Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Тапҡыр телле, үткер фекерле, зирәк зат булды. Аллаһ изге йәненә урынды йәннәттең Фирдәүес баҡсаларынан бирһен, амин.
Ауыл кешеләре мәрхүмдең яҡшы яҡтарын һанап сыҡты, әммә уның Аллаһҡа яҡын булыуын, Аллаһ бәндәһе икәнлеген әйтергә берәүҙең дә аң кимәле етмәне. Зәйнуллаға ғына бабаһының ниндәй ғилем эйәһе икәнлеге мәғлүм булды. Суфыйсылыҡтың иң юғары баҫҡысында торған ул, донъя ағышын, ер-һыуҙың тын алышын белгән, кешеләрҙең киләсәген күргән. Баҡый донъяла ла изге рухы ауылына бәрәкәт килтереп, илен ҡурсып ятыр, иншаллаһ.
Шул көндә үк, шәриғәт ҡушыуы буйынса, Уау Вәхит әүлиәнең мәйете Шәрип ауылының зыяратына дәфен ҡылынды. Бер аҙҙан, быуаттар буйы һаҡланырлыҡ билдә булһын, үткән бер кеше доғаһын уҡып китһен тип, исем-шәрифен ырып яҙып, суфыйҙың баш осона яратҡан Ирәмәленән килтерелгән өҫтәл дәүмәллек таш ултырттылар.
Зәйнулла юғалтыуҙы ауыр кисерҙе, үҙенә урын таба алмай, көн дә бабаһының рухына арнап “Йәсин” сыҡты. Бер көн мәрхүм төшөнә инде лә ап-асыҡ: “Минең өсөн борсолоп йөрөмә, миңә бында ерҙәгенән күпкә яҡшыраҡ, доғаларың килеп тора. Онотма, һине Аллаһ ҡотоп заман итеп яралтҡан. Суфыйҙар юлын юлларға тейешһең”, – тип күҙҙән юғалды. Үҫмер уның, төшөңдө һөйләмә, тип өйрәтеүен онотмағайны, шуға бөгөн күргән хикмәтте ҡапылда берәүгә лә әйтмәне.
Мәҙрәсәлә уҡыу һәүетемсә дауам итте. Көнсығыш әҙәбиәтен, әҙиптәрен яҡшы белгән Яҡуп хәҙрәттең дәрестәрен Зәйнулла көтөп алды. Дин үә сәнғәт үҙәге булған Бохараға барып уҡыу уның төп хыялына әүерелде. Ундағы гүзәллектә тиңдәше булмаған мәсет һәм мәҙрәсәләрҙе күргеһе, имам әл-Бохари, шәйех Баһауетдин Наҡшбәнд йөрөгән юлдарҙан атлап үткеһе килде.
Яҡуп хәҙрәттең айырыуса әл-Бохари хаҡында һөйләгәндәре үҫмерҙе хайран итә:
– Имам Ҡөрьән китабын көн һайын бер ҡат уҡып сыға торған булған. – Яҡуп хәҙрәт уның хәҙистәрҙе йыйыуын тәфсирләп һөйләй, аҙаҡтан хайран итерлек йәнә бер хәлде әйтеп, малайҙың һушын алды: – Бер ваҡыт намаҙ уҡып торған сағында уны һағыҙаҡ саға. Әл-Бохари, әйтерһең, һиҙмәй, ҡымшанмай ҙа доға уҡыуын дауам итә. Намаҙ тамам булғас, ҡараһа, баяғы һағыҙаҡ уны ун ете ерҙән саҡҡан була. Быны күреүселәр уның инанғанлығына, тәҡүәлегенә хайран ҡала.
Яҡуп хәҙрәт, ғәҙәттә, иң башта яңы килгән шәкерттәренән Ҡөрьән уҡытып ҡарай. Зәйнулланың тәжбит менән урын-еренә еткереп уҡыуынан ул ҡәнәғәт ҡалды.
– Афарин, улым. – Мөғәллим уға һорауҙар бирә башланы. – Ҡөрьән китабы нисек барлыҡҡа килгән? Хәҙистәр кемдеке?
– Ҡөрьән – Аллаһтыҡы, ул Мөхәммәт пәйғәмбәр аша төшөрөлә, ә хәҙистәр – Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдеке, – тип яуап бирә малай.
Шәкерте менән тағы бер ни тиклем һөйләшеп, аралашып ултыра Яҡуп хәҙрәт, ун ике йәшлек баланың тиҫтерҙәренән айырылып тороуын, аңының күпкә үҫешкәнерәк булыуын күрә. Был уны таң ҡалдыра:
– Улым, белемеңә ҡарағанда, һине берәй илаһи заттың изге рухы тәрбиәләгәндер, – ти. – Ана, бөйөк ғалимыбыҙ Баһауетдин Наҡш­бәнд шәйехте лә Абдулхалиҡ Гудждувани рухы тәрбиәләгән. Ғилемде күңеленә биргән. Әҙәм балаһына тыуғанда уҡ Аллаһтан бирелеп, әлегә ойоп торған мөмкинлекте изге рух уятып ебәрә, кешелек донъяһы файҙаһына йүнәлтә.
