Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайтып инер өйөң булһын
Ҡайтып инер өйөң булһын Тормош йәме ғаиләлә булһа, ғаилә йәме – уның яҡты, йылы, уңайлы шарттарҙа ғүмер итеүендә. Республика йөҙөн билдәләгән халыҡтың имен йәшәйеше, йорт-биналарҙың күркәмлеге өсөн тоғро хеҙмәт иткән төҙөүселәрһеҙ көнитмешебеҙҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит МӘХМҮТОВ менән әңгәмәлә һүҙ ошо өлкәләге яңылыҡтар, кисәге һәм бөгөнгө эштәр хаҡында бара.
– Хәлит Мәхмүт улы, республи­ка­лағ­ы төҙөлөш күләмен нисек баһалай­һығыҙ?
– Башҡортостанда сәнәғәт объекттары ла, торлаҡ йорттар ҙа бик әүҙем төҙөлә. Тапшырылған торлаҡ күләме буйынса республикабыҙҙың Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәр араһында икен­се йыл рәттән беренселекте бирмәүен бил­дәләп үтеү мөһим. Былтыр ул һан 2 мил­лион 651 мең квадрат метр тәшкил итеп, һуңғы 20 йылдағы иң яҡшы күрһәткес тип танылды. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, был өлкәгә иҡтисадтағы һәр киҫ­кен һынылыш тәьҫир итеүсән. Шулай ҙа республика етәкселегенең ярҙамсыл булыуы иғтибарға лайыҡ: беренсенән, торлаҡ төҙөү программаларын финанслау, икенсенән, республика ҡала һәм район­да­рындағы социаль һәм инженер инфра­струк­тураһы объекттарын булдырыу буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу.
Бөгөн республикала барған төҙөлөш­тәргә 108 ҙур һәм уртаса ойошма йәлеп ителгән. Дәүләт етәкселеге тарафынан ҡа­бул ителгән сараларға ҡарамаҫтан, 2016-2017 йылдарҙа буласаҡ төҙөлөш күлә­ме­нең кәмеү ихтималлығына бәйле хәүефләнергә урын бар. Йылдың тәүге ике кварталы һөҙөмтәләренә ярашлы, 1 миллион 200 мең квадрат метрлыҡ майҙан ҡулланыуға тапшырылған, был иһә был­тырғынан 13 процентҡа күберәк. Әле республикала дөйөм майҙаны 3,4 миллион квадрат метр тәшкил иткән күп ҡатлы 305 йорт төҙөлә.
Яңыраҡ Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үтте, уларға әҙерлек барышында баш ҡалала халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, мәҙә­ниәт, мәғариф өлкәләренә ҡараған проекттар, реконструкциялау, һалыу эштәре байтаҡ атҡарылды. Бында төҙөүселәрҙең хеҙмәте айырым иғтибарға лайыҡ. Уларҙың оҫталығын өфөләр генә түгел, ҡунаҡтар ҙа ыңғай баһаланы. Баш ҡалабыҙҙың архитектур ҡиәфәте лә яңылыҡ кисерҙе: М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт худо­жест­во музейының заманса фонд һаҡлағысы булдырылды, ә Конгресс-холл, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, “Хилтон” ҡунаҡхана комплексы халыҡ-ара саммиттарҙың төп майҙандары булды. Ошо ҙур саралар өсөн Өфөлә ете яңы ҡунаҡ­ха­на асылды. Башҡа сығымдар менән бергә иҫәпләгәндә, әҙерлеккә 10 миллиард һум тирәһе аҡса йәлеп ителде. Рәсми һәм иҡтисади тормоштоң үҙәгенә әүерелгән Конгресс-холды реконструкциялау өсөн республика ҡаҙнаһынан 600 миллион һум аҡса бүленде. “Өфө” аэропортының халыҡ-ара терминалын яңыртыу өсөн дә яҡынса шунса аҡса китте. Бынан тыш, Баш­ҡорт­остан федераль ҡаҙнанан ике миллиард һум аҡса алды, улар иһә аэродромды яңыртыуға, Ағиҙел ярҙарын нығытыуға тотонолдо. Алты миллиард һумдан ашыу аҡса инвесторҙар тарафынан ҡунаҡ­ха­на­лар комплексын төҙөүгә йүнәлтелде.
