Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һоло өлгөргән мәл. Сиратта – арпа
Һоло өлгөргән мәл. Сиратта – арпа Әле – ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу мәл. Беренселәрҙән булып һоло һуғырға төшкән Ленин исемендәге кооператив игенселәре менән яҡындан танышыу маҡсатында Баймаҡ райо­ны хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәриповтың машинаһында район баҫыуҙарын гиҙәбеҙ. “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең әкрен генә иҫкән елгә туҡ башаҡтарын елберҙәткән иген баҫыуы аша үтеп, Ҡуянтау баҫыуына юл алдыҡ.
­— Быйыл уңыш яҡшы, тик ваҡытында йыйып өлгөрөргә кәрәк, — тип хафалана Азат Булат улы. — Әле һолоноң иң өлгөргән сағы, бер-ике көнгә һуңлағанда, ул ҡойола башлап, уңыш кәмейәсәк.
Һоло өлгөргән мәл. Сиратта – арпаКүҙ күреме етмәҫ яланда баҫыу караптары “йөҙә”: кемдәрҙер бой­ҙайҙы яҫма­ларға һала, икенселәре урып һуға, өсөн­сөләр ашлыҡты машинала бураларға ташый. Хужа­лыҡ­тың баш агрономы Урал Әх­мәт­йәнов әйтеүенсә, 200 гектар­ҙағы һоло урып йыйылған. Ул бы­йыл үҙенең төшөмө менән ҡы­уан­дырған – гектарынан 20 центнер биргән. Көндәр аяҙ торғанда, эште тиҙ арала тамамлап, арпа баҫыуына төшөргә йыйыналар.
Әйткәндәй, Ленин исемендәге хужалыҡ игенсе­ләренә быйыл 2 мең 500 гектарҙа иген культураһын йыйып алыу бурысы тора. Бының өсөн бар шарттар булдырылған: техника әҙер, яғыулыҡ етерлек. Хужалыҡта ҡышҡылыҡҡа мал аҙы­ғын туплау ҙа дауам итә, әле 1510 тонна бесән әҙерләнгән, силос һәм сенаж һалына.
Икмәк бешереүсе Зилә Рысмө­хә­мәтова, ашнаҡ­сылар Миңнур Ишали­на, Зәлифә Исхаҡова иген­селәр өсөн тәмле аш-һыу әҙерләй.
Урып һуғыуҙа хужалыҡтың тәж­ри­бәле комбайнсылары Зөфәр Үтә­­баев, Альберт Шаһморатов, аш­лыҡ ташыусы водитель Шәфҡәт Ғай­син юғары һө­ҙөм­тәләргә ирешә.
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигән мәл етте ауыл кешеһенә. Таң һарыһынан алып ҡара кискә тиклем тир түккәндәрҙең өҫтәле мул буласағына шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514