Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғәллимдәр ҡоро – белем нуры
Мөғәллимдәр ҡоро –  белем нуры Республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең быйылғы август кәңәшмәһе Нефтекамала үтәсәк. Сараның ошо ҡалала уҙыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларының тотороҡло эшмәкәрлеге, педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. Алдағы уҡыу йылына яңы бурыстар һәм маҡсаттар билдәләйәсәк традицион сараға әҙерлек хаҡында Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Лариса ЧАЙНИКОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Август кәңәшмәһендә ҡара­ла­саҡ мәсьәләләр ниҙән ғибәрәт, Лариса Фәһим ҡыҙы?
– Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика ҡоронда тикшереләсәк төп тема “Берҙәм асыҡ белем би­реү киңлеге” тип атала. Нәҡ шунан сығып һөнәрҙәштәребеҙгә уртаға һалып һөйләшеү өсөн бер нисә проблема тәҡдим итәбеҙ. Улар мәктәпкәсә белем биреүҙән башлап урта махсус һәм юғары һөнәр алыу­ға тиклем мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ҡалабыҙҙа эшләп килгән 36 балалар баҡсаһы, 20 мәктәп һәм 12 өҫтәмә белем биреү учрежде­ни­е­һы, шулай уҡ колледждар һәм респуб­ликаның юғары уҡыу йорт­тарының филиалдары туплаған бай тәжрибә бының өсөн нигеҙ булып тора. Кәңәшмәлә ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, урынбаҫарҙары, мәғариф идара­лыҡтары һәм бүлектәре, төрлө кимәлдәге уҡыу йорттары етәксе­ләре ҡатнашасаҡ. Тәү сиратта улар­ҙың көндәлек эшмәкәрлеген күҙ уңында тотоп, тикшереләсәк проблемаларҙы һәр төркөм өсөн айырым билдәләнек, фекер алы­шыуҙы биш майҙансыҡта үткәрер­гә ниәтләйбеҙ.
– Был ғәмәлдә нисек күҙаллана?
– Ҡаланың 1-се лицейы база­һын­да эшләйәсәк тәүге майҙансыҡ ҡала һәм район етәкселәре өсөн тәғәйенләнә. Унда мәғарифты ҡу­лай­лаштырыу шарттарында белем алыуҙың мөмкинлектәрен һәм сифатын тәьмин итеүҙең дөйөм мәсьәләләре ҡараласаҡ. Республика башлығының был проб­ле­ма­ларға ҡарашы барыбыҙға ла бил­дәле, шуға ла Рөстәм Зәки улының ҡатнашлығындағы һөй­ләшеү­ҙең етди буласағына шик юҡ.
“Мәктәп – мәҙәниәтте һаҡлаусы һәм тапшырыу­сы, илһөйәрлек тәр­биәләүсе” тип аталған майҙансыҡ 1-се гимназияға ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары урын­ба­ҫарҙарын, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждение етәкселә­рен йыясаҡ.
Башҡорт гимназияһында эшлә­йәсәк өсөнсө майҙансыҡта “Берҙәм белем биреү киңлеген һаҡлау – республикала сифатлы белем нигеҙе” тигән темаға фекер алышыуҙы күҙ уңында тота. Бында йыйыласаҡ мәғариф органдары етәкселәре һәм гимназия-интернаттар директорҙары шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтиханын һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү мәсьәләләрен дә һөнәри кимәлдә тикшерергә тейеш.
Республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм башҡа һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре үҙ эшен башта Нефтекама күп профилле колледжында, аҙаҡтан машиналар эшләү колледжында ойошторасаҡ. Бындағы һөй­ләшеүҙәрҙең төп йүнәлешен, әлбиттә, йәш быуынға һөнәри белем биреүҙең көнүҙәк мәсьә­ләләре билдәләйәсәк.
Һәм, ниһайәт, бишенсе майҙан­сыҡ Нефтекама махсус (коррекцион) мәктәп-интернатта эшләйә­сәк. Бында һаулығы сиклән­гән балаларға сифатлы белем һәм төрлө яҡлы тәрбиә биреү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Был эштәр көндөң тәүге яртыһында үтеп, төштән һуң пленар ултырышта үҙенсәлекле йомғаҡ яһаласаҡ.
– Ниәттәрегеҙ бик тә көсөргәнешле күренә. Әҙерлек ниндәй кимәлдә?
– Ойоштороу мәсьәләләре тулыһынса хәл ителгән, тип әйтергә була. 800-ләп кешене ҡаршылап, улар өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырыу, әлбиттә, еңелдән түгел. Мәғариф кәңәшмәһен үткәреүгә йәлеп ителгән барлыҡ хеҙмәттәр үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарай. Ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов һәм уның беренсе урын­баҫары Шамил Хәлитов барлыҡ мәсьәләләр менән туранан-тура шөғөлләнә. Республика Мәғариф министрлығынан да кәрәкле методик ярҙамды алдыҡ. Ҡыҫҡаһы, сараның тейешле кимәлдә үтәсә­генә шик юҡ.
– Уңыштар юлдаш булһын, Лариса Фәһим ҡыҙы.

Ансар НУРЕТДИНОВ
әңгәмә ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519