Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атлы йортта бәрәкәт бар
Атлы йортта бәрәкәт бар Беҙҙең яҡтар элек-электән ҡымыҙ менән дан тота, уны ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына батырҙар эсемлеге тип атамаған. “Шифаханалар төбәге”нә бөтә Рәсәйҙән дауаланырға килгәндәр, унда йәшәүселәр әлегә тиклем үҙ шөғөлөнә тоғро ҡалған. Улар — Шафран, Сураҡай, Чайкино, Ыҫлаҡ, Ғәйнәямаҡ һәм башҡа ауылдарҙың йылҡысылыҡ оҫталары. Ыҫлаҡ фермеры, ҡымыҙсыларҙың VIII республика конкурсында өсөнсө урынды алған Айрат Ғәниев тә шулар иҫәбендә.

Эйе, борондан килгән был милли эсемлеккә һәр хужа, хужабикә үҙенә генә хас айырым тәм өҫтәй. Төрлөлөгө буйынса ҡымыҙға тиң эсемлек һирәктер. Ғәниев ҡымыҙы йомшаҡ, уны эскәндән һуң тәме оҙаҡҡа ҡала.
Ҡымыҙ етештерә башлау Айрат Әүхәт улына еңелдән бирелмәй. Себер һыуыҡтарын татырға ла, колхозда бригадир һәм төҙөүсе, тимер юлсы булып эшләргә лә, хатта сауҙа өлкәһендә үҙен һынап ҡарарға ла тура килгән уға. Ә фермерлыҡ эшен Ғәниев ситтән ярҙам алмай, үҙ көсө менән башлай. Бөгөн ауыл ситендәге ҙур хужалығында бейә аҙбары, ҡымыҙ яһау йорто бар. Тәүге йылдарҙа туғандары булыша, һуңыраҡ дәүләттән һиҙелерлек ярҙам ала. Белорет һылыуы Әлфиә — иренең төп терәге һәм таянысы. Бергәләп ҡымыҙ яһау серҙәренә өйрәнәләр.
Атлы йортта бәрәкәт бар– Үҙ тауарыңды тәҡдим иткәнһең икән, һатып алыусының ышанысын аҡларға тейешһең. Иң мөһиме – абруйҙы төшөрмәү, – ти Айрат Ғәниев.
Эйе, сифатлы тауар етештереү өсөн ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Бында ҡымыҙҙы боронғоса яһайҙар. Тәбиғи һауыт-һаба ғына ҡулланыла, бейә һөтөн ағас гөбөлә бер сәғәткә яҡын бешергә кәрәк. Ҡымыҙ үҙ тәмен һаҡлаһын өсөн бөтә шарттарҙы үтәү зарур.
Йорт эштәрендә ата-әсәһенә береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙҙары ярҙам итә. Ун биш йәшлек Альбина, һигеҙ йәшлек Алһыу һәм хатта ике йәшлек Айгөл дә фермерлыҡ мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Уларға ҡарап: “Ҡымыҙсыларҙың йәш быуыны үҫеп килә”, — тип ғорурланып әйтергә мөмкин. Тимәк, Ғәниевтәр етештергән шифалы эсемлек яһау серҙәрен һаҡлаусылар буласаҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519