Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өс умартанан – йөҙ ҙә иллегә
Өс умартанан – йөҙ ҙә иллегә Борон бал ҡорттары күс айырғанда ныҡ итеп тимерҙе дыңҡылдатыр булғандар. Имеш, ҡаты тауыш сығарһаң, улар алыҫҡа осоп китмәй, ә эргә-тирәләге берәй ағасҡа йәки кәртәгә барып ҡуна. Умартасылыҡ серҙәренә тәрәнерәк төшөнөү өсөн төтәткесен йүнәткән Барый Мөхәмәтовҡа яҡынлайым.

– Башҡорттар электән, малсылыҡ һәм игенселектән тыш, солоҡсолоҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнгән. Өй һайын тиерлек ҡорт тотҡандар. Сыйырсыҡ йыл да һинең йортоң тирәһендә, баҡсаңда бала сығарһын, һайрап күңелеңде күтәрһен өсөн, беҙ ҡанатлы дуҫтарыбыҙға оя яһап ҡуябыҙ. Шуның шикелле, бейек урынға ҡыйығы булған тағараҡты күтәргәнбеҙ – ул йә ағас башына, йә ҡоймаға бер­кетелә. Өҫтәүенә хуш еҫле ҡорт үләнен шунда һалып ҡуйһаң, береһе лә ситкә китмәй. Хәйер, яҡшы хужа күсен бер ҡасан да юғалтмай, – тине Барый Мөхәмәтйән улы.
Әңгәмәнең ҡыҙған мәлендә генә умарталыҡтың хужаһы үҙе килеп етте. Кейә алдындағы таҡтаны һөҙәгәйткән икән, шулай итеп ул бал ташыған эшсе ҡорттарға майҙанды иркенәйткән.
“Мөхәмәтов” шәхси хужалыҡ етәксеһе Әмир Мөхәмәтов һөйләүенсә, умар­тасылыҡ менән шөғөлләнеүенә сирек быуат, атаһы Барый олатай менән әсәһе Рәзифә инәйҙең шөғөлөн дауам итә. Эште өс умартанан ғына башлап ебәреп, хәҙер инде 150-гә еткергән. Әммә был ғына сик түгел, умарта һанын ике тапҡырға арттырыу тураһында хыяллана.
Аҡбирҙе ауылынан йыраҡ булмаған урында – Ҡойобар йылғаһы һуғарған йәмле Йәмкә аҡланын төйәк иткән ул. Умарталар тигеҙ итеп көньяҡҡа ҡаратып теҙелгән. Бында бал еҫе аңҡып тора. Эргәлә генә йүкәлек, болонлоҡ та төрлө сәскәләргә төрөнгән.
Әмир Барый улы көслө геүләү тауышын ишетеү менән шул яҡҡа ашыҡты. Өс йыл ҡышлаған күс айырған икән, был юлы тал ботағына ҡунған. Умартасы кәрәк-ярағын алды ла тейен етеҙлеге менән ағасҡа менеп китте, күп тә үтмәне, моҙғаны тотоп төштө. Сама менән биш-алты килограмм булыр.
– Хәҙер умартасылар рәхәт өйрәнеп алды, күс айырмаһын өсөн ниндәй генә ысулды ҡулланмай. Һеҙҙә нисек? – тип һорайбыҙ.
– Юҡ, ҡорт тәбиғи рәүештә айырырға тейеш, шул саҡта ғына үрсем буласаҡ. Кемдер ул эште умарта эсендә үк башҡарып ҡуя. Беҙ улай итмәйбеҙ, – тип яуаплай ул.
Әңгәмәсем тауарҙы һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар тураһында ла һөйләне, умартасылар өсөн берәй күмәртәләп һатыу үҙәген асыу кәрәк, тине.
Әмиргә кәләше Зилә менән ҡыҙы Миләүшә ярҙамлаша. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, былтыр балдың сифатын билдәләгән республика конкурсында ейәнсуралар II урын яулаған.
Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәгән Мөхәмәтовтар малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнә.
– Магазинға һирәк йөрөйбөҙ, бөтәһе лә үҙебеҙҙеке, – тип йылмая хужа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509