Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миҙал ике яҡлы
Беҙ йыш ҡына урамда йәшелсә, еләк-емеш һатҡан әбейҙәрҙе күрергә күнеккәнбеҙ. Ғәҙәттә, улар яҙын үҫентеләр һатһа, йәйен-көҙөн баҡсаларында үҫтергән уңышы менән сауҙа итә. Гәзит-журнал биттәрендә лә был сауҙа төрө хаҡында тәнҡит мәҡәләләре йыш күҙгә салына. Белеүемсә, беҙҙең илдә урамда рөхсәтһеҙ һатыу менән шөғөлләнеү тыйыла, сөнки шәхси хужалыҡта етештерелгән продукция тикшерелмәгән.
Тик уйлап ҡараһаң, миҙалдың икенсе яғы ла бар. Оло йәштәге әбей-бабайҙар рәхәт, етеш тормоштан урамға сыҡмай бит. Уларҙың “бизнес”ы менән яҡындан танышыу маҡсатында Үҙәк баҙарға юлландым. Элегерәк бында һатыусы әбейҙәр күп ултырһа, хәҙер байтаҡ урындар бушаған. Сит илдән килтерелгән емеш-еләк менән һатыу иткән ханым янына барып, үҙемде борсоған һорауҙарыма яуап табырға тырышам. Өфөнән Фәтҡиә Тимофеева икән. “16 йыл инде ел-ямғыр аҫтында тороп сауҙа итәм”, – ти ул. Йәшелсә, еләк-емеште ҡайҙан алыуы хаҡында ҡыҙыҡһынам.
– Затон биҫтәһендәге күмәртәләп һатыу базаһынан алам. Үҙем үҫтергән ҡыяр-помидорҙы ла килтерәм. Тик бына сауҙа өсөн уңайлыҡтар булмауы күңелде ҡыра. Етмәһә, һалымдың артҡандан-арта барыуы бәкәлгә һуға.
– Ни өсөн баҙарға алып барып һатмайһығыҙ?
– Сауҙа өсөн Өфөбөҙҙә һанаулы ғына майҙан­сыҡтар бар. Ә бында күпме халыҡ йәшәй! Бөтәбеҙгә лә урын етмәй.
Шул саҡ һүҙгә эргәлә һатыу иткән Ләйлә Хәмәтдинова ҡушылды:
– Сит илдән тауар килтерелмәй, үҙебеҙҙекен үҫтерәбеҙ, тип яр һалған булалар. “Үҙебеҙҙекен һайла” тигән яҙыуҙар баҫып алды. Әммә был һүҙҙә генә түгелме икән? Импорт туҡтатылды, тиһәләр ҙә, баҙар тулы сит ил кешеләре. Беҙҙе ҡыуалар... Әрмәндәр баҫып алды. Үҙәк баҙар бинаһын ғына алһаҡ та, унда сит илдән килтерелгән емеш-еләк менән һатыу итәләр. “Фреш Маркет”та, мәҫәлән. Беҙҙең хаҡтар магазиндағынан күпкә түбәнерәк. Даими һатып алыусыларыбыҙ күп. Бер теләгем бар. Хаҡлы ялдағылар үҙ баҡсаһындағы йәшелсә, еләк-емеште һатһын өсөн майҙансыҡтар күберәк булһын ине. Хәләл көсөмдө түгеп үҫтергән еләктәремде сығарып түктем... Хәҙер помидор-ҡыярҙарымды ла юҡҡа сығарырға мәжбүр булырмын инде...
Инәйҙең күҙҙәренә йәш тулды. Күптән эсемде “тырнаған” һорауымды бирәм:
– Ни өсөн урамға һатыу итергә сыҡтығыҙ?
– Хеҙмәт ветеранымын, – тине ул. – Хаҡлы ялға сығып, беренсе пенсиямды алғас, эшкә сыҡтым. Әле 8 500 һум алам. Был аҡса нимәгә етә һуң? Аҙыҡ-түлеккә хаҡ көндән-көн арта. Дарыуҙарҙы әйтеп тораһы ла түгел! Газға, һыуға ла түләргә кәрәк. Бынан тыш, ейән-ейәнсәрҙәремде әҙерәк булһа ла тәмлекәстәр менән һыйлағым килә. Беҙҙе тәнҡитләргә генә торалар. Рәхәт тормоштан урамға сыҡҡан тип уйлайҙарҙыр инде. Мәҫәлән, әхирәтемдең ейәнсәре ҡаты сирләй. Операцияға ҙур ғына күләмдә аҡса талап ителә. Өләсәй кеше нисек тә ейәнсәренә ярҙам иткеһе килә инде. Пенсия аҡсаһы менән йыраҡ китеп булмай!
Улар менән осрашҡас, бик оҙаҡ уйланып барҙым. Бына шулай, урамға береһе лә сәбәпһеҙ сығып ултырмаған. Беҙ мәсьәләнең бер яғын ғына ҡарап өйрәнгәнбеҙ, тик былай бик үк дөрөҫ тә түгелдер. Урамдарҙа һатыу иткән хаҡлы ялдағы кешеләр баҡсаһының аҙ булһа ла файҙаһын күреп ҡалһын өсөн, минеңсә, урамдарҙа барыбер баҙар кәрәктер ул.
Гөлназ ХӘСӘНОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 226

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 965

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 151

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 260

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 081

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 268

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 056

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 342

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 367

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 304

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 311

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 260