Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дивизияның фиҙакәр йылъяҙмасыһы
Дивизияның  фиҙакәр йылъяҙмасыһы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының данлы исемлегендә 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының элекке сәйәси бүлек етәксеһе урынбаҫары, отставкалағы гвардия подполковнигы Сабир Рәхим улы Ҡадиров та лайыҡлы урын алып тора. Ул — тәүге көндәрҙән үк дивизияны арымай-талмай ең һыҙғанып төҙөүселәрҙең береһе, был хаҡта шул осорҙа БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Р. Ибраһимов үҙе ҡул ҡуйған документ асыҡ һөйләй.
Сабир Рәхим улы Ҡадиров 1906 йылда Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында, һуңынан үҙе яҙыуынса, “фәҡир ерекмән ғаиләһендә тыуып үҫә — һабан һөрә, иген игә”.
Беҙ белмәгән замандарҙа уҡ аҫаба башҡорттар төйәкләнгән йәмле Өсән йыл­ғаһының ул саҡтарҙа әле әҙәм аяғы баҫ­ма­ған бер төбәгенә хәҙерге Бәләбәй баш­- ­ҡорттарының ҡайһылыр бер бабаһы барып сығып, әйләнәһендәге йомарт ер-һыуҙан хушһынып, шундағы ағас туҙ­ҙа­рынан буласаҡ ауылдың беренсе ҡыуышын ҡора. Был ауылды Туҙлыҡыуыш тип атайҙар (хәҙер иһә рәсми ҡағыҙҙарға Тоҙлоғош тип яҙылған).
Ғәбдрәхим бабайҙың береһенән-береһе мыҡты һәм уңған дүрт малай, бер ҡыҙ балаһы буйға етеп, барыһы ла илдең алтын ҡаҙыҡтарына әйлә­нә. Урта бармаҡтай уландар, юғары белем алып, Бөйөк Ватан һу­ғышында командирҙар рәүешендә ҡатнаша, әммә береһе, Сабир ағайҙың яратҡан ҡустыһы Хәбир, бөйөк Еңеүгә ни бары бер ай ғына ҡалғас, 1945 йыл­дың мартында Берлин йүнәлешендәге алышта батырҙарса һәләк була. Уның етем ҡалған улы Ревты, Ғәбдрәхим бабай­ҙың ҡушыуынса, һуғыш­тан һуң Сабир ағаһы үҙенең улылай күреп тәрбиәләп үҫтерә, уҡытып ҙур юлға сығара. Башҡа туған­да­рына ла йәлләмәй мәрхә­мә­тен. Ғөмүмән, Сабир Рәхим улы һәр кемгә лә игелекле, итәғәтле, изге күңелле ине. Һуғышта ла, мо­ға­йын, шулай булғандыр.
Ветерандың тормош юлын ҡыҫҡаса һәм асы­ғыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн, үҙ ҡулы менән сыбарлаған мәғлү­мәтна­мә­һен күсерәм:
“1917 йылда ауылыбыҙҙағы земство башҡорт-урыҫ мәктәбен тамамланым, 1925 йылдың яҙында – Бәләбәй педтехникумын.
1925 — 1926 – мәктәптә уҡытыусы. 1927—1929 – Бәләбәйҙә ШКМ (школа крестьянской молодежи) директоры. 1929—1931 йыл­дарҙа Туймазыла РОНО мөдире.
1931—1938 — Өфө сәнғәт техникумы директоры. Бер үк ваҡытта Тимирязев исе­мендәге пединституттың киске бүлегендә уҡып, 1933 йылда уның тарих факультетын тамамланым. 1924—1931 – ВЛКСМ ағзаһы, 1926 – ВКП(б) ағзалығына кандидат, ә 1931 йылдан башлап – ағза. 1938—1939 – партия өлкә комитетының штаттағы лекторы. 1939 – 1941 – Башҡорт опера театры директоры. 1941 йылдың 23 июненән башлап – армияла, аҙаҡҡа табан 17-се бригада полит­бүле­генең өлкән инструкторы. 1941 йылдың 20 ноябрендә — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлек етәксеһе урынбаҫары.
Һуғышты Эльба ярында Америка ғәскәр­ҙәре менән осрашып тамамланым. Яраландым, контузия алдым. 1945 йылдың авгу­­сын­да Өфөгә БАССР Юғары Советы депутаты рәүешендә саҡырып ҡайтарылдым”.
Һуңғыһын аңлатыу кәрәк: һуғыш арҡа­һында депутаттар сафы һирәгәйеп, яңы һайлау үткәрергә лә форсат булмағас, республикабыҙ етәкселеге, Сабир Рәхим улын кооптация ысулы менән депутат итеп тәғәйенләп, армиянан саҡыртып ала.
