Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яңылышлығым өсөн ҙур хаҡ түләнем”
(ВИЧ-инфекция йөрөткән ҡатын монологы)
...Хәтерегеҙҙәлер, СПИД һәм ВИЧ-инфекция тураһында иң беренсе 1987 йылда һөйләй башланылар. Мин был хаҡта IX класта уҡығанда беренсе тапҡыр ишеттем.

Ул көндө беҙҙе, VIII—X класс уҡыусыларын, тамаша залына йыйып, ошо темаға телетапшырыу күрһәттеләр. Сир тураһында педагогтарыбыҙ ҙа аныҡ ҡына бер ни белмәй. Ул ваҡытта ниндәй ҙә булһа хәүеф-хәтәр янаһа, хәҙерге һымаҡ бөтәһен дә асып-ярып һалып бармайҙар ине бит. Улар беҙҙән иғтибар менән тыңлауыбыҙҙы ғына үтенде. Микроскоп аша төшөрөлгән ниндәйҙер анализдар, лаборатория тикшереүҙәрен күрһәттеләр, тәүге ҡорбандар булыуы хаҡында һөйләнеләр. Ә беҙгә, йәштәргә, океан аръяғында нимә булһа ла барыбер, иғтибарһыҙ, шаярып-көлөп тыңланыҡ. Шулай ҙа был ҡурҡыныс сирҙең енси юл менән күсеүе хаҡында хәбәр итеүҙәре ныҡ иҫемдә ҡалған. Совет осоронда “енси бәйләнеш”, “секс” тигән һүҙҙәр киң мәғлүмәт сараларында бик һирәк осрай ине. Шуға ла уны һәр кем оят нәмә тип ҡабул итте.
Эргәмдәгеләр тапшырыу мәлендә нимәлер әйткәндер инде, пырхылдап көлөп ебәрҙем, миңә башҡалар ҙа ҡушылды. Барыһын да ҡыуып булмай бит инде — бер уҡытыусы килде лә мине елтерәтеп залдан сығарып ебәрҙе.
Һәр кемдә эске ҡаршылыҡ бар. Берәүҙәр уны тыя белә, икенселәр, киреһенсә, тышҡа сығара. Миндә лә ошо көс етерлек ине: “Тапшырыуҙың кәрәге лә юҡ, сөнки был сир менән бер ҡасан да ауырымаясаҡмын!” — тип ҡысҡырып сығып киткәнем хәтерҙә.
Боронғоларҙың “Соҡорҙо һикереп үтмәйенсә “һоп” тип әйтмә” тигәне раҫ икән — бына байтаҡ йыл инде инфекция йөрөтөүселәр рәтендә диспансер иҫәптә торам. “Инфекциялы” һәм “иммун дефициты вирусын йөрөтөүсе” тигән терминдарҙы яҡшы белгәндәр, бәлки, тапҡанһың ҡайғырыр нәмә, һин бит инфекция йөрөтөүсе генә, ауырымайһың, тиер. Кеше хәлен кеше белмәй тигән һымаҡ, хәлемде үҙем генә аңлайым. Йылдан-йыл һаулығым мөшкөлләнә барғанын тоям. Саҡ ҡына һыуыҡҡа ла сыҙамайым: тамаҡ шешә, тән температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек, күңел төшөнкөлөгө бер ҡасан да ташламай. Ҡасандыр эргәмдә йүгереп йөрөгән яҡындарым да яйлап минән ситләште. Ауырыуға ҡарағанда күберәк ана шул яңғыҙлыҡ тойғоһо бөтөрә мине.
Бәләмдә, бәхетһеҙлегемдә, әлбиттә, бер кемде лә ғәйепләргә йыйынмайым. Барыһына ла үҙем генә ғәйепле. Аҡылһыҙлығым, дөрөҫөрәге, тәкәбберлегем хаҡы бик ҙур булды — ғаиләм, карьерам, киләсәгем менән түләнем.
Баштан-аяҡ ғашиҡ булып, ныҡ яратып сыҡтым кейәүгә. Училищела уҡығанда уҡ танышҡайныҡ, бер-беребеҙҙе саҡ ҡына күрмәй торһаҡ, үлер хәлгә етеп һағындыҡ. Дуҫтар, мөнәсәбәтебеҙгә һоҡланып, беҙҙе Зөһрә һәм Таһир тип йөрөттө. Һөйгәнем армияла саҡта, бер кемдең һүҙенә, әсәй-атайҙың тыйыуына ҡарамай, янына бер түгел, ике тапҡыр барып ҡайттым, хат яҙыштыҡ. Ҡайтҡас та һоратырға килде.
