Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ожмахҡа ышанып, тормошоңдо тамуҡҡа әйләндермә
Яңыраҡ күптән күрмәгән таныш апайҙы осраттым. Бынан байтаҡ йылдар элек күрше йәшәгәйнек. Ата-әсәһе йәшләй генә гүр эйәһе булып, өләсәһе ҡарап үҫтергәйне уны.
Өләсәй ҡулында тәрбиәләнгәндәр башҡаларҙан айырылып торғанына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Улар — ипле, күндәм, үҙен уратып алған ваҡиғаларҙы тыныс, түҙемле ҡабул итә. Ғөмүмән, тормошҡа, тирә-яҡ мөхиткә, кешеләргә ҡараштары бөтөнләй икенсе кеүек.
Вәсилә апай ҙа, беҙҙән артыҡ оло булмаһа ла, иҫ киткес сабырлығы, төплөлөгө, шул ваҡытта хыялға бирелеүсәнлеге менән айырыла ине. Береһенең үксәһенә икенсеһе баҫып үҫеп килгән өс улы ла, үҙенә оҡшап, бик иғтибарлы, тәрбиәле булды. Тик ире генә ҡатынының ҡәҙерен белмәне. Бер ҡайҙа ла йүнләп эшләмәне, тапҡан-таянғанын эскегә тығып бөтөрҙө. Өҫтәүенә бер сәбәпһеҙгә фәрештә кеүек ҡатынын һыу эскеһеҙ итеп туҡмарға ла аптырамай ине.
“Ирҙең көсө беләктә лә йөрәктә инде” йәки “Туҡмай икән, тимәк, ярата”, — тип һәр ваҡыт ирен аҡлай килде ул. “Айныҡ булһа, ҡул күтәрмәҫ ине, эскән кеше иҫерек менән бер инде”, — тип шаяртырға ла маташа ине хатта.
Беҙ, Вәсилә апайҙың күршеләре, төҫкә-башҡа сибәр, уңған был ҡатынды ысын мәғәнәһендә йәлләй, ҡыҙғана инек. Береһендә йәмәғәте тора алмаҫтай итеп, ҡабырғаларын һындырғансы туҡмап һалып ҡуйғас, милицияға ғариза яҙырға кәңәш иткәйнек, “Ир йоҙроғо тейгән урын тамуҡта янмай”, — тип баш тартты. Шуныһы ғәжәп: был һүҙҙәрҙе ул беҙҙең алда һынатмаҫ өсөн генә әйтмәй, быға ихлас күңелдән ышана ине.
Бер нисә йылдан һәр ваҡыт ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәгәнгәме, яурындары бөршәйеп, кәүҙәһе бөкөрәйеп оло ҡатын ҡиәфәтенә инде. Шул осорҙан алып ун биш йыллап осратҡаным юҡ ине. Әле бына тәү күргәндәге кеүек йылмайып баҫып тора. Кәүҙәһе лә туп-тура, үҙ-үҙен тотошо ышаныслы, ә ҡарашынан нур бөркөлә.
Күптән күрешмәгәс, яңылыҡтар күбәйеп киткән.
— Һай йылға тиҙ болғанған кеүек, ваҡсыл кешенең күңеле лә болғансыҡ була, уның нимә уйлағанын бер ваҡытта ла аңламаҫһың. Болғансыҡ һыу тәрән түгел, уның ҡарауы, әҙәмде бысраҡлығы менән өркөтә, ваҡ күңелле кешенән дә һаҡланырға кәрәк, ундайҙар көнсөл, кенәсел була, ти торғайны өләсәйем, – тип йыраҡтан башланы ул үҙенең бөгөнгө тормошо тураһында. — Йәш саҡта бер ҡолағымдан инеп, икенсеһенән сыҡҡан һымаҡ булһа ла, йылдар үтеү менән аҙ һүҙле, әммә әйткәнен мәҡәл менән нығытып, дәлилләп һөйләргә ғәҙәтләнгән өләсәйемдең аҡыллы кәңәштәре иҫемә йыш төшә. Уның әйткәндәре оло тормош ҡағиҙәһе булған икән дә. Үҙем өләсәй булғас ҡына аңланым шуны. Бөгөнгө аҡылым булһа, өгөт-нәсихәтен түкмәй-сәсмәй яҙып барған булыр инем. Яҙмыш елдәре текә ярға килтереп терәгәндә, күрһәтмәләре һәләкәтле аҙымдан аҙ ҡотҡарманы мине. Күңелһеҙ хәлдәрҙе, хатта бәлә-ҡазаны ла иҫкәртергә, кисектерергә ярҙам иткәне бар уларҙың. Аҙға ҡәнәғәт булмаған күбенә лә туймай, ҡомһоҙлоҡ беҙҙең иманға ҡаршы, нәфсеһен тыйғандың теләгәне алдына килер, тиер ине.
Ә улдарымды тәрбиәләүҙә ярҙамы ниндәй ҙур булды! “Ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләге — ул яҡшы тәрбиә”, — тип ҡабатларға яратты. Аталарынан мәрхәмәт күрмәһәләр ҙә, күркәм тәрбиәле, көслө рухлы булып үҫте улдарым. Өләсәләренә оҡшап, йылы һүҙле, иғтибарлы, ярҙамсылдар. Мәктәптә лә яҡшы уҡынылар, арттарынан бер кем дә этеп-төртөп йөрөмәһә лә, юғары белем дә алдылар. Быйыл кинйәм Азамат та шундай белгес буласаҡ.
Өләсәйемдең гүр эйәһе булыуына иһә егерме йылдан ашыу инде. Үҙемдең ғаилә мәшәҡәттәре менән ҡәҙерле кешемдең фани донъя менән хушлашыуын ауыр ҙа кисергән һымаҡ булманым. Береһенең үксәһенә икенсеһе баҫып өс улым, мәңге айнымаҫ иремдән ары бер нәмә лә күрмәгән ваҡыт ине шул. Майы бөткән шәм кеүек ҡапыл ғына өҙөлдө лә ҡуйҙы ғүмере.
Балаларҙың атаһына килгәндә, айырым йәшәүебеҙгә бер йылға яҡын. Быға тиклем ике донъя бер мөрйә булған ир, айнып, аҙыраҡ күҙе асылғайны, һәр тинде усына йомарланы ла ҡуйҙы. Уныһына ла түҙер инем, самаһыҙ иҫәпселгә әйләнеп, тик үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртыуы, ваҡсыллығы теңкәгә тейҙе. Ваҡайлығы, һаранлығы менән беҙҙең дә, үҙенең дә тормошон ялҡытҡысҡа әйләндерҙе.
Айырылышырға тигән ҡарарға ҡапыл ғына килдем. Өләсәйемдең, кеше ожмахҡа ышанып, тормошон тамуҡҡа әйләндермәһен ул, тигән аҡыллы һүҙҙәре иҫкә төшкәс кенә тәүәккәллек иттем. Юғиһә ир һуҡҡан урын тамуҡта янмай йәки был донъяла йәбер-золом күрһәң, ожмахҡа эләгерһең, тип ярты ғүмерем үтте. Өләсәйемдең рухы, моғайын, шатланған ғыналыр...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840