Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағым ыңғайына йөҙгәндәр йышыраҡ бата
Йәмғиәттәге ҡырҡа һынылышҡа, йәғни революция осорона уртаҡ бер сифат хас. Яңы ҡоролош үҙ ҡарашына тоғро булған, хатта уның өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер вәкилдәр тыуҙыра. Улар власть тарафынан гел яҡлана. Миҫал артынан алыҫ йөрөйһө түгел.


Октябрь революцияһынан һуң большевиктар комиссар тигән институт булдыра. Ҡыҙыл Армия сафында командирҙар араһында элекке офи­цер­ҙар 75 процент самаһы була. Уларҙы тейешле күҙәтеү аҫтында тотоу бурысы ошо комиссарҙарға йөкмәтелә. Улар батша офицерҙары артынан ғы­на түгел, һалдат һәм матростар араһынан сыҡҡан һәләтле командирҙарға ла күҙ-ҡолаҡ бу­лып тора. Кадрҙар, тәрбиәүи мәсьәләләр уларҙың төп бурысына әйләнә. Комиссарҙар армияла ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә лә яңы идеологияны халыҡҡа еткереү маҡсатында киң ҡулланыла. Мәҫәлән, комсомол хәрәкәтендәге комиссарҙар мәсет манараларын емереүҙә әүҙем ҡатнаша. Уларҙың ҡай­һы берҙәре ғаилә төҙөү өлгөләрен таратып та дан ала. Мәҫәлән, билдәле комиссар Коллонтай ирек­ле мөхәббәтте артыҡ пропагандалауы арҡа­һында донъялағы беренсе ҡатын-ҡыҙ илсе итеп ситкә ебәрелә. Ҡытайҙа ла мәҙәни революция ваҡы­тын­да рәйес Мао үҙенең идеяларын халыҡҡа еткереү маҡсатында хунвейбиндар институтын булдыра.
Был тарихи экскурсты бөгөнгө комиссарҙарҙың ролен аңлау өсөн яһаным. Беҙҙә идеология юҡ тип барһалар ҙа, тәбиғәт бушлыҡты яратмағас, яңы йәмғиәтте – баҙар иҡтисадын (капитализмды) – унһыҙ төҙөп булмай. Етәкселәр был идеологияны күрмәмешкә һалышһа ла, уның бизнес өсөн алыштырғыһыҙ булыуы мәғлүм. Быға ярашлы бөтә нәмә эшләнә. Законды либералләштереү һылтауы менән иҡтисади енәйәттәр өсөн эшҡы­уарҙарға йыш ҡына шартлы срок биреүҙе хуп күрәләр. Миллиардлап урлау бизнес тип иҫәп­ләнһә, тамсылап урлау, киреһенсә, уға ҡамасау булып тора һәм ҡатыраҡ язаға дусар ителә. Бында йүнселдәрҙең үҙ файҙаһына килтергән дәлил­дәргә аптырарһың. Яңыраҡ бер депутат шундай ҡыҙыҡ фекер әйтте: “Бизнесменды төрмәгә ултыртыуҙың мәғәнәһе юҡ. Ярай, өс йыл ултырып сыҡты, ти. Ул ғаиләһен, предприятиеһын юғалта­саҡ, ә был йәмғиәт өсөн ҡиммәтле кадрҙы юғалтыуға тиң”. Улай булғас, табиптарҙы ла, түрәләрҙе лә ултыртырға ярамайҙыр – улар ҙа үҙ квалификацияһын юғалтасаҡ бит.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер: Рәсәйҙә нисә йыл инде мәғариф өлкәһендә барған реформаларҙы тән­ҡит­ләйҙәр – уның донъялағы иң алдынғы белем биреү системаһын емереүгә йүнәлтелгәнен һәр кем аңлай. Әммә һәр яңы министр был йүнәлеште һаман ныҡышмалы дауам итә. Ҡайһы берҙә башта сәйер уй ҙа тыуып ҡуя: былар ахмаҡ кеше түгел, тимәк, йәшерен маҡсатты үтәйҙәр. Ниндәй маҡсат булыуы мөмкин һуң? Бизнес күҙлегенән ҡарағанда, бушлай белем биреү аҡсаны әрәм-шәрәм итеүгә тиң. Был системаны һаҡлап ҡалыу башлыса бизнес елкәһенә төшә. Тимәк, төрлө һылтау менән белем биреүҙе түләүлегә әйләнде­рергә кәрәк. Ә буш уҡытыуҙы, дауалауҙы нисек тә ҡыҫҡартырға. Халыҡ ҡаршы сыҡмаһын өсөн быға “ҡулайлаштырыу” тигән исем дә биреп ҡуйҙылар. Уҡытыуға элеккесә ҡарарға ярамай (унан белем биреү, тәрбиә көтөү талап ителмәй), уны башҡа баҙар тармаҡтарындағы һымаҡ түләүле хеҙмәткә генә әйләндереү талап ителә. Быны тейешле за­кон­ға ла теркәп ҡуйҙылар. Уҡытыу кимәлен төшө­рөү шарт – ана, репетиторҙарға түләп уҡыһындар.
Ошо уҡ принцип һаулыҡ һаҡлау тармағына ла ҡарай. Был өлкәлә лә буш хеҙмәттәрҙе әкренләп түләүлегә әйләндереү эше алып барыла. Иң мөһиме – бөгөн һәр етәксе эффектив эшләгән менеджер булырға тейеш. Ауыл хужалығы министры итеп бизнеста уңышҡа өлгәшкән (“Росагролизинг” етәксеһе) реаниматолог Скрынникты, оборона министры итеп мебель магазины директоры Сердюковты ҡуйыу ҙа быға миҫал. Хәҙерге комиссарҙар булып ошо “эффектив менеджерҙар” тора ла инде.
…Бына әсәлек капиталы яҡшыға үҙгәрткән демографик күрһәткестәргә йүнләп ҡыуанырға ла өлгөрмәнек, “Росстат” яңы динамика тураһында иғлан итте. 2015 йылдың беренсе кварталында үлем осраҡтары ҡырҡа артҡан — өс ай эсендә 507 мең кешенең ғүмере өҙөлгән. Быға тиклем был һанды йылына 450 меңгә еткергәйнек. Ҡот осҡос һандарҙы медицина тармағындағы ҡулайлаш­тырыу процесы менән дә, социаль-иҡтисади көрсөк менән дә аңлатып бөтөрөп булмай. Әрмәнстан, Тажикстан, Грузия кеүек дәүләттәрҙә был йәһәттән ауырыраҡ булһа ла, үлем кимәле ул тиклем юғары түгел. Иң ауыр һаналған 1994 — 1998 йылдарҙа ла статистика 300 меңдән артманы…
Әлбиттә, был хәл дәүләт етәкселәренең иғти­барынан ситтә ҡалманы, сәбәптәрен асыҡларға ҡушылды. Хәйер, уға әллә ни тәрән анализ да кәрәкмәй. Һаулыҡ һаҡлау тармағындағы рефор­маларҙың туранан-тура эҙемтәһе был. Яңыраҡ Рәсәйҙең Контроль-иҫәп палатаһы был тармаҡты тикшерҙе. Һуңғы бер-ике йыл эсендә генә 33,8 мең койка-урын ҡыҫҡартылған, 52,2 мең табип етмәй, Рәсәйҙең 61 төбәгендә дауаханаларҙағы үлем осраҡтары артҡан, 17,5 мең биләмә медицина ярҙамһыҙ ҡалған. Иң аптыратҡаны: 35 – 44 йәш­лектәр яҡты донъя менән хушлаша. Йәштәргә дауаханаға эләгеү еңел түгел. Бында ваҡыттары иркенерәк пенсионерҙар йышыраҡ йөрөй. Тейеш­ле талондар башлыса уларға эләгә. Акушер пункт­тары ябылыу сәбәпле бала табыу өсөн 70-100 километр юл үтергә тура килә. Хеҙмәт хаҡын арттырыу юлын тармаҡ етәкселәре башлыса штатты ҡыҫҡартыуҙа ғына эҙләй. Сит илдән алынған ҡыйбатлы аппаратура ошо арҡала эшһеҙ тора.
“Эффектив менеджерҙар”ҙың алымы ябай: тәүҙә штатты ҡыҫҡартаһың, һуңынан – эш хаҡын. Ә был — тәжрибәле белгестәрҙең китеүенә төп сәбәп. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡын алыу өсөн бер нисә ставка алырға тура килә, һөҙөмтәлә эштең сифаты кәмей. Шунан һуң һығымта яһала: был учреждение нәтижәле түгел.
Йыш ҡына Көнбайыш дәүләттәре менән сағыш­тырыуҙы эффектив менеджерҙар төп ҡорал итеп ҡуллана. Мәҫәлән, Европала бер уҡытыусыға уртаса 25 уҡыусы тура килә, ә беҙҙә – 17. Бынан һығымта яһала: беҙҙә уҡытыусылар һаны артыҡ. Был замана комиссарҙарының иғтибарынан Рәсәйҙең үҙенсәлектәре ситтә ҡала. Беҙҙең билә­мәгә 22 Франция һыйғанын ғына иҫәпкә алһаң, уҡытыусыларҙың, табиптарҙың һ.б. етешмәгәнен күрергә булыр ине.
Тағы бер күренеш киң тарала бара. Аутсорсинг тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Уның асылы – уч­реж­дениеға хас булмаған хеҙмәттәрҙе бизнесҡа тапшырыу. Мәктәп уҡыусылар өсөн аш-һыуҙы үҙе әҙерләргә тейеш түгел, урам һепереүселәр, иҙән йыуыусылар, штукатур-маляр штаттары тотоу ҙа ярамай – ихтыяж килеп тыуһа, тейешле фирма менән килешеү төҙө… Был юл да бизнесты үҫте­реүгә булышлыҡ итә, тип иҫәпләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, бөтә нәмә өсөн түләргә кәрәк.
Ярай әле яңыраҡ Сергей Шойгу армияла Сердюков тарафынан индерелгән аутсорсингка таянған туҡланыу хеҙмәтен бөтөрҙө. Бизнесҡа обо­рона мәсьәләләрен тапшырһаң, ул арт һаба­ғыңды уҡытыр. Был “эффектив менеджерҙар”ҙы ауыҙлыҡламаһаң, тотош иҡтисадтың ҡомға терәлеүе мөмкин. Үлемдең артыуы, мәғарифтың белем урынына “ҡоро” аттес­тат (диплом) биреүе күпме дауам итер икән?
Баҙарҙан аҙыҡ-түлек һатып алғанда тәү сиратта “ГОСТ стандартымы?” тип юҡҡа ғына һорамайҙарҙыр. “Госаптека”, “Госстрой”, “Гослото” тигән фирмаларҙың арта барыуы ла юҡтан түгелдер. Кредит тарихы бюролары мәғлүмәттәре буйынса банктарҙың кемгә тәү сиратта кредит биргеләре килмәгәнен беләһегеҙме? Эшҡыуар­ҙарға. Ғәжәп, коммерция банктары үҙенең иң яҡын “туғанына” ышанып бөтмәй.



Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Сәлимйән
    Сәлимйән от 30.07.2015, 15:57
    Бер етәксе лә спорт тармағын оптималлаштермәй, уның мәғариф, медицинаға ҡарағанда әһәмиәте түбәнерәк булһа ла






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518