Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәртләндереү эште еңеләйтә
Дәртләндереү эште еңеләйтә Комбайндар баҫыуға төшкәйне генә, еңелсә һибәләп үткән ямғыр эште туҡтатты ла ҡуйҙы. Ураҡсылар, һөйләшеп ҡуйғандай, бер юлы кабинанан сығып, төрлөһө төрлө шөғөлгә сумды. Хәҙер иһә бакуйҙың кипкәнен көтөргә кәрәк. Дим буйҙарында ошондай үҙенсәлекле күренеш йыш күҙәтелә. Әҙ генә төшкән тамсы ла урып йыйыу эштәрен ныҡ тотҡарлай. Дөйөм алғанда, әле Әлшәй районында иген культуралары 20 мең гектар майҙанда сабылған, ә 18 меңдән ашыу гектарында һуғылған. Гектар ҡеүәте – 16 центнер тирәһе. Шул уҡ ваҡытта ужым сәсеү йылдам бара, ер туңға һөрөлә.

Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Илһам Зарипов белдереүенсә, игенселәр әле һәр көндө генә түгел, ә һәр сәғәтте файҙаланып ҡалырға тырыша.
“Агрокоппинвест” хужалығы ла бер нисә йүнәлештә эшмәкәрлеген йәйелдергән. Әлбиттә, өҫтөнлөк – ураҡҡа, унан инде ужым сәсеүҙе башҡаралар.
– Йылды бер нисек тә аңлап булмай шул, уның төрлөсә килеүе мөмкин, – тип һөйләй яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең агрономы Айрат Арыҫланов. – Күп йылдар ауыл хужалығы тармағы менән бәйле эштәрҙә мәшғүл булғас, быны яҡшы беләм. Шуға күрә лә һәр көтөлмәгәнлеккә әҙер тораһың. Игенселәрҙең киләсәккә ҡарап йәшәүе, алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйыуы һөйөндөрә, берәүҙең дә мыжыуын, төшөнкөлөккә бирелеүен күргәнем юҡ.
Хужалыҡ идараһы Раевка ҡа­са­баһында урынлашҡан, хеҙмәткәр­ҙәр­ҙең күбеһе Түбәнге Әүрез, “Раевка” сов­хозының Дим бүлексәһе ауылдарынан, йәмғеһе 80-дән ашыу кеше эшләй. Әйткәндәй, игенселәр өсөн төрлөсә дәртләндереү сараларын ҡулланыуҙы йолаға әйләндергән етәкселек. Мәҫәлән, комбайнсылар һәм шоферҙар ураҡҡа йәлеп ителгән саҡта бесәнде төрөлгән килеш улар­ҙың ихата алдарына килтереп ауҙаралар, быны игенселәрҙең белмәй ҡалыуы ла ихтимал. Ашлыҡ урғанда “ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын ҡасан һәм нисек әҙерләрмен икән”? тип бер кем дә баш ватмай.
Айрат Миҙхәт улының һүҙҙәренә ҡара­ған­да, яғыулыҡ-майлау материалдары алдан уҡ хәстәрләнгәс, был тәңгәлдә аңлашылмау­сан­лыҡтар юҡ, хеҙмәткәрҙәрҙе яланда ашатыу иһә көнөнә ике тапҡыр ойошторола, техниканы көйләү һәм рәтләү ҙә баҫыу ҡырында башҡарыла. “Ҡөҙрәте киң әпәкәйҙең, таңды таңға тоташтыра, тир һораған хеҙмәтте лә шатлыҡ менән дуҫлаш­тыра”, тип фекерен шиғыр юлдары менән тамамланы әңгәмәсем.
Дәртләндереү эште еңеләйтәКомбайнсы Ғәле Хөснөтдиновтың да әйтер теләктәре йыйылған. 40 миҙгел инде комбайндан төшмәгән игенсе бөгөн тормоштоң яҡшы­рыуына шатлығын йәшермәне. “Элекке ваҡыт менән хәҙергене сағыштырып булмай, ғөмү­мән, иркенлек һәм муллыҡ киләсәк быуын­дарҙы ла шатландырып торһон ине”, – ти ул.
Ҡояш йылмайыу менән Ғәле ағай иң берен­се булып комбайнын ҡабыҙҙы, уға йәштәр ҙә эйәрҙе. Түбәнге Әүрез ауылы янын­да арпа һуғыу артабан дауам итте. Аяғы­быҙ­ҙың төклө булыуын юлда саҡта Айрат Арыҫ­ланов телефон аша еткерҙе – ямғыр көсәйерҙән алда был баҫыуҙа эште тамамлап та ҡуйған уңғандар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840