Яңыртылған Өфө аэропорты хәҙер сәғә­тенә 800-гәсә пассажир үткәреү ҡеүәтенә эйә. Икенсе осоу һыҙатының да эшләй башлауы Өфөнән донъяның теләгән бер төбә­генә тура рейс булдырыу мөмкинлеген асты. Халыҡ-ара талаптарға яуап биргән аэропортыбыҙ илдә хәҙер иң яҡшылар иҫәбендә.
Саммиттарға әҙерлек барышында ҡала­ла 130 мең квадрат метрҙан ашыу тротуар плитәһе, 140 мең квадрат метрҙан ашыу асфальт һалынды, 90 саҡрымға яҡын арауыҡта борт таштары ҡуйылды, Өфө меңдән ашыу фонарь һәм ике мең төптән күберәк ағас менән биҙәлде.
– Быйыл нисә квадрат метрлыҡ тор­лаҡ тапшырыу планлаштырыла? Бындай төҙөлөш төбәктең ҡайһы билә­мә­һендә әүҙем үҫеш алған?
– “Башҡортостан Республикаһының тө­ҙө­лөш комплексын үҫтереү” дәүләт про­грам­маһында торлаҡ төҙөү күләме бил­дә­ләнгән: 2020 йылғаса дүрт миллион квадрат метр майҙанды тапшырыу кү­ҙаллана, йәғни бер кеше иҫәбенә 29,5 квадрат метр тура киләсәк.
Быйыл 2 миллион 660 мең квадрат метр­лыҡ торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалала­рында, Туймазы, Иглин, Мәләүез, Бәләбәй, Ишембай райондарында йорт төҙөү айы­рыу­са әүҙем бара.
– Йыл дауамында ҡайҙа һәм ниндәй социаль объекттар ҡулланылышҡа инәсәк?
– Быйыл 2456 урынлыҡ 16 балалар баҡ­саһы, 320 урынлыҡ дөйөм ятаҡ, 60 урын­лыҡ хирургия корпусы, 250 уҡыусыға иҫәпләнгән һынлы сәнғәт мәктәбе, бассейн, ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, стадион, 50 урынлыҡ психоневрология интернаты корпусы үҙ ишектәрен асып ҡыуандырасаҡ.
– Республикала дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу нисек бара?
– Быйыл старт алған “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһы буйынса әүҙем эшмәкәрлек йәйелдерелде. Уның шартына ярашлы, бер квадрат метрҙың хаҡы 35 мең һумдан ашмай – эконом-класс кимәлендәге йорт алыу мөмкинлеге булдырылды.
Әлегә был программала 11 проект ҡат­на­ша, торлаҡ алыуға мең ярымдан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Өфө ҡалаһында һәм районында, Туймазы ҡалаһында тәүге объекттар донъя күрә башланы. 2017 йылдың 1 июленә ҡәҙәр республика ошо проектҡа ҡағылышлы барлыҡ йөкләмәне үтәйәсәк.
2008 – 2012 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү про­грам­маһына ярашлы, күп фатирлы 602 йорттан 16 мең кеше күсерелде. Ғөмүмән, ошо эшмәкәрлек буйынса республика Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә килә.
Бер йыл элек төбәктә торлаҡ өсөн аҡса туплау кеүек программа эшләй башланы. Уға ярашлы, өс-алты йыл дауамында кеше ай һайын банкка билдәле бер сумма һала, ә республика ошо аҡсаға 30 процентын өҫтәй бара. Дәүләт “бонус”ының кимәле йылына 36 меңдән артмай. Аҡса йыйыу ва­ҡы­ты үткәс, граждан шул уҡ банктан таш­ла­малы ипотека кредитын алыу мөм­кинлегенә эйә буласаҡ. Йәғни ошондай түләү тәртибе аша кеше торлаҡ алыу өсөн тәүге иғәнә туплай. Әлегә был программала ҡатнашыусыларҙың һаны һигеҙ меңдән ашыу, уларҙың иҫәбендә 450 миллион һумдан күберәк аҡса йыйылған, ә республика бюджетынан 100 миллион һум тирәһе күсерелгән.
