Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсә һөйөүе уға көс бирә
Әсә һөйөүе уға көс бирә Әсә булыу – донъялағы иң ҙур бәхет. Ғәзиз балаһын аяҡҡа баҫтырыр өсөн күпме кисерештәр татый, йоҡоһоҙ төндәр үткәрә ул. Ә балаңдың сәләмәтлеге булмаһа, был икеләтә, өсләтә ауыр. Әммә Илмира Таһирова бер ҡыйынлыҡтан да ҡурҡмай. Балаһын һөйөү унан иң көслө ҡатын яһай.

Илмира Рауил ҡыҙы менән Инсаф Фәһимйән улы, сығыштары менән бер ауылдан булһа ла, буй еткәс кенә танышалар. Бының сәбәбе шунда: икеһе лә Краснокама районының Иҫке Аткүл ауылында тыуған. Был ауыл халҡы һыу баҫыу ҡурҡынысы арҡаһында икенсе төбәктәргә күсенгәндә, уларҙың береһенә – өс, икенсеһенә биш йәш була. Илмираның ата-әсәһе — Бураға, ә Инсафтыҡылар Яңы Нуғай ауылына күсенә. Йәштәр иһә дуҫтарының туйында таныша.
Ниндәй генә ҡатын-ҡыҙ, ғаилә ҡорғас, балалар үҫтерергә хыялланмай?! Илмираның да әсә булыу теләге шул тиклем ҙур була: беренсе балаһын юғалтҡас, сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, икенсе тапҡыр бәхетен һынарға баҙнат итә.
Илүзә ваҡытынан алда донъяға килә. Баланың ауырлығы бик аҙ булғанлыҡтан, әсә менән сабый өс ай буйы дауаханала ята. Ҡыҙҙың үҫештә башҡа балаларҙан ҡалышыу сәбәбен башта ата-әсә иртә тыуыуҙа күрә. Әммә табиптар төрлө диагноз ҡуя, һуңғыһы – балалар церебраль фалижы. Тик Илмира бирешмәй, Илүзәне төрлө дауаханаларға йөрөтә, төрлөсә дауалап ҡарай. Ҡәйнәләрендә торған ваҡытта көн һайын баланы мунса индереп, массаж яһай. Дүрт йәше тулғас ҡына Илүзә атлап китә.
Ә бына теле бик иртә асыла ҡыҙҙың, йәш тә ете айлыҡ сағында ул рәхәтләнеп һөйләшә, хатта шиғырҙар ятларға маташа. Алты йәше тулғас, Илмира Илүзәне көнөнә өс сәғәткә балалар баҡсаһына йөрөтә башлай. Ҡыҙ тиҫтерҙәренән бер ҙә ҡалышмай, һандар, хәрефтәрҙе танырға өйрәнә. Шуға әсәһе уны ябай мәктәпкә сәләмәт балалар менән бер рәттән уҡырға бирергә була.
Таһировтар ҡыҙҙарын уҡытырға башҡорт гимназияһын һайлай. Тик Илүзә I класҡа барған йылда гимназияла үҙгәртеп ҡороу, ремонт эштәре бара. Гимназия уҡыусылары ваҡытлыса беренсе мәктәп бинаһына һыйына.
Гел өйҙә, әсәһе янында ғына булған Илүзә күп кеше булған ерҙә башта үҙен уңайһыҙ тоя, шәп хәрәкәтләнеп, йүгереп йөрөгәндәр әкрен атлағанда бәреп йығырҙар тип ҡурҡа. Шуға күп осраҡта кластан сыҡмай ултыра. Әсәһе Илмира гел уның янында була. Иртән илтеп ҡуя, тәнәфестә ашханаға алып бара, дәрестән һуң алып ҡайта. Гимназияға күскәс тә улар шулай икәүләп уҡыуҙы дауам итә.
— Бигерәк тә баҫҡыстан йығылып төшөргә ҡурҡа инем, — ти Илүзә. – Мин баҫҡысҡа аяҡ баҫыу менән уҡыусылар янымда тиҙ үтеп йөрөй башлаһа, ҡатып ҡалам да бер нимә лә эшләй алмай инем.
