Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ете ҡыҙ” һоҡландырҙы!
“Ете ҡыҙ” һоҡландырҙы!Таныш булмаған ҡалаға аяҡ баҫҡас та иң беренсе нимә күҙгә салына? Әлбиттә, урамдарҙың күркәмлеге, йорттарҙың үҙенсәлекле булыуы. Шулай уҡ сәнғәт әҫәрҙәре, һәйкәлдәр иғтибарҙы йәлеп итеүсән. Был йәһәттән ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары уңайынан Башҡортостанға донъяның төрлө тарафынан киләсәк мәртәбәле ҡунаҡтарҙың баш ҡалабыҙ Өфөнөң матурлығына ҡарап һоҡланырына тамсы ла шик юҡ.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һынландырылған дәү скульптура, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмуллаға, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы Мостай Кәримгә, атаҡлы композитор Заһир Исмәғилевкә һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ҡуйылған һәйкәлдәр ҡаршылай уларҙы.

Ошо көндәрҙә тағы бер ҡыуаныслы ваҡиғаның шаһиты булдыҡ: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән “Каруанһарай” сауҙа-эш комплексы биналары араһындағы Театр скверында “Ете ҡыҙ” исемле фонтан асылды. Тантанаға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, депутаттар, Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселәре лә килгәйне.
Киске сәғәт туғыҙ тулыр-тулмаҫтан скверға күпләп йыйылған халыҡ алдында Башҡортостандың йәштәр симфоник оркестры сығыш яһаны, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Ете ҡыҙ” ҙа ҡушылған концерт программаһын тәҡдим итте. Милли көйҙәр йөрәктәрҙе елкендерҙе, кешеләрҙе күңеле менән тарих төпкөлөнә үтеп инергә мәжбүр итте.
“Ете ҡыҙ” һоҡландырҙы!“Ете ҡыҙ” – музыкаға көйләнгән фонтан. Ул кисен төрлө яҡлап өҙөп-өҙөп яҡтыртылғас, ситтән ҡарағанда ҡыҙ һындары хәрәкәтләнеп, бейеү башҡарғандай. Башҡорт риүәйәтенең йөкмәткеһен аңлатыу маҡсатында фонтан янындағы ҙур экрандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышы бирелә, шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө күренештәре сағылыш таба. Өфөләге һыулы һәм музыкаль иң ҙур архитектура ҡоролмаһының скульпторы – Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов.
Фонтан атыла башлауы булды, ҡойоп ямғыр яуырға кереште. Кейеменең еүешләнеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ таралышырға ашыҡманы. Ғәҙәттә, яуым-төшөмдө беҙҙә изгегә генә юрайҙар.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Был, һис шикһеҙ, сал тарихыбыҙҙы сағылдырған, хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана торған күренеш. Баш ҡаламды милли колоритлы һәйкәлдәр һәм фонтандар биҙәүе – күптән көтөлгән хыялыбыҙҙың тормошҡа ашыуы. Ошо йүнәлештә артабан да шатлыҡлы ваҡиғаларға өмөт итәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840