Әйтергә кәрәк, төрлө ҡатлам кешеләре торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндә дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Ундайҙарҙың исемлеге ярайһы уҡ ҙур. 2015 йылда Башҡорт­остандағы ошондай барлыҡ про­грам­ма­ларға 3,305 миллиард һум аҡса бүленәсәк, яҡынса 2773 ғаилә торлаҡлы буласаҡ.
– Республикала төҙөлөшкә материал ҡайҙан алына? Төҙөлөш индустрияһы өлкәләре үҫеш юлындамы?
– Планлаштырылған төҙөлөштө атҡарып сығыуҙа республика төҙөлөш комплек­сы­ның етештереү базаһы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Тап ул эште төп материалдар, конструкциялар менән тәьмин итә һәм, әйтергә кәрәк, етештереү күләме йылдан-йыл арта. Был өлкәлә 200-ҙән ашыу предприятие эшләй, улар араһында 39 кирбес сығарыу заводы, 28 тимер-бетон ҡо­ролма етештереү заводы һәм башҡалар. Былтыр 37,7 миллиард һумлыҡ тауар етештерел­гән. Беҙҙең тармаҡта 18,4 мең кеше эшләй, уларҙың уртаса хеҙмәт хаҡы – 23,3 мең һумдан ашыу.
– Республикала төҙөлөш өлкәһенең киләсәген нисек төҫмөрләйһегеҙ?
– Алға әйҙәп барған бурыстар байтаҡ, шулай ҙа үҫеш, камиллашыу, яңы програм­маларҙы тормошҡа ашырыу, халыҡҡа ярҙам итеү төп маҡсат булып ҡала.
– Ҡайһы предприятие һәм ойош­маларҙы айырым билдәләп үтер инегеҙ?
– Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреүе ҡыйын. Торлаҡ төҙөүсе булараҡ, “Жил­строй­инвест” компанияһы иғтибарға лайыҡ. “Башҡортос­таннефтезавод­строй”ҙың 54-се механизацияланған күсмә колоннаһы, “Баш­киргражданстрой”, Туймазы ҡалаһының “3-сө төҙөлөш фирмаһы”, “Стройвер­тикаль” компанияларын да атап үтеү яҙыҡ булмаҫ. Ҡаланың Инвестиция-төҙөлөш комитеты, Капиталь төҙөлөш идаралығы, “Башкиргражданпроект”, “Архпроект”, “АС-Проект”, сәнәғәт индустрия­һына ҡараған “Керамика”, “Мәләүез кирбес заводы”, “Башбетон”, “Ағиҙел” ойошмалары – әүҙем эшләгәндәр рәтендә.
– Һөнәри байрам айҡанлы төҙөү­селәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен Башҡортостан төҙөүселәренең йолаларын, бай тәжрибә­һен быуаттар дауамында йәш быуынға һеңдереп килгән ветерандарыбыҙға еткерер инем. Тап ошо уңған, яуаплы оло ағай-апайҙарыбыҙҙың ярҙамы менән беҙ иҡтисади ҡыйынлыҡтарҙы еңеү генә түгел, алға табан барыуға ла көс табабыҙ.
Байрам айҡанлы барлыҡ төҙөүселәрҙе, архитекторҙарҙы, проектлаусыларҙы, хөр­мәт­ле ветерандарыбыҙҙы ихлас тәбриклә­йем. Хеҙмәттә лә, ябай тормошта ла именлектә, шатлыҡта, һаулыҡта, бәрәкәттә ғүмер итергә яҙһын!

Айгөл ИШБУЛАТОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 172

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840