Матур итеп тормош ҡороп ебәрҙек, бер-бер артлы ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тик... Бер-беребеҙҙе нисек яратһаҡ, шул тиклем көнләшеп аптыраттыҡ. Ул саҡ ҡына эштә оҙаҡлаһа, үҙемә урын таба алмайым, ҡайтып инеү менән яралы йыртҡыстай ташлана инем. Ваҡытында өйҙә булмаһам, ул да мине шулай ҡаршыланы. Ниндәй ҡотҡо булғандыр: бер-беребеҙҙе хатта туғандарыбыҙҙан көнләшә инек.
Йәмәғәтемә, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да битараф булманы, ул һәр ваҡыт гүзәл заттың иғтибар үҙәгендә ине. Холҡомдо белгәнгәме, коллективта тыуған көндәргә, юбилейҙарға йөрөргә тырышманы, мин дә байрам кисәләренә айырым барырға атлығып торманым.
Шулай бер йыл 8 Март алдынан эштән ҡайтманы. Бындай ваҡытта башҡа йүнле уй киләме ни? Көттөм-көттөм дә сығып киттем. Барһам, бригадалары эштән һуң ҡатын-ҡыҙҙы байрам менән ҡотлап табын ҡорған. Тик унда минең ир күренмәй. Күпме иҫләргә тырышһам да, уны таптырып, өҫтәлдәрен пыран-заран килтергәнемде хәтерләмәйем. Ярһып, аффект хәлендә булғанмынмы, әллә ен алмаштырҙымы — белмәйем. Илай-илай төнгө ҡала буйлап атлайым. Яҡтыһы булған фатирҙарҙың барыһында ла минең һөйөклө ирем ултыра, кемделер иркәләп, наҙлы һүҙҙәр һөйләйҙер кеүек. Көнләшеүҙән йөрәгем алҡымыма тығыла. Артымдан бер ир ҡыуып етте. Бер ҙә таныш булмаған кешенең 8 Мартты бергә билдәләү тәҡдимен ҡыуанып ҡабул иттем, шуның менән балаларымдың атаһына, берҙән-беремә үс итергә уйланым. Бер грамм шарап эсмәһәм дә, иҫерек инем. Ул кешенең йөҙөн дә, ҡайҙа йәшәгәнен дә, нимә һөйләшкәнебеҙҙе лә хәтерләмәйем. Иртән ул мине машина менән илтеп ҡуйҙы.
Байрам табынында булмағас, хәләлем ҡайҙа булған, тип уйлайһығыҙ? Дауаханала. Эштә аяғын йәрәхәтләп, “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән алып киткән булғандар. Ғаиләһенә береһе лә хәбәр итергә кәрәк тип тапмаған.
Бына ошолай тойғоларыма баш була алмау сәбәпле өҙөлөп һөйгән иремде, балаларымды юғалттым. Былай тип шартлы рәүештә әйтәм, әлбиттә, улар мине береһе лә ташлап китмәне йәки ҡыуып сығарманы. Әммә бер-беребеҙгә бөтөнләй ятбыҙ.
Тормош тәжрибәмдән сығып шуны әйтер инем: был донъяла асыуын еңә белгән кеше — иң көслөһө. Ошо тойғо һәр кемдә бар, тик уны еңә белергә кәрәк, шул ваҡытта ғына үҙеңә-үҙең хужа була алаһың. Әгәр уға баш була алмайһың икән, башҡа яҡшы сифат­тарыңды аяҡ аҫтына һалып тапаның тигән һүҙ...
Битараф, ғәмһеҙ кешеләрҙе элек йәнем һөймәй торғайны. Хәҙер уларға һоҡланам, сөнки ундай­ҙар­ҙың, “һалҡын аҡыл” менән эш иткәндәрҙең, тормошонда бөтәһе лә үҙ урынында. Ә мин ҡасандыр бер баҫаһы урынға ике баҫып, оло апайҙар әйтә алмағанды тура әйтеп, үҙемдең һәр ваҡыт ғәҙел, дөрөҫ, ҡыйыу һәм ҡулымдан бөтә эш килеүе менән ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, дөрөҫөрәге, тәкәббер­ләнеп, һөҙөмтәлә ошо көнгә төштөм. Һәр ваҡыт беренсе урынға үҙемде йәки яратҡан иремде ҡуйҙым. Тәү сиратта Аллаһ Тәғәләне ҡуйырға кәрәк булған. Бына шул гонаһым өсөн бик ҡиммәт түләнем...

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509