Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дүртөйлөнөң үҙ “Икар”ы
Дүртөйлөнөң  үҙ “Икар”ы Тормошта уйламағанда ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға тура килә. Мин дә быйыл һабантуйҙа шундай ғәҙәти булмаған ир-ат менән таныштым. Арҡаһына пропеллер эләктергән 15-ләгән һәүәҫкәр осоусы йыйылғайны. Берсә түбәнәйеп, берсә бәләкәй генә нөктә булып, рәхәтләнеп осто улар. Йәше-ҡарты “ҡанатлы” кешеләрҙе көслө алҡыштарға күмде, теләге булғандар осоп ҡарау бәхетенә иреште.
Осоусы – тәүәккәл, ҡыйыу ирҙәр һөнәре. Улар араһында Дүртөйлө районының Ҡораласыҡ ауылынан Ғәзизйән Йәһүҙин да бар ине. Ул үҙенең бала саҡ хыялдары менән уртаҡлашты.


– Беҙ үҫкәндә кем генә космонавт булырға хыялланмаған икән?.. Мин дә осоусы булырға теләнем. Мәктәпте тамамлағас, Сызрандәге авиация училищеһына кереү өсөн комиссия үткәйнем. Тик әсәйем ҡаты ауырып, аяҡтан йығылыу сәбәпле, хыялымдан баш тарттым, уның янына Ҡораласыҡҡа ҡайттым. Йәш кенә көйө мине, өс йәшлек сабыйын, ҡосаҡлап тол ҡалған, бөтөн ғүмерен миңә бағышлаған бит ул! Ни йөрәгем менән сырхау килеш яңғыҙын ҡалдырайым?!
Дүртөйлөнөң  үҙ “Икар”ыҒәзизйән ағай әсәһен тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. Үҙе “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығына оператор булып урынлаша. Әсәһенең берҙән-бер терәге булараҡ, уны армия хеҙмәтенә алмаҫтар ине. Тик әсәһе улымды һалдатҡа алығыҙ тигән үтенес менән хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә. Ул ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йәнә эшенә тотона. 42 йыл оператор була. Йәш сағынан уҡ “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән маҡтаулы исемдәр йөрөтә. Дүртөйлө районының күренекле спортсыларының береһе лә ул. Заманында гер күтәреү буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән. “Саҡмағошнефть” идаралығының абруйын яҡлап, ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған.
– Гер күтәрҙе, волейбол, футбол командаларында уйнаны, бер бәйге лә унан башҡа үтмәне, — ти ғорурлыҡ менән Ғәзизйән ағайҙың ҡатыны Венера Кашаф ҡыҙы.
– Йәмәғәтемдән уңдым, — ти Ғәзизйән Ниғмәтйән улы. — Эшкә дәртләндереп, ярҙам итеп торған ҡатыны булһа, һәр ир-аттың иңендә ҡанат үҫер! Минең осҡос яһау теләге менән яныуымды белгәс, ҡаршы килмәне ул.
“Правда” гәзитендә осҡос эшләгән кеше тураһында мәҡәлә донъя күргәс, Йәһүҙин уның адресын табып, Златоуст ҡалаһына барып ҡайта. Беренсе ҡанатлы транспортын — парапланын — 1985 йылда яһай.
– Уның менән тигеҙ ерҙән күтәрелеп булмай, тауға менергә кәрәк, — ти ул.
2000 йылда мотопараплан йыя. Был аппарат тигеҙлектән дә күтәрелә ала. Ижевск заводынан мотоцикл моторы алып ҡайта, эҙләй торғас, ҡанат та табыла. Пропеллерын үҙе ағастан яһай. Багына биш литр бензин һалып, бер сәғәт буйы һауала осорға була. Ун йыллап мотопарапланында оса, аҙаҡ, заводта эшләнгән ҡеүәтлерәктәренең һатыуға сығыуын белгәс, шуны алыу уйы тынғы бирмәй. 2011 йылда 260 мең һумға яңы мотопараплан һатып ала. Быныһы өс саҡрымға ҡәҙәр бейеклеккә күтәрелә, сәғәтенә 30 саҡрым тиҙлек менән оса. Ҡанатының оҙонлоғо – 32 метр, винттың диаметры – 1,25 метр.
— Ҡулымдан килһә, бөтә кешегә лә тыуған яғыбыҙҙы ҡош осҡан бейеклектән күрһәтер инем, — ти Ғәзизйән Ниғмәтйән улы.
Ғәзизйән ағай алтын ҡуллы: осҡосон үҙе йүнәтә, йортон да, ҡаралты-ҡураһын да төҙөгән. Ҡатыны ла ауылда иң уңғандар иҫәбендә. “Уңыш” хужалығында диспетчер булып эшләгән ханым күптән инде скутерҙы “эйәрләгән”, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Өҫтәл теннисы буйынса ауыл чемпионы. Мөхәббәтле ғаиләлә ике улға ғүмер биргәндәр, хәҙер уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ тормошо менән йәшәй.
Ғәзизйән Ниғмәтйән улының яратҡан шөғөлө төп эшенә әүерелгән: мотопарапланда ләззәт алыу өсөн генә осмай, ҡулынан килгәнсә кешеләргә ярҙам итә. Нисек тиһегеҙме? Тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәгәндәргә юғалған малдарын табып бирә. Бындай үтенес менән уға Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарынан да мөрәжәғәт итәләр. Туйҙарға ла саҡырыуҙар ала. Сәскә тотоп, өйләнеүсе парҙы ҡотларға килгән “Карлсон” байрамға онотолмаҫлыҡ йәм өҫтәй.
Ике кеше ултырырлыҡ мотопараплан эшләмәксе Ғәзизйән ағай. “Венерамды ла үҙем менән алғым килә”, — ти.
Был көндә миңә лә осош яһау бәхете тейҙе. Ысынлап та, ерҙә генә йөрөп, күп матурлыҡты, гүзәллекте күреүҙән мәхрүмбеҙ икән. Ә күккә күтәрелһәң, ғәжәйеп киңлек асыла. Осҡан саҡтағы хис-тойғоно һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Был миҙгелдә үҙеңде донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн, азат, ысын мәғәнәһендә ҡанатлы тояһың.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518