Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Болондарҙа – бесән еҫе
Болондарҙа – бесән еҫе “Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Наил Әхтәмовтың “Нива” машинаһында Ҡырҙас ауылы янындағы ферманың ҡышҡа әҙерләнгән мал аҙығын ҡарағас, баҫыуға юл алабыҙ. Нисәмә йыл буйы ҡоролоҡтан интеккән халыҡ бында рәхәтләнеп бесән әҙерләй.
– Быйыл уңыш мул, — тип һөйөнә Наил Зиннәт улы. — Хужалыҡ ерҙәре райондың төрлө мөйөшөндә.Ҡырҙас малсылыҡ буйынса махсуслашһа, иген баҫыуҙары – төбәктең икенсе сигендә. Шуға күрә көн буйына машинанан төшмәй, елдереп йөрөргә тура килә. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡа­һында Ирәндек буйында етерлек бесән әҙерләй алмай йонсоноҡ. Ҡыш фермаға мал аҙығын йөҙәр саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдан ташырға тура килде. Транспорты ла, яғыулығы ла ҡиммәткә төштө. Әле бесәнде төргәктәргә тултырабыҙ, сенаж һалабыҙ, эҫкерт ҡоябыҙ.
Болондарҙа – бесән еҫеЭҫкерт тигәндәй, һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙа был һүҙ бөтөнләй онотолдо тиһәк тә була. Элегерәк фермаларҙа береһенән-береһе ҙурыраҡ, бейегерәк кәбән, эҫкерттәр теҙелешеп ултырһа, бөгөн уларҙы төргәктәге бесән алмаштыра.
Нотой баҫыуында ҡандала үләне күпереп үҫкән. Хатта сапҡан саҡта тракторҙың салғыһы ала алмай, тығылып ултыра. Шулай ҙа эштең артыуына зарланмай Исмәғил Ҡолдәүләтов менән Варис Вәлиев, киреһенсә, бесәндең мул булыуына һөйөнәләр генә. Ҡырҙас бүлексәһе мөдире Фәрит Бикйәновтың да күңеле көр күренә.
Болондарҙа – бесән еҫе– Иртәнән кискә ҡәҙәр бесән әҙерләйбеҙ. Техника яңы, яғыулыҡ менән өҙөклөк юҡ, егеттәр егәрле, эш ырамлы бара, — ти ул. — Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл сенаж етерлек буласаҡ.
Кәбән башында торған Вилдан Ғәлимйәновтың ҡулдарына күҙ эйәрмәй: трактор һәнәге күтәргән бесән өйөмөн тиҙ генә эләктәреп алып, рәтләп һалып та ҡуя. “Һә” тигәнсә бер эҫкертте осланы ла ҡуйҙы егеттәр.
Мал аҙығы туплау менән бер рәттән ҡураларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү эше лә башланған: кәртәләр таҙартылған, ферма эсенә дезинфекция үткәрелгән, ағартыу бара...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518