Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Атай кәңәше ҡәҙерле булды”
“Атай кәңәше  ҡәҙерле булды” Беҙ, йәш эҙәрмәндәр, уҡытыусы Азат Хәйруллиндың Ишембай ра-йоны Маҡар ауылы кешеләре тураһындағы яҙмаларына юлыҡтыҡ. Шулар араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолғандан алып хеҙмәт иткән яугир хаҡында иҫтәлектәр айырыу­са ҡыҙыҡһындырҙы. Ғәзизрахман Хәбибрахмановтың эшмәкәрлеге беҙҙең өсөн өлгө булды. “Олоһона ла, кесеһенә лә итәғәтле, изгелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, иғтибарлы кеше ине” тигән юлдар ҙур хөрмәт менән яҙылған. Яугир Ғәзизрахман бабай хөрмәтле ауылдашыбыҙ, уҡытыусыбыҙ Мәрйәм Солтанованың атаһы була. Уның хаҡында Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы бына нимәләр һөйләне:


— Атайым тыйнаҡ, аҡыллы, сабыр кеше булды. Башҡорт кавалерия ди­ви­зияһында ул 1941 йылдың 1 де­кабренән 1945 йылдың көҙөнә тиклем санитар булып хеҙмәт итә. 1944 йыл­дың яҙында яраланып, бер аҙға ғына ауылға ҡайтып әйләнә. Бындай ялды ябай һалдатҡа түгел, юғары чинлы командирҙарға ла биреп бармаған­дар, ә атайыма рөхсәт иткәндәр. Яңыраҡ балаларым Интернет селтәре аша Чернигов кавалерия дивизия­һының 1945 йылдың 7 апрелендәге бойороғона юлыҡты. Унда фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта батырлыҡ күрһәтеп, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған яугирҙәр хаҡында яҙылған. Исемлектә атайым да бар.
Икенсе бер документта 1945 йыл­дың 16 ғинуарынан 18 февраленә тиклем атайымдың яраланған 200-ҙән ашыу һалдат һәм офицерҙы яу яла­ны­нан сығарғаны, ауыр йәрәхәт­ле­ләрҙе яҡшы тәрбиәләгәне һәм улар­ҙың ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн орден менән наградланғаны хаҡында әйтелә.
Атайым һуғыш тураһында бик һөй­ләп барманы, әммә уның һәр һал­датты бала кеүек ҡарағаны, ихлас ярҙам күрһәткәне мәғлүм.
Ҡәҙерле кешем 1943 йылда “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Тик, ни өсөндөр, наградаларын һаҡламағанбыҙ. Һуғыштан һуң атайым тәүҙә Маҡарҙағы Сталин исемендәге промартелдә урмансы булып эшләне. Һуңыраҡ йомшаҡ күңелле яҡыныбыҙҙы Маҡар балалар йортона завхоз итеп ҡуйҙылар.
Атайымды ла, әсәйемде лә йылы хистәр менән генә иҫкә алам. Улар бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәне. Балалар йорто икенсе ауылға күсерелгәс, атайым Маҡар дауа­хана­һында завхоз булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул бер ваҡытта ла һис кемгә тауыш күтәрмәне, әммә уйла­ғанын, фекерен төплө итеп әйтер ине. Минең өсөн атайҙың һәр кәңәше ҡәҙерле булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509