Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Енәйәт һәм яза
Ергә хоҡуҡ боҙола

“Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы инспекторҙары йыл башынан ер ҡануниәтен боҙоуҙың 4010 осрағын асыҡлаған.

Ошоға бәйле 2378 кешегә 9851,98 мең һумлыҡ административ штраф һалынған. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда 136 процентҡа юғарыраҡ. Тәртип боҙғандарҙан 5 055,64 мең һум аҡса түләтелгән. Штраф күләме айырыуса Бүздәктә ҙур – 639 мең һум. Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары һәм Күмертау ҡалаһындағы муниципаль-ара бүлек инспекторҙары — 551 мең һум, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалыныҡылар 463 мең һум аҡса түләттергән.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, быйыл 20 мартта Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа төҙәтмәләр индерелде. Бынан ары ер ҡануниәтен боҙған өсөн штраф ер биләмәһенең кадастр хаҡына ҡарап билдәләнә.

Ҡырын юлын дауам иткәс...

Рөхсәтһеҙ ағас киҫкән кеше 1,5 йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул, ошондай уҡ әүәлге енәйәте өсөн шартлы яза ваҡытын тултырмайынса, тағы ла “ҡырын эш”кә тотонған.

Былтыр ноябрҙә Бөрйән районында йәшәгән ир, урман хужалығынан тейешле документ алмайынса, алты ҡарағай киҫкән. Ун дүрт кубометр ағасты ул 36 мең һумға Күгәрсен райо­ны кешеһенә һатып ебәргән. Ағас тейәлгән машинаны урмандан сыҡҡанда полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Асыҡ­ла­ныуынса, ир быға тиклем дә ағас ҡырҡҡан өсөн шартлы рәүештә хөкөм ителгән була.
Эште ҡарағанда республиканың Юғары суды яза ваҡытына тағы ла бер йыл өҫтәгән. 39 йәшлек ир 1 йыл да 7 айҙы колонияла үткәрәсәк һәм 200 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.

Айыу хәстәрлеккә саҡыра

Башҡортостанда суд приставтары бурыслыларға һөйкөмлө айыу балаһы һүрәтләнгән махсус плакаттар таратып, “Башҡарыу эше мәғлүмәттәре банкы” хеҙмәтенән файҙаланырға һәм бурысҡа бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә саҡыра.

Сараның төп маҡсаты – һалым, алимент, штраф һәм башҡалар буйынса бурысты ваҡытында түләү хаҡында иҫкәртеү. Социаль рекламаны Өфө рәссам-дизайнеры Елена Юшкова эшләгән. Ул — “Бурысыңды түлә лә көньяҡҡа ос!” тигән роликтың да авторы.

Интернет-енәйәтселәрҙән һаҡланығыҙ!

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 24 йәшлек ҡыҙ Интернет аша булмаған тауарҙы һатыуҙа ғәйепләнә. Йәнәһе, был аҙымға ул аҡсаға мохтажлыҡ кисергән өсөн барған.

Алдаҡсы ҡыҙ, “Бәйләнештә” селтәрендә икенсе исем аҫтында үҙ сәхифәһен асып, коляска һатыуы тураһында иғлан ҡуйған. Октябрьскийҙа йәшәгән ике ҡатын уның “ҡармағы”на эләккән. Булмаған тауар өсөн уларҙың берәүһе – һигеҙ, икенсеһе биш мең һумдан ашыу аҡса түләгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре мутлашыусының IP-адресын асыҡлап, уны ҡулға алған. Ҡыҙ ғәйебен тулыһынса таныған.

Йәштәргә ни етмәй?!

Өфөлә юридик техникумдың ике студенты ҡулға алынған. Улар синтетик наркотик һатыуҙа ғәйепләнә.

Студенттарҙың береһе — Башҡортостандан, икенсеһе Үзбәкстандан килгән. Улар хоҡуҡ һаҡсыларына йәшерен урынға наркотик һалғанда эләгә. Тикшереү барышында йәштәрҙә дөйөм ауырлығы 55 грамм тәшкил иткән йөҙҙән ашыу пакет табыла.
Әйтеүҙәренсә, үҙҙәре наркотик ҡулланмай, ә законһыҙ эшкә мотоцикл һатып алыу маҡсатында тотонғандар. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тәфтишсе ришүәт алған

Республикала бер тәфтишсене дәлилдәрҙе боҙоп күрһәткәне һәм ришүәт талап иткәне өсөн хөкөм итәсәктәр. Ошоға бәйле енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Полиция хеҙмәткәренең законһыҙ ғәмәлдәрен Башҡорт­остандағы Эске эштәр министрлығының шәхси именлек хеҙмәте асыҡлаған. Былтыр сентябрҙә Туймазы районындағы был тәфтишсе ялған документ буйынса кредит алыуға бәйле енәйәт эшен тикшергән. Асыҡланыуынса, килем хаҡындағы ялған белешмәне ғәйепләнеүселәр фирманың элекке бухгалтерынан алған була. Тәфтишсе енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙан баш тартыу өсөн бухгалтерҙан 20 мең һум талап иткән. Аҡсаны полиция бүлегенә бағыусылыҡ ярҙамы рәүешендә күсереп, ул автомобиль йүнәтеүгә тотонолдо, тип яҙалар.
Тәфтишсе енәйәт эше материалдарына бухгалтерҙың ҡатнашлығы булмауы тураһындағы протоколды теркәй, ә ришүәтте үҙ ихтыяжына тотона. Һөҙөмтәлә эшенән бушатыла, уның етәкселеге лә яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Ярҙам кәрәк!

Баш ҡалабыҙҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары 33 йәшлек ҡатынды үлтереүгә бәйле енәйәт эшен тикшерә. Уның мәйете 12 июль иртәһендә Өфөнөң Мөбәрәков урамындағы 3-сө йортта табылған. Фатирҙа ҡорбандың дүрт айлыҡ ҡыҙы ла булған.

Был көндә ғаилә башлығы төнгө сменала эшләгән. Туғандары әйтеүенсә, өйҙөң ишеге лә, йоҙаҡ та төҙөк. Күршеләре төнгө сәғәт 3-тән таңғы 7-гә тиклем фатирҙа бала илағанын ишеткән, ләкин берәү ҙә хәл белергә ашыҡмаған.
Һәләк булған ҡатындың яҡындары йорттоң бишенсе подъезы янында шикле кешеләрҙе күргәндәрҙән йәки видеояҙмаһы булғандарҙан ярҙам һорай. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-927-947-82-80.

Башҡортостан Прокуратураһы, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралыҡтары, Эске эштәр министрлығы
мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518