килгән балалар.
Аслыҡ-яланғаслыҡ, беҙ сиккән ғазаптар, “бер генә тешләм икмәк сәйнәһәң икән” тигән хыялдар беҙгә тормош һабағы булды, донъяның ауырлығын да, рәхәтен дә татып ҡарау мөмкинлеге бирҙе.
1945 йылдың 9 майы. Йоҡо алмағас, ни өсөндөр Байыш мәктәбенә уҡырға иртәрәк юлландым. 5-се класта инем инде. Мине мәктәп алдында башҡорт теле уҡытыусыһы Ниса апай ҡаршы алды. “Сәлимйән, — тине ул, — бөгөн уҡымайбыҙ. Еңеү көнөн байрам итәбеҙ”. Мин ялан аяҡ ауылға йүгерҙем. Туп-тура колхоз идараһына индем. Унда рәйес, ике бригадир, тағы бер нисә кеше гәзит ҡағыҙына төрөп тәмәке тартып ултыра. Мин: “Һөйөнсө, бөгөн – Еңеү байрамы!” — тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ул ваҡытта ауылда телефон да, радио ла юҡ ине бит. Ирҙәр мине күтәреп алды ла, һөйөп, рәхмәт әйтте. Рәйес шунда уҡ ике бригадирға: “Ике һимеҙ һыйырҙы һуйып, халыҡты байрам иттерергә, балаларҙы ла онотмаҫҡа”, — тип бойороҡ бирҙе. Байрам ашында күптәр оло шатлыҡ кисерҙе, ләкин ирҙәре йәки улдары һуғыш яланында һәләк булғандар, етем ҡалған балаларҙың әсәйҙәре, туғандары яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп ала, йөҙҙәрен ҡайғы-хәсрәт баҫҡан. Шулай ҙа Еңеү байрамы һәр кем өсөн көтөп алынған тарихи ваҡиға булды.
Шатлыҡ менән ҡайғы йәнәш йөрөй, ти халыҡ. Еңеү көнө үткәс, май айында Зәбирйән ағайым, шинеленең һул еңен кеҫәһенә тығып, ауылға ҡайтып төштө. халыҡ күп йыйылды: ағайҙың оҫта ҡурайсы булыуын яҡшы беләләр ине, бәлки, моң тыңларға килгәндәрҙер… Үкенескә ҡаршы, ул бер ҡулынан яҙыу арҡаһында был ҡорал менән мәңгегә хушлашты. 1945 йылда әсәйем мәңгелек донъяға күсте. Йәштән етем ҡалыу, әлбиттә, бик ауыр. Әммә ошо ғазаптарҙы еңеп сығырға кәрәк булды. Шуныһы үкенесле: әсәйемдең ҡәберен белмәйем — ерләгәндә бригадир һабандан ҡайтарманы. Хәйер, ул ваҡытта бала-сағаны зыяратҡа ебәреү ҡәтғи тыйылды. Хатта әсәйемә бағышлап ҡәбер ташы ла ҡуя алмайым, ә атайым ерләнгән урынды йыл да ҡайтып, ҡарап-ҡарап киләм.
Педагогик тормошом 1953 йылда Абҙанда урта белем алғас башланды. Байыш мәктәбендә уҡытыусы, балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй башланым. Артабан Кушка ҡалаһында өс йылға яҡын хәрби хеҙмәттә булдым, унан ҡайтҡас, бер йыл самаһы ВЛКСМ-дың Ейәнсура район комитетында эшләнем. Ойошманың транспорты булманы, һалдат шинеле һәм итеге менән йәйәүләп районды арҡыры-буйға гиҙеп йөрөнөм. “Победа” колхозы рәйесе Фәүзиә Әбүбәкирова апай: “Сәлимйән, йышыраҡ килегеҙ, йәштәр активлашып китте”, — ти торғайны. Ысынлап та, ул ваҡытта ауылда музыканттар булманы, ә мин гармунда уйнай инем. Башта йыйылышта ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ ҙә йыр-бейеү кисәһен башлайбыҙ. Ололар ҙа ҡатнашып китер ине.
Комсомол мине кеше менән эшләргә өйрәтте. Йәштәрҙе ауылда өйрәк, ҡаҙ йомортҡаларын йыйырға йәлеп итә торғайныҡ, кукуруз үҫтереү өсөн майҙансыҡтар бүлеп алалар ине. Үҙешмәкәр сәнғәт коллективы менән район буйлап спектаклдәр, концерттар ҡуйғыланыҡ. Ошо ғәҙәт ғүмерем буйына һаҡланып ҡалды.
