Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ яғыма ҡайтһам…
Үҙ яғыма ҡайтһам… Тәпәй баҫҡан, буй еткергән ерем Ҡыҙыл Мәсет минең өсөн татлы ла, серле лә, изге лә. Борон-борондан тирә-яҡта дан тотҡан исеме лә уға ҡөҙрәт бирә һымаҡ. Эйек һыуын эскән, урман-даланы үҙ иткән халыҡ ихласлығы, йомартлығы, саф күңелле булыуы менән айырылып торғандай.

Үҙ яғыма йылына бер-ике тапҡыр булһа ла ҡайтып, яҡташтарым менән осрашыу, уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашыу, серләшеү миңә оҙаҡҡа етерлек йәшәү дәрте, көс-ғәйрәт өҫтәй. Был юлы ла шулай булды. Мәҡсүт ауылындағы Зәйнәб Биишева исемендәге урамға нигеҙ һалыныуға 25 йыл тулыу уңайынан ойошторолған байрамға саҡырҙылар. Сара Әҙәбиәт йылына арналды.
Урамға беренселәрҙән булып нигеҙ һалған илһө­йәрҙәрҙе — район хакими­әте башлығы Фәрит Му­син­ды, Мәҡсүт ауылы эшҡыуары Юлай Вафинды һәм Рәмил Имелбаевты – халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Сирек быуат ваҡыт эсендә был ерҙә тотош ауыл хасил булған кеүек. Береһенән-береһе матур йорттарҙан күҙ ҡамаша, гөлгә күмелгән баҡсалары әллә ҡайҙан уҡ сәләм биргәндәй. Урам халҡы гөр килә, балалар ҙа байрамға ихлас әҙерләнгән. Хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы Хәлиҙә Бикҡолова Зәйнәб апайҙың бер шиғырынан өҙөк тә яҙып элгән:
“Теләр инем, гранит ҡая булып,
Ер өҫтөнә ҡабат тыуырға,
Теләр инем йәшәү ҡаршыһында
Сал башымды эйеп торорға”.
Үҙ яғыма ҡайтһам…Һәр өйҙөң ҡапҡаһы янында һый әҙерләнгән, өҫтәлдәр муллыҡтан һығыла. Хужалар ҡунаҡтарҙы икмәк, ҡымыҙ менән ҡаршылай, барыһы ла ғаилә концерты әҙерләгән. Урамдың йыр-моңға, гармун тауышына күмелеүе, балаларҙың Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын ихлас һөйләүе Әҙәбиәт йылын данлау, яҡташ яҙыусыны ихтирам итеү, уның менән ғорурланыу өлгөһө ине.
Урамды ҡарап үткәс, байрам яланда дауам итте. Унда ла әҙибәнең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғырап торҙо. Урам байрамы әҙәбиәт менән мәҙәниәтте данға күмгән күркәм сараға әүерелде. Шулай уҡ балалар өсөн һабантуй ойошторолдо, урамда йәшәгән кешеләргә абруйына, хеҙмәтенә ихтирам йөҙөнән иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Үҙ яғыма ҡайтһам…Саф күңелле, дуҫлыҡҡа, хаҡлыҡҡа ынтылған, иле, халҡы өсөн башҡарылған хеҙмәтенән шатлыҡ тапҡан, ҡәнәғәтлек алған кешеләр йәшәй беҙҙә. Донъя ғына имен торһон, тип теләргә ҡала. Әйткәндәй, Күгәрсен районы 85 йыллығын билдәләүгә ныҡлы әҙерләнә, байрамды ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Әлеге сара ла ошоға бер дәлил. Уны ойоштороуға айырыуса күп көс һалған Мәҡсүт ауылы хакимиәте башлығы Әхмәтйән Вәлитовҡа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, халыҡҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
“Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы ағзаһы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518