Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниәттәре – Үҫәргән ерен данға күмеү
Ҡайһылыр төбәк игенселектә алдынғылыҡты бирмәй, икенселәрҙә малсылыҡ алға киткән, шулай уҡ урмансылыҡ, йәшелсәселек, умартасылыҡ буйынса ла уңыштарға өлгәшкәндәр етерлек. Кем нисек булдыра, шул йүнәлештә уй-ниәттәрен ғәмәлгә ашыра. Ырымбур өлкәһенә терәлеп ятҡан Ейәнсура районында иһә ике йүнәлештә – үҫемлекселек менән малсылыҡта – һынатмайҙар.

Ейәнсурала ла баҫыу батырҙарын данға күмгән һабантуйҙар шаулап-гөрләп уҙҙы. Ялды матур ойоштора ла белергә кәрәк, ти улар.
Дөйөм алғанда, яҙғы сәсеү һәр йыл­дағыса ҡыҙыу бара. Егәрлеләрҙең тырыш­лығы һөҙөмтәһендә 31,6 мең гектар май­ҙан сәселгән, шуның яртыһынан күберәген иген культуралары биләй. Ҡаҙаныштар төплө әҙерлеккә бәйле. Шуны күҙ уңында тотоп, алдан яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләнгән, техника ремонтланған, элиталы орлоҡ һатып алынған. Төбәктә 17 ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы, 84 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 9 510 шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. Бында ҙур заводтар юҡ, уның ҡарауы, ауыл хужалығы тармағында ең һыҙғанып эшләйҙәр.
Ҡайһы саҡта көтмәгәндә тәбиғәттең көйһөҙлөгө аяҡ салып та ҡуя. Иген һәм техник культуралар, күп йыллыҡ үлән йүнләп үҫмәгәндә республика етәкселегенең был тәңгәлдә ваҡытында булышлыҡ итеүе ҡотҡара.
Иген – келәттә, кеше хеҙмәттә күренә тигәндәй, былтыр ярайһы юғары бейек­лектәр яуланған.
Әле химик утау башҡарыла, бесәнгә төшкәндәр, сенаж һалына, силос әҙерләнә. Иген баҫыуҙарының иге-сиге күренмәй.
Һыйыр малы яланда, көтөүлектәр иркен генә. Быйыл яуын-төшөм мул булған. Үләндең күпереп үҫеүенә нисек ҡыуанмаҫ­ҡа! Көндәлек һауым артҡан, 12-шәр килограмдан ашыу һөт һауыла. Был – бик яҡшы күрһәткес. Күберәк табыш тураһында уйлаған хужалыҡтар тоҡомло һыйыр малын ситтән һатып ала.
Һөтсөлөк тармағын үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлеш. “500 ферма”, республика програм­маһына ярашлы, ике ферма ремонтланған: заманса һыйыр һауыу аппараты, һөт үткәргес, һыуытҡыс һәм автоматлашты­рылған аҙыҡ таратҡыс ҡуйылған. Тиҙҙән Яңы Себенле ауылындағы мегаферманың тәүге сираты сафҡа индереләсәк. Хужалыҡтар фермаларҙы яңыртыуҙы эҙмә-эҙлекле дауам итә. Киләсәктә лә һөт етештереүҙә һәм һатыуҙа һынатмаҫбыҙ тигән ышаныстары көслө.
Ейәнсура ауыл хужалығы буйынса элек-электән үҫешкән район булараҡ дан тота. Мал һанын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны арттырыуға өлгәшелгән. Сәсеүлек майҙандарын кәметеүгә лә юл ҡуйылмаған.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында район һарыҡсылыҡ менән дан алғайны. Әле ҡуй үрсетеүҙе тергеҙмәкселәр. Ошо маҡсатта “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативы ойошторолған. Бындай ҙур эшкә тотонор алдынан, әлбиттә, уның нескәлектәре тәрән өйрәнелгән, тәжрибә тупланған. Әле өс мең ярымдан ашыу ваҡ мал бар.
Иҡтисадты ауыл хужалығы һәм сауҙа тармаҡтарынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, ошо юҫыҡтағы бәләкәй һәм уртаса предприятиелар табышлы эшләй. Эшҡыуарҙар халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтә, тауар етештерә, йорттар төҙөй. Район хакимиәтендә үҙ эшен асырға теләк белдереүсе һәр кемде ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр, белгестәр файҙалы кәңәштәр бирә, төрлөсә хәстәрлек күрәләр. Йүнселдәр күберәк булған һайын халыҡҡа отошло ла баһа! Күптәр уларҙа үҙҙәренә эш урыны тапҡан, үҙ сиратында социаль йәһәттән яҡланған.
Ә педагогтар илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләү уйы менән яна. Был йүнәлештәге эште балалар баҡсаһынан башларға кәрәклеген яҡшы аңлайҙар. Ра­йон үҙәге Иҫәнғол ауылында балалар баҡ­саһы асылғас, сират һиҙелерлек кәмегән.
Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн төбәктә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әйткәндәй, бында тиҫтәнән ашыу милләт татыу ғүмер кисерә.
Милли көрәште лә үҫтерергә тырышалар. Бәләкәйҙән малайҙарҙы рухлы итеп тәрбиәләргә ынтылалар. Шулай уҡ хоккей, теннис, волейбол, баскетбол, футбол уйындарына ла иғтибар бүленә. Спорт саралары даими уҙғарыла.
Социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә. Айырым категорияға ҡараған граждандарға республика программаһына ярашлы йорттар төҙөп тапшырыла. Бынан тыш, “Ауылды социаль үҫтереү”, “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү”, “Торлаҡ” федераль программалары нигеҙендә граждандар үҙ мөйөшөн булдыра ала.
Йәш быуынды тәрбиәләүгә айырым ҡарашта етәкселек. Ниәттәре – Үҫәргән ырыуы вәкиле белем алғандан һуң кендек ҡаны тамған еренә эшкә ҡайтһын, тыуған тупрағында төйәкләнһен, уның данын күтәрһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840