Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арыҫлан йөрәкле ир
Арыҫлан йөрәкле ир Икенсе донъя һуғышы башланыуҙан алдағы йылдарға хәтер ағышына эйәреп кенә әйләнеп ҡайтҡанда ла, ул осорҙағы ваҡиғалар өйөрмәһенән башың зыр әйләнерлек. Утыҙынсы йылдар уртаһында — аҙағында Советтар Союзы, донъяла яңғыҙлыҡта ҡалыуҙан тамам ҡаңғырғас һәм хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныстың айлап түгел, сәғәтләп арта барыуын күрә тороп, үҙенә, союздаштар булмағанда ла, исмаһам фекерләшерлек уҙаҡташтар табырға тырыша. Гитлер армиялары менән боғаҙға боғаҙ килерҙән байтаҡ әүәл үк Совет дәүләте, илдең дипломатияһы, ҡораллы көстәре етди, хатта фажиғәле һынауҙарға дусар була башлай. Бөгөнгө инаныуҙарға таянып фекер йөрөткәндә, фашистик Германия менән уртаҡ тел табырға тырышыу аҡылға һыйғыһыҙ ғәмәл һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта, американ әҙибе Амброз Бирс әйтмешләй, дипломатия — тыуған илең хаҡына ялғанлау оҫталығы ла.
1939 йылдың йәйендәге совет-инглиз-француз һөйләшеүҙәре, шул уҡ йыл­дың авгусында имзаланған Молотов-Риббентроп пакты, сауҙа һәм кредиттар мәсьәләһендә Совет-Германия килешеүе, 1 сентябрҙә Германияның Польшаға ябырылыуы, 17 сентябрҙә Ҡыҙыл Армия подразделениеларының Польшаға инеүе, уның Көнбайыш Ук­раина менән Көнбайыш Белоруссияға “тыныс азатлыҡ походы”. Брест-Литовск ҡалаһында, уның СССР юрисдикция­һына күсеүе хөрмәтенә, совет һәм герман ғәскәрҙәренең бергә парады ла үткәрелә.
“Шайтанға ҡул бирһәң, елкәңә менеп ултырыр” тигән әсе хәҡиҡәттең әсе­ле­ген күп тә үтмәҫтән татырбыҙ. Әлегә иһә Совет дәүләте етәкселәре илдең көнбайыш сиген нығытыу, фашистик Германия һәм уның төп союздаштарын Мәскәү, Ленинград, Минск һәм Киевтан мөмкин ҡәҙәр алыҫтараҡ тотоу өсөн төрлө саралар күреп ҡарай.
Ошондай оло ғәмәлдәр эсендә бер кешенең урыны телгә алырлыҡ та тү­гел­дер. Шулай ҙа, Көнбайыш Украинаға 1939 йылда ингән ғәскәрҙәр сафында башҡорттоң буласаҡ беренсе Советтар Союзы Геройы танкист Ғәфиәтулла Арыҫ­лановтың да булыуы беҙҙе лә та­ри­хи ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы иткәндәй.
Ул осорҙағы хәлдәргә, яҡташ яугиребеҙгә аҙ ғына торараҡ әйләнеп ҡайтырбыҙ. Әлегә иһә батырҙың атайсалы, тоҡом-тамырҙары тураһында бер-ике генә кәлимә әйтәйек.
Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылы, Ғә­фиә­тулла Ша­һи­марҙан улының тыуған төйәге, борон Арыҫлан тип йөрөтөлгән. Уға Кинйә Арыҫлановтың атаһы Арыҫлан батыр Аҡҡолов нигеҙ һалған булып сыға. Һәр хәлдә, тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров шулай тип раҫлай. Ауыл тәүҙәрәк Ағи­ҙелдең уң ярында ултырған, һуңғараҡ арыҫландар Оло Юшатырға ҡойған Кесе Көйөргәҙе йылғаһы буйына күсен­гән. Төпсөрләй китһәң, ХIХ быуаттың баштарында Кинйәабыҙ тип ҡағыҙҙа теркәлгән ауыл Бөрйән улусы башҡорт­тарының аҫаба ерҙәрендә Нуғай юлы­ның Бошман-Ҡыпсаҡ улусы баш­ҡорт­тары тарафынан хасил булды­рылғанын беләһең. Кинйә Арыҫла­нов­тың кемлеген белгәндәргә һәм “абыҙ” һүҙенең “уҡымышлы”, “белемле кеше” мәғәнәһендә ҡулланылыуын аңғар­ғандарға Кинйәабыҙҙың атамаһы күп нәмәне һөйләй. Ғәфиәтуллаға әйләнеп ҡайтырҙан алда шуны ла өҫтәү фарыздыр: юғарыла телгә алынған тархан, батыр, Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старши­наһы Арыҫлан Аҡҡолов 1708 – 1722 йылдарҙа, бүтән старшиналар менән бер булып, яңы һалымдарҙы ғәмәлдән сығарыуҙы, башҡорттарҙың аҫаба ерҙә­рен баҫып алыуҙы туҡтатыуҙы, Өфө чиновниктарының башбаштаҡлығын ауыҙ­лыҡлауҙы үтенеп, батшаға күп тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Был ырыу­ҙан, Кинйә Арыҫлановтан башҡа, Селәүсен Кинзин, Ибәтулла Йәғәфәр улы Арыҫланов та билдәле. Ибәтулла Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыш­тарында ҡатнашҡан, Мәскәүҙә Юғары юридик курстарҙы тамамлап, дәүләт һәм партия эштәрендә танылған. Ә йәш сағында механизатор булған, артабан иҡтисад фәндәре докторы, профессор Нурамбик Ғиниәт улы Арыҫланов менән күп йылдар дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡланыҡ.
Ғәфиәтулла Арыҫланов тураһында һүҙ әйтәйем тип дәрт иткәс, тәүҙә бер аҙға баҙап ҡалдым. Уның тураһында мәғлүмәт ҡытлығынан түгел, юҡ. Күренекле яҙыусыбыҙ Баязит Бикбай ағай яҡташы тураһында “Славные сыны Башкирии” тигән күп томлы китапта ыҡсым ғына мәҡәлә баҫтырған. Әммә ул, үҙ заманындағыса пафос менән яҙылһа ла, батырҙың тормошон, кешелек сифаттарын күҙ алдына баҫтырмай. Ғәфиәтулла Арыҫланов тураһында 2013 йылда нәшерләнгән “Военная история башкир” тип аталған белешмәлә бер аҙ әйтеп үтелһә лә, “Башкирская энциклопедия” тигән ете томлыҡта башҡорттоң беренсе Советтар Союзы Геройына урын табылмаған. Ҡыҙғаныс. Хәйер, энциклопедияны әҙерләүселәр армия генералы, Генераль штаб начальнигының элекке урынбаҫары, Хәрби фәндәр академияһы президенты Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәевте лә онотҡан.
Әммә мин фекер ебенең осон юғалтып барам, ахыры. Арыҫлановҡа әйләнеп ҡайтырға тырышайыҡ.
Уның тәржемәи хәлен өйрәнеүселәргә мәғлүм булыуынса, Ғәфиәтулла әрмегә саҡырылғанға ҡәҙәр Стәрлетамаҡта нефть техникумын тамамлап өлгөргән. Техникумға тиклем, мәктәптән һуң, колхозда иҫәп-хисап эштәрендә йөрөгән.
Техникум бөтөргән кеше ул ваҡытта харап белемле һаналған бит инде. Армияла танк ғәскәрҙәренә эләгеүенә лә ошо хәл булышлыҡ иткәндер.
Юғарыла әйтелгәнсә, Бөйөк Ватан һуғышы алды Советтар Союзы өсөн тотошлай сәйәси һәм дипломатик көрәш менән үткән. Ул саҡта кемдең өҫтөн сыҡҡанын, кемдең еңелгәнен аҙағыраҡ тарихсылар билдәләргә тырышыр. Ғәфиәтулла Арыҫланов хеҙмәт иткән часть та 1939 йылда Көнбайыш Украинаға килеп ингән. Атыш-алыш булмаһа ла, Карпат аръяғы халҡы совет подразделениеларын икмәк-тоҙ менән ҡаршыламаған. Ошо ҡыҫҡа ваҡытлы ғына поход танк экипажында башнянан атыусы хеҙмәтен үтәгән Ғәфиәтулла өсөн хәрби шарттарҙа тәүге сирҡаныс алыу булғандыр.