— Илүзәнең класташтарына бик рәхмәтлемен. Уны бер тапҡыр ҙа кәмһетмәнеләр, улар кеүек булмағанлығын белдертмәнеләр. Был – беренсе уҡытыусы Гөлназ Рауил ҡыҙы Ғәлиеваның тәрбиә эше һөҙөмтәһелер. Шулай уҡ класташтарының ата-әсәләренә лә балаларын шундай мәрхәмәтле итеп тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәтлемен, — ти Илмира Рауил ҡыҙы. – Әлбиттә, класта инвалид бала уҡыуы уҡытыусыға ла мәшәҡәт тыуҙыра, тик мин бер тапҡыр ҙа зарланыу һүҙен ишетмәнем.
Илүзә быйыл VIII класта гел “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡый. Һәр ваҡыт ҡуйған маҡсатына өлгәшергә тырыша. Уҡыуҙан тыш, ҡул эштәре менән мауыға, оҫта, матур итеп бәйләй. “Савитар” балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә ойошторолған “Өмөт” клубына йөрөй. Бер нисә йыл элек Илмира Рауил ҡыҙы ошонда ата-әсәләр комитеты рәйесе булып торған. Инвалид бала­ларҙы берләштергән был клуб күбеһенә үҙ-үҙенә ышаныс табырға ярҙам итә. Ошонда Илүзә беренсе тапҡыр сәхнәгә сыға. “Иҙел” мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткәрелгән концертта ул әсәйҙәргә бағышланған йыр башҡара. Ҡыҙы сәхнәлә үҙен иркен тотһон тип, Илмира Рауил ҡыҙы үҙе лә бергә сыға. Илүзә ныҡ тулҡынлана, тауышы ҡалтырай, әммә йырҙы аҙағынаса башҡара. Тик сәхнә артына сыҡҡас күҙ йәштәренә ирек бирә. Шулай итеп, Илүзә рух көсөн һынауҙы намыҫлы үтә.
Артабан да сәхнәлә күп сығыш яһарға тура килә уға. Шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнаша. Ҡыҙ­ҙың ижад бәйгеләрендә яулаған маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, дипломдарҙан ҡалын ғына портфолио йыйылған: “Таланттар йондоҙлоғо” сәлә­мәт­леге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ба­лалар ижады республика конкурсының “Нәфис һүҙ” номинацияһында — диплом, “Бергәләп донъя­ны өйрәнәбеҙ” республика конкурсында — диплом, “Туҡай моңдары” республика конкурсында — өсөнсө урын, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында үткәрелгән “Алтын ҡаурый” әҙәби конкурсында — икенсе урын, ҡалала үткә­релгән “Урал батыр” эпосын ятлау буйынса конкурс­та — икенсе урын, төрлө фәндәр буйынса олим­пиадаларҙа алған диплом-сертификаттар һәм башҡалар.
Илүзә, нәфис һүҙ менән мауығып, үҙе лә ҡәләм тирбәтә башлай. Башта төрлө иншалар конкурсында уңышлы ҡатнаша, аҙаҡ шиғыр яҙып ҡарарға була. Атаһының тыуған ауылы Нуғайға бағышланған шиғыры “Алтын ҡаурый” республика конкурсының йыйынтығына ла ингән.
— Киләсәктә кем булырға хыялланаһың? – тип һораным Илүзәнән.
— Әлегә ниндәй һөнәр һайларым билдәһеҙ, әммә шуныһын яҡшы беләм: киләсәктә кешеләргә ярҙам итергә теләйем, — тине ул.
Был яуапҡа аңлатма биреп тороуҙың кәрәге юҡ. Күптән түгел үткән “Наркотиктарһыҙ ҡала” акция­һында башҡорт гимназияһы агитбригадаһы составында яһаған сығышы ҡыҙҙың тормош кредоһы булып яңғыраны: “Бер аҙым атлауға тилмереп ултырған кешеләр бар. Ә һин һау-сәләмәтһең, наркотиктар менән ғүмереңде ағыулайһың. Бар, ҡуҙғал, спорт менән шөғөллән, китап уҡы, дуҫта­рың менән аралаш”, — тине ул. Был һүҙҙәр инвалид ҡыҙҙыҡы түгел, ә көслө рухлы, бер ауырлыҡҡа ла бирешмәҫ шәхестеке ине.
Илмира Рауил ҡыҙы менән Илүзәнең тормошо күптәргә үрнәк булырлыҡ. Бала ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, әсә мөхәббәте һәр ваҡыт уға тауҙар күсерерлек көс биреп тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519