1963 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, туған мәктәбемә — Байышҡа — эшкә ҡайттым. Дөрөҫ, мәғариф бүлегендә икенсе вазифа тәҡдим иткәйнеләр, әммә тыуған яҡ үҙенә тартты. Башта завуч, унан директор булып эшләнем. Мәктәбебеҙҙә 13-14 ауылдан 450-ләп бала уҡыны. Ете йыллыҡҡа иҫәпләп төҙөлгән бина тәрбиә-уҡытыу эштәрен тейешле кимәлдә ойошторорға форсат бирмәне. Өҫтәүенә белем биреү бер нисә айырым йортта барҙы. Йыл һайын уҡытыусылар өсөн бер мең кубометр утын әҙерләнә торғайны. Интернатта йәшәгән балаларға тейешле шарттар ҙа булманы.
Бындай хәл миңә тынғы бирмәне, әлбиттә. Ни өсөн беҙҙең балалар яҡты класлы бүлмәләрҙә белем һәм тәрбиә алырға тейеш түгел, интернаттағылар меҫкен булып йәшәргә мәжбүр. Минән алдағы директорҙар, үкенескә ҡаршы, ситтән килгән булған. Ә минең өсөн балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә таныш, улар алдында үҙемде ғәйепле һанайым.
Түҙемлегем бөттө, Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы министрлығына, Ейәнсура районы үҙәгенә йөрөй башланым. Байыш мәктәбендә уҡыған, һуғыштан һуң шунда директор булып эшләгән Исмәғил Ибраһим улы Ғөбәйҙуллин Өфөлә министр урынбаҫары вазифаһын башҡара ине. Ул минең башланғысты хупланы һәм ярҙам итергә тотондо. Иң мөһиме, министрҙың төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Владимир Дерягин менән уртаҡ тел таптыҡ. Йөрөү матур һөҙөмтәһен бирҙе: 1967 йылда “Күмертаустрой” тресы Байыш мәктәбенә ике ҡатлы бина төҙөргә тотондо. Дөрөҫ, ҡайһы берәүҙәр: “Һәр кирбес алтын бәрәбәренә. Урман-тауҙар аша, юлһыҙ 300 саҡрымға төҙөлөш материалдарын ташыу бик ҡыйбатҡа төшә”, — тип ҡуя ине. Мин, ишетмәмешкә һалышып: “Егеттәр, рәхмәт һеҙгә, халыҡ хеҙмәтегеҙҙе бер ҡасан да онотмаҫ, изгелектәр генә теләр”, — тип йыуата инем. Иң мөһиме, тирә-яҡтың йөҙөк ҡашына әйләнерлек, 40-45 саҡрымға белем нуры бөркөп ултырырлыҡ, халыҡтың оло ғорурлығы булырлыҡ мәктәп бинаһы ҡалҡып сыға башланы. Был – оло ваҡиға һәм ҙур шатлыҡ. Әйткәндәй, минең ғаиләм тарихы ла ошо мәктәп менән бәйле: уҡытыусы булып килгән Фәнисә Рафиҡова менән тормош ҡороп ебәрҙек.
1968 йылда Башҡортостан уҡытыусы­ларының белемен камиллаштырыу институтында башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр, программалар, методик әсбаптар әҙерләү һәм уларҙы нәшер итеү буйынса методист һәм кабинет мөдире булып эшләй башланым. 1971 йылда халыҡ мәғарифы министры Сабир Йыһаншин саҡырып, һөйләшеп ултырҙы ла, мине “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире итеп раҫланы, артабан был ҡарар КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһы тарафынан нығытып ҡуйылды. Ошо вазифаны саф намыҫ менән 34 йыл уңышлы башҡарҙым. Алты-ете министр менән эшләү, уларҙың ихлас ярҙамын тойоп йәшәү бәхете тейҙе. Туған мәктәбемә йөҙәрләгән китап бүләк иттек, улар үҙемдең шәхси китапхананан ине.