Ул арала Совет-Финляндия мөнә­сә­бәттәре киҫкенләшеүҙең һуңғы нөктә­һенә етә. Хәйер, ул 20-се йылдарҙан бирле “һалҡын солох” хәлендә була ла инде. Ике яҡ та сиктәрен ҡарһаланып нығыта. Финдар “рус империализмынан” шикләнһә, СССР Финлян­дияның Скандинавияла беҙгә ҡаршы плацдарм­ға әүерелеүенән ҡурҡа. Күршеләр Мәскәүҙең бер генә тәҡдиме менән дә ризалашмай, Германия менән яҡыная. 1939 йылдың урталарынан фин мәсьә­ләһен көс менән хәл итеүгә әҙерлек башлана. 30 ноябрҙә совет ғәскәрҙәре Финляндия сиген үтә. Ләкин һуғыш хәрәкәттәре уларға уңыш килтермәй, командование дошманды баһалап еткермәй, стратегик хаталар ебәрә. Беҙҙең бер нисә дивизия ҡамауға эләгә йә ҡыйратыла.
Байтаҡҡа һуҙылған һәм күп юғалтыуҙарға килтергән һуғыштарҙың береһендә, Карелияла, танк ротаһында атыусы Ғәфиәтулла Арыҫланов дошмандың дзотын дөмөктөрә, күрше экипаждарҙың йәрәхәтләнгән дүрт хәрби хеҙмәткәрен ут эсенән алып сыға һәм, юл ыңғайында, хәрәкәтһеҙ ҡалған бер танкты ла тағып ала. Тәбиғи, был мәхшәр тураһында яҙыуы ғына анһат, ошо минуттар, бәлки, Ғәфиәтулланы ысын ир, маһир яугир, илен ҡурсалар батыр иткәндер. Командование, етәкселәр ҡаһарманлыҡҡа, шөкөр, лайыҡлы баһа бирә алған.
Әйткәндәй, совет ғәскәрҙәре фин армияһының баш командующийы Маннергейм төҙөткән нығытма һыҙығын ҙур юғалтыуҙар менән ике мәртәбә — 1939-1940 һәм 1944 йылдарҙа өҙә. Карл Густав Маннергейм хәрби белемде Советтар Союзында ала, 1944 – 1946 йылдарҙа Финляндия республикаһы президенты була. Хельсинки ҡалаһында уның һыбайлы һәйкәле тора.
Фин маршалы өсөн һуғыш тиҙ үк тамамланһа ла, башҡорт танкисы дауыллы ғәрәсәттең эсендә оҙаҡ йылдар ҡайнай. Советтар Союзы Геройын Германия менән һуғыш ҡыҙмаҫ элек, Ульяновск ҡалаһында танк училищеһында уҡытып алалар. Артабан — фашистар менән аяу белмәҫ алыш. 1943 йылда инде Арыҫланов танк батальоны командиры, танк полкы командиры урынбаҫары вазифаһында Көньяҡ-Көнбайыш, Воронеж, Үҙәк, 2-се һәм 3-сө Украина фронттары ғәскәрҙәре сафын­да һуғыша. Смоленск, Белгород, Орел, Курск, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Будапешт йүнәлешендә һөжүм иткәндә, Ғәфиәтулла 1939 йылда Көнбайыш Украинаға ингән юлынан йәнә үтә. Ул саҡта башҡорт егете дары төтөнөн еҫкәп тә ҡарамаған булһа, хәҙер инде яугирҙең күкрәген Алтын Йондоҙ, Ленин, ике Ватан һуғышы ордендары биҙәй.
“Батыр даны юйылмаҫ” тиһәләр ҙә, еңеүгә юл ярған яугирҙәрҙең шул еңеүҙе күрә алмауы ғына үкенесле. Ғәфиәтулла Арыҫланов та подполковник дәрәжәһендә 1945 йылдың ғинуарында һәләк була.
Һәм, һүҙ һуңында, Арыҫлановтар нәҫеле, Кинйәабыҙ ауылы тураһында шуны ла өҫтәйек. Кинйә Арыҫланов тоҡомонан Хәйҙәр Арыҫланов тарихта ҡалған. Ул, 1812 йылғы Ватан һуғы­шында ҡатнашып, ҡаһарманлығы өсөн бихисап наградаларға һәм генерал чинына өлгәшкән. Кинйәабыҙ ауылынан кавалерист Сәлмән Биктимеровҡа 1944 йылда Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Ошо уҡ ауылдан фронтҡа киткән Хәсән Ғайсин Герой исемен 1945 йылда алған. Илдә һирәк осрай торған ауыл, халыҡты юғары күтәргән арыҫландар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518