– Уау Вәхит бабайым өйрәтә торғайны.
– “Уау” һүҙенең серле икәнен беләһеңме?
– Күк бүре булып, улар менән бергә олоғанға Аҙнасура ишан уға шундай ҡушамат биргән, тигәйне атайым.
– Юҡ, улым, “уау” – символик тамға, йәғни ендәрҙе ҡыуа торған символик образ ул. Бүре булып олоғанға түгел, дөрөҫөрәге, серле илаһи көскә эйә булғанға бирелгән. Моғайын, шул бабаңдың рухы аша һиңә сер ғилеменә юл асылыр.
– Улым, бынан ары икәү генә һөйләшкәндә суфыйҙарса миңә мөршид тип өндәшерһең, ә һине мөритем тип йөрөтөрмөн. Беҙҙең юл – хаҡлыҡ юлы. Был юлда дүрт баҫҡыс: шәриғәт, тәриҡәт, мәғрифәт, хәҡиҡәт. Хәҡиҡәт кимә­ленә күтәрелгәндәрҙе төрлө халыҡта төрлөсә атап йөрөтәләр: беҙҙә – ишан, ҡаҙаҡтарҙа – шәйех, соф, үзбәктәрҙә – пир, төрөктәрҙә – мәшаих, ҡайһы бер яҡтарҙа дәрүиш, хатта диуана тип тә әйтәләр.
Мөршит менән мөрит араһында бына ошондай суфыйлыҡ юлына әйҙәгән, бер-береһенә тәүге көндәрҙән ышаныс, йылы мөнәсәбәт урынлаштырған һөйләшеүҙәр йыш булды.
Дин ғилемен, уның ҡанундарын өйрәнеү­ҙән башҡа мәҙрәсәлә математика, астрономия, биология фәндәре өйрәнелде. Бында телдәргә, тарихҡа ҙур иғтибар бирелә ине. Ғәрәп, фарсы теле уҡытылды. Дәрестәр барлыҡ төрки халыҡтары өсөн уртаҡ булған иҫке төрки телендә алып барылды.
Яҡуп хәҙрәт, француз яуында ҡатнашҡан сотник булараҡ, бынан утыҙ биш йыл элек булып үткән Ватан һуғышы тураһында күп һөйләй. Дәрестәрҙән бушаған арала:
– Ватан һуғышында зауряд-сотник, йәғни йөҙ башы булдым, һалдаттар менән бергә окоптарҙа туңырға тура килде. Полководец Ҡотдос батыр беҙҙең халыҡты яратты. “Башкиры, молодцы”, – тип беҙҙе ихтирам итте. Шуға сәсәндәр уға арнап йыр сығарҙы:
Полководец батыр ир Кутузов,
Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы.
Полководец, һай, Кутузов
Батыр ир икән,
Һай, баһадир ир икән!
Марш формаһындағы йырҙы хәҙрәт йырлап та күрһәтте.
– Башҡорт халҡы Рәсәй илен яҡлап даръя­лай күтәрелде. Ул ғәскәр рустарға егерме һигеҙ полк булып барып ҡушылды. Шул саҡтарҙа йырланған бер йырҙы һис онота алмайым, – тине лә Яҡуп хәҙрәт тағы йырлап ебәрҙе:
Ишетмәйҙәр микән француздар
Уралтауҙың йәйрәп ятҡанын.
Ниндәй яуға ҡаршы барһалар ҙа,
Булманы уның еңмәй ҡайтҡаны.
Яҡуп хәҙрәт шәкерттәренә Бүҙекәй кантон тураһында ла йыш һөйләне. Кантон ун һигеҙенсе полктың начальнигы була. Яуҙа уларға осрашырға тура килмәй. Бүҙекәй кантон үҙенең полкы менән Парижғаса барып етә, уға генерал-майор дәрәжәһе биреп ҡайтаралар, аҙаҡ һалдаттары уға арнап йыр сығара.
Сығып ҡына киттем, ай, юл менән,
Юлғынайым керҙе Мәскәүгә.
Мәскәүҙәргә барып кереү менән
Депутат та булдым ғәскәргә.
– Егерме һигеҙ йәшендә беҙгә кантон итеп ҡуйғайнылар, шунан бирле утыҙ йыл буйы бер өҙлөкһөҙ кантон хеҙмәтендә тора. Тиҙҙән алтмышы тула, әле шап-шаҡтай, егеттәреңә биргеһеҙ.
Француз яуы тураһында атаһынан күп ишеткән Зәйнулла ла бер көндө мөршитенең һүҙенә ҡушылырға йөрьәт итте:
– Ҡотдос генерал француздарҙы Мәскәүгә индереп мәскәүләгән, тиҙәр, шул дөрөҫмө? Наполеон үҙенең ғәскәрен ташлап һыпыртҡан, ти.
– Тарихты беләһең, шәкерт, был нәҡ шулай булды. Башҡорттар уларға күрмәгәнен күрһәткән. Мәргән уҡсы булғандары өсөн француздар башҡорттарҙы “төньяҡ амурҙары” тип йөрөткән. Бүҙекәй кантондың: “Атҡан уғым бер унтер-офицерҙың түшенән үтеп, арҡаһынан килеп сыҡты, үҙем күрҙем”, – тигәне бар.