Әйткәндәй, Сабир ағайҙың яҙыу өҫтәле тартмаһында уның “БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты” тип ташҡа баҫылған яҙыулы блокноты (миңә һуғыш эпизодын яҙып биргән бер бите үҙемдә һаҡлана) һәм ҡим­мәтле тарихи ҡомартҡы – Эльбалағы осрашыуҙың билдәһе итеп шундағы яр башына ҡоролған, инглизсә һәм урыҫса яҙылған стеланың макеты һаҡлана ине — Башҡортостанға ҡайтҡан берҙән-бер дана булғандыр ул, моғайын (инде ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ). 1984 йылдың 13 декабрендә Өфөлә вафат булып, баяғы Рев ҡустыһы хәстәрлегендә тыуған Туҙлы­ҡыуышына ҡайтарып ерләнгән яугиребеҙҙең киң күкрәген юғары батырлыҡ билдәләре – бер түгел, өс Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, тиҫтәнән ашыу миҙал биҙәй ине. Шулар араһында бер нисәһе батырҙың һәм ул батырҙарса һуғышҡан дивизиябыҙҙың данлы юлын туранан-тура билдәләй: “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”…
Еңеү менән ҡайтып төшкән уҙаманды Хөкүмәтебеҙҙең Сәнғәт идаралығы башлы­ғы итеп ҡуялар, һәм ул милли мәҙәниә­тебеҙҙе үҫтереү, яңы үрҙәргә күтәрелеү өсөн ең һыҙғанып эшкә керешә. Яңы зарурат тыуып, оҙаҡламай үҙен Башҡорт дәүләт педагогия институтына партбюро секретары вазифаһына күсерәләр. Аспирантура та­мам­лағас, 1949 йылдан алып 1967 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфө театр учи­лищеһы директоры булып эшләй. “Белем” йәмғиәтенең әүҙем лекторы, СССР Журналистар союзының үткер ҡәләмле ағзаһы, данлы Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман һалдаттары һәм офицерҙары тураһындағы “Волганан – Эльбағаса”, “Ут­тар, һыуҙар аша”, “Урал бөркөтө” исемле баҫмаларҙың, журнал һәм гәзит бит­тәрендәге, ветеран үҙе әйтеүенсә, 284 очерк һәм мәҡәләнең авторы булараҡ та замандаштары яҡшы белде уны. Дивизия яугирҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү, уларҙың ҡаһарманлыҡ өлгөһөндә йәш быуынды Ватаныбыҙҙың илһөйәрҙәре итеп тәрбиәләү йәһәтенән ғүмере буйына арымай-талмай эшләне.
Сәләм хаттарының бере­һендә рейд ваҡытында беҙҙең яугирҙәрҙең билдә­ле Дебальцев тимер юл станцияһында һуғышыуы тураһында ҡиммәтле мәғ­лүмәт бар; шулай уҡ дивизияның рейдтан сығыу йүнә­лешендәге ваҡи­ғалар­ға ла мөһим һыҙаттар өҫтә­лә:
“Иптәш Ҡадиров С.Р.!
Һеҙҙең “Уттар, һыуҙар аша. Фронт яҙмалары” ти­гән хәтер дәфтә­регеҙҙе “Ағиҙел” журналының 1972 йылғы 5-се һанында уҡып сыҡтым һәм бик ныҡ тулҡынландым. Мин был рейдта баштан алып аҙаҡҡаса ҡат­наш­­тым, Фондеранцев ху­­жа­лы­- ­ғында эскадрон командиры инем. Күп хәлдәр, күп эпизодтар күрел­де – ба­ры­һын да яҙып бө­төр­лөк түгел. Уларға бит өс тиҫтә йыл үтеп бара, беҙҙең йәш тә ете тиҫтәгә баҫты – хәтерҙән сыға бара. Шулай ҙа бер-ике һүҙ яҙып, һеҙгә рәхмәт белдерәм. Сәләм әйтегеҙ Өфөлә йәшәгән һәм осраған иптәштәргә — С. Хәбировҡа, икенсе Хәбировҡа (Башвоенкоматта), Т. Куси­мовҡа, С. Әлибаевҡа һәм башҡаларға.
Дебальцев тимер юл станцияһының һул яҡ урамында минең подразделение һөжүм итте, ә уны ҡалдырып киткәндә беҙ заслонда инек. Таң яҡтырғанда урам аша сығырға кәрәк ине, кирбестән һа­лын­ған йортҡа кереп, көслө ут аҫтында урамды ҡар өҫтөнән йөҙөп сыҡтыҡ. Мәк­тәптә беҙҙең ҡаты яраланған һалдаттар бар ине, уларҙы ҡалдырып китеү йән әсеткес ҡыйын булды... Бер нисә минут та үтмәй, көн