Мин Өфөгә эшкә киткәс, директор вазифаһын башҡарыу өсөн кандидатура кәрәк булды. КПСС-тың Ейәнсура район комитетына Ғәббәс Ғүмәровты тәҡдим иттем. Ошоғаса Ҡужанаҡ мәктәбендә директор булған егетте уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, бигерәк тә ата-әсәләр яҡшы белә. Эшлекле, уңған, бигерәк тә ойоштороу һәләтенә эйә. Ғәббәс Ғүмәровтың тынғыһыҙ хеҙмәте, педагогик эшкә тоғро бирелгәнлеге арҡаһында Байыш ауылында мәктәп һәм интернат төҙөлдө. Уҡытыу-тәрбиә, мәктәптән һәм кластан тыш эштәр өсөн бөтә шарттар булдырылды. Директорҙы айырыуса уҡыусылар яҡын күрҙе.
Бының сәбәбе Ғәббәстең йәшәү рәүеше һәм тормош хәле менән бәйле ине, күрәһең. Атаһы Ғәфүрйән ағай һуғышҡа киткәндә уға ни бары 12 йәш булған. Улын янына саҡырып ултыртҡан да биттәренән, арҡаһынан яратып: “Мин ил һаҡларға китәм, хужалыҡ эштәрендә урыныма ҡалаһың. Әсәйеңә ярҙам ит, һеңлеләреңде, энеңде кеше итеү хәстәрлеген күр. Мин һиңә ышанам”, — тигән ғаилә башлығы. Ғәббәс Ғүмәров атаһының аманатына һәр саҡ тоғро булып ҡалды, бурысын саф намыҫ менән үтәне. 20 саҡрымда ятҡан Ырымбур өлкәһенең Сабатар баҙарынан йәйәүләп картуф, кәбеҫтә ташыны. Ҡышҡылыҡҡа бесән, утын әҙерләне. Сәғит башланғыс мәктәбен тамамлағас, уҡыуҙы ташлап, колхоз эшенә тотондо. Колхозда оҫта һабансыларҙың береһе булды. Һабанды матур итеп көйләп ебәрер ҙә уны һыңар ҡул менән генә тотоп йырлап барыр ине. Колхозда ике ҙур һәм уҫал үгеҙ булды. Береһен “Депутат”, икенсеһен “Колчак” тип йөрөттөләр. “Депутат” ер тырнап, бер үкереп ебәрһә, бөтә кеше ҡасып бөтөр ине. Бригадир бер-береһенә “тере дошман” ике үгеҙҙе Ғәббәс ағай менән миңә һабанға егергә тәҡдим итте. Үгеҙ ҡамыты эшләтеп, ектем тегеләрҙе. Башта һабанды аттар менән бергә бураҙнанан икенсе яҡҡа тартып алып сыға ла китәләр ине. Тормош, хеҙмәт уларҙы ла өйрәтте. Мин бер яҙған инем:
Ғәббәс ағай, һабан һабын тотоп,
“Сибай”ҙы һыҙҙыра яланда.
“Депутат” менән “Колчак”ты хатта
Шул йыр дуҫлаштырҙы һабанда.
Ғәббәс ағай уҡыуға өмөтөн өҙмәне. Атаһы колхозда иҫәп-хисапсы булып эшләп даны, абруйы тотош Ейәнсура районына таралған ине, бер кәңәшмә лә, семинар ҙа унан башҡа үтмәне. Йыл отчетын төҙөү өсөн колхоздар алдан уҡ һорау хаты менән мөрәжәғәт итә. Әсәһе Бәхтиямал: “Атайың бит һиңә уҡырға ҡушты, донъяны үҙем дә алып барырмын”, — ти ине.
Ғәббәс Ғәфүрйән улына Байыш мәктәбенең 7-се класын тамамлағанда 17 йәш ине. Шул йылда уҡ Ырымбур өлкәһендәге Юлтый педагогия училищеһына уҡырға инде. Уны тамамлап, районға уҡытыусы булып ҡайтты. Ситтән тороп БДУ-ның география факультетын тамамланы.
Байыш урта мәктәбен матди-техник яҡтан тәьмин итеүҙә унан да күберәк һәм һөҙөмтәлерәк эшләгән етәксе булмағандыр. 14 йыл тирәһе директор вазифаһын башҡарып, Ғәббәс Ғүмәров уңған, берҙәм педагогик коллектив туплап алды. Уларҙың эш тәжрибәһе һәр саҡ ыңғай баһалана торғайны. Уҡыусылар менән килешеп эшләне. Дөрөҫ, балалар уны “уҫал директор” тип йөрөттө. Әммә уҫаллығы балалар яҙмышы, уларҙы оло тормош юлына сығарыу, матур белем һәм тәрбиә биреү мәнфәғәтендә генә ине. Ата-әсә һәр саҡ директор яҡлы булды, сөнки ул мәктәптең, педагогик коллективтың эшен яҡшыртыуға йүнәлтелгәйне.
Әйткәндәй, Ғәббәс Ғәфүрйән улының ике балаһы бөгөн Байыш мәктәбендә эшләй: Резида — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Әнүәр ҙә Башҡортостандың ауыл хужалығы институтын, һуңынан БДПУ-ны тамамлағандан һуң ошо мәктәптән ситләшмәне.
Уҡыусылар, уҡытыусылар Ғәббәс Ғүмәровтың директор булып эшләүе, Байыш урта мәктәбенең ул саҡтағы хәле тураһында күп һорашты. Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәббәс Ғәфүрйән улы бөтә һорауҙарға ла төплө яуап бирҙе.
Хәҙер мәғариф тормошон еңел тип әйтеп булмай, ул бигерәк тә ауыл мәктәптәренә ҡағыла. Был хаҡта Байыш мәктәбенең бөгөнгө директоры Хәмит Назаров һөйләне. Проблемалар билдәле инде: күп ауылдарҙа башланғыс мәктәптәр ябылған, уҡытырға балалар юҡ. Уларҙы көн һайын икешәр автобус ташый. Бер яҡтан, матур бина, яҡты бүлмәләр, тейешле белемле уҡытыусылар булыуы һәйбәт, икенсе яҡтан, көн дә бик иртә уятып, мәктәпкә оҙатыу балаларҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай. Иртән ҡабаланып, күптәр ашай алмай китә. Башланғыс класс уҡыусыларының дәрес­тәре иртә бөтә, әммә улар өлкәндәрҙе көтөп ултырырға мәжбүр. Клас­тан тыш эштәр балалар өсөн хыял ғына булып ҡала. Бындай шарттарҙа уҡытыу-тәрбиә процесын тейешле кимәлдә ойоштороу мөмкин түгел. Интернат бинаһының буш тороуы ла күңелде ҡыра.
Ысынлап та, ауыл мәктәбе бик аяныс хәлдә. Колхоз тарҡалғас, халыҡ эшһеҙ тороп ҡалды. Йөҙәрләгән һыйыр, йылҡы ҡайҙа булғандыр? Хатта ферма бинаһының кирбестәрен таратып алып бөткәндәр. Беҙ ат, үгеҙ егеп һөргән ерҙәр буш ята, унда хатта ҡый үләндәре лә үҫмәй. Ошо ерҙәрҙә иген сәсеп, колхозда мал-тыуар аҫрап, дәүләткә йөҙәр тонна иген, ит, май тапшыра торғайныҡ. Хәҙер улар юҡ!
Ауылда имсәк бала күтәргән йәки коляска этеп йөрөгән йәштәрҙе күреп булмай. Күптәр Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләренә, Себергә күсеп киткән. Ауылда башлыса пенсионерҙар ҡалған, әлбиттә, уларҙан халыҡты ишәйтеүҙе талап итеү көлкө булыр ине. Матур-матур мәктәп биналары етемһерәп ултыра.
Әле беҙ һөйләгән ваҡиғалар Байыш мәктәбенең 60 йыллыҡ тарихын үҙ эсенә ала. Мәктәп — беҙҙең ғорурлыҡ. Уны тамамлаусылар араһында танылған ғалимдар, уҡытыусылар, табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, өлгөлө ғаиләләр бик күп. Барыһы ла мәктәпкә мәңге рәхмәтле булып ҡала.
Тормошомда һәр саҡ шуны тойҙом:
Мәктәп булды выждан аҡлығы.
Уҡытыусыларым, мең-мең рәхмәт!
Һеҙҙән алдым күңел сафлығын.
Быуындар осрашыуы бик матур үтте. Йәштәр, уҡыусылар мәктәп тарихы менән ныҡлап танышты, матур традицияларҙы дауам итергә вәғәҙә ҡылды. Осрашыу кисәге менән бөгөнгөнөң ныҡлы бәйләнеше булды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513