Бындай һөйләшеүҙәрҙән һуң үҫмерҙең күңелендә туған халҡы өсөн ғорурлыҡ уяна, ошо үлемесле яуҙан батырҙарҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуына шөкөр итә.
...Бер ваҡыт Малай Муйнаҡ ауылы урамынан берәү: “Кантон килә, кантон!”– тип һөрәнләп үтте. Бөтә халыҡ кантон күрергә тип урамға йүгереп сыҡты. Күп тә тормай, Зәйнул­ла ҡыңғыраулы пар аттарҙың елдереп уҙыуын, мәҙрәсәнән алыҫ булмаған ергә барып туҡтауын, семәрле кашауайҙан мыҡты кәүҙәле, ғорур ҡиәфәтле кешенең килеп төшөүен күрҙе. Бына ниндәй икән Мөхәмәт­йән Бүҙекәев! Ҙур дәрәжәле, һауалы кеше икәнлеге йөҙөнә үк сыҡҡан.
– Бүҙекәй кантон килгән! Кантон килгән! – тип барыһы урамға ябырылды, ергә тиклем эйелеп, уға баш эйҙе. Кантон уларҙы күрмәгән кешеләй булып, сәләмдәрен дә алмай үтеп китте. Зәйнулланың күңеленә ул бик уҫал, мәрхәмәтһеҙ кеше булып тойолдо. Күңеленә, бер саҡ гонаһһыҙ бер кешене рәнйетәсәк, шуның бәрәбәренә үҙе лә көтмәгәндә дошманы ҡулынан һәләк буласаҡ, тигән уй килде. Йүгереп барып: “Һаҡ булығыҙ, ғәли йәнәптәре, кешеләргә нахаҡ бәлә япмағыҙ, кейәһе төшөр”, – тип әйтергә теләне. Тик шул тиклем һауалы кеше бер малай-шалай әйткәнде тыңларға торамы ни, тип уйланы. Француз яуынан иҫән ҡайтҡан түрәне Зәйнулланың бик тә йәшәткеһе килә ине, әммә, үкенескә ҡаршы, әйтер һүҙен әйтә алманы. Ахыры, Аллаһы Тәғәләм кантонды үҙе һаҡлаһын, тип теләк теләне.
Шулай матур ғына уҡып йөрөгәндә 1848 йылда Яҡуп бән Әхмәт әл-Ахундиҙы Ахун ауылының бер мәхәлләһенә имам-мөҙәрис итеп күсерергә булдылар. Мөршид күңеле яҡын иткән мөритен үҙе менән бергә алып китте. Бында Абдулла ахун Даушев тигән хәҙрәт тә уҡыта ине. Халыҡ араһында уны “суфый” тип йөрөтәләр. Суфыйсылыҡ нигеҙҙәрен Яҡуп хәҙрәттән байтаҡ өйрәнгән Зәйнулла Абдулла ахун менән дә бик тиҙ дуҫлашты, унан Бохара ҡалаһы мәсеттәре тураһында һорашты. Бер ваҡыт ахун уға әл-Бохари тураһында һөйләп, уның хәҙистәр китабын уҡып торорға бирҙе:
– Имам Әл-Бохари Мөхәммәт ғәләйһис­сәләм баҡыйлыҡҡа күсеп, ике йөҙ йыллап ваҡыт үткәс, донъяға килә. Пәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырған фәһемле фекерҙәрҙе бер китапҡа йыйыр өсөн ул бөтә ғүмерен бағышлай, Бохаранан Мәҙинә шәһәренә күсенә. Ун алты йыл эсендә барыһы 7563 хәҙис йыя, аҙаҡ шулар араһынан иң әһә­миәтле 2134 хәҙисте һайлап алып, темаларға бүлеп, китап итеп төҙөй. Ун алты йыл ғүмерен тик ошо изге эшкә бағышлай. Ул Аллаһтан: “Миңә Мөхәммәт пәйғәмбәр­ҙеке­нән артыҡ ғүмер бирмә”, – тип һорай. Теләге ҡабул була, Аллаһ уны үҙ янына алтмыш ике йәшендә ала.
– Ошо китапта уның хәҙистәре туплан­ғанмы?
– Эйе. Һинең хәтерең яҡшы, уҡы, теләһәң, күсереп ал.
Бындай хазинаның ҡулына килеп эләге­үенән самаһыҙ ныҡ тулҡынланған Зәйнулла башта телһеҙ ҡала, бер аҙҙан үҙен ҡулға ала ла күҙҙәренә йәш алып, күңелендә яралған ихлас теләктәрен белдерҙе:
– Был изгелегегеҙҙе онотмам. Сауаптары Аллаһтан ҡайтһын. Мөхәммәт пәйғәмбәр рухы һеҙҙән риза булһын! – Үҫмер китапты ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты.


Дауамы. Башы 151-152-се һандарҙа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518