Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңырған музей ишеген асасаҡ
Яңырған музей ишеген асасаҡ Башҡортостанға белорустар XIX быуатта күсеп килә башлай. 1861 йылда крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлгәс, бында төпләнеүселәр айырыуса күбәйә. 1906 – 1916 йылдарҙа Столыпиндың аграр реформаһынан һуң белорустар һаны 1700-гә етә.

Был халыҡ ер эшкәртеү һәм мал үрсетеү менән әүҙем шөғөлләнә, ҡул эштәренә оҫталығы ла дан алған.
1996 йылда белорустарҙың милли-мәҙәни мираҫын һаҡлау өсөн “Спадчына” милли-мәҙәни үҙәге ойошторола. Улар күпләп төпләнгән Иглин районында иһә “Балтика” тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй. 2010 йылдан үҙәкте Ксения Комлева етәкләй. Бында булдырылған тыуған яҡты өйрәнеү музейы 2013 йылда янғындан ҙур зыян күргән. Ксения уны тергеҙеү өсөн күп көс һала, экспонаттар эҙләй. Халыҡ та битараф ҡалмай, боронғо ҡомартҡыларҙы музейға тапшыра.
– 86 йәшлек Евгения Касюк үрелгән сәңгелдәк бүләк итте. Был сәңгелдәктә уның балалары һәм ейәндәре бәүелгән. Людмила Звирбул өләсәһенән ҡалған иләүесен тапшырҙы. Ул әле һаман эшләй. Ольга Баранова өләсәһе сиккән ашъяулыҡты бүләк итте. Ил төкөрһә, күл була тигәндәре дөрөҫ икән. “Ҡыҙыл әтәс” аямаған ҡомартҡылар урынына яңылары килде. Шулай ҙа янғында музейҙың бөтөн нөсхәләре лә көлгә османы. Иҫке һандыҡ янып бөтһә лә, эсендәге ашъяулыҡтарҙың күбеһе имен. Уларҙы йыуып ағарттыҡ. Сабата менән көбөнө әле экспонаттар рәтенә ҡуйып өлгөрмәгәнгә генә һаҡлап алып ҡалдыҡ. “Сябры” фольклор коллективының алыштырғыһыҙ етәксеһе Александр Харитоновтың ағасты уйып яһаған ҡул эштәре бер аҙ зыян күрһә лә, оҫта уларҙы тиҙ арала тергеҙҙе. Әммә үҙе генә 80 йәшен тултырып өлгөрмәй беҙҙең аранан китте. Ауыл клубына уның исемен биреү тәҡдимен хакимиәт тә хуп­ланы. Шулай итеп, бөртөкләп тигәндәй яңынан музей өсөн экспонат өлгөләре йыябыҙ, – тип һөйләй үҙәктәге яңылыҡтар тураһында Ксения Комлева.
Балтика ауылында белорус йырҙарын башҡарыусы коллективтар дәррәү эшләй. “Сябры” һәм “Жаураначки” – район кимәлендә генә түгел, республикала киң билдәле ансамблдәр.
Белорус халҡының байрамдарын һәм төрлө мәҙәни сараларҙы Иглин районында үткәреү матур йолаға әүерелгән. Белорус йырҙары фестивале, Иван Купала, Святки байрамдарына бихисап халыҡ йыйыла. Балтика һәм Пушкин ауылдарындағы урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белорус теле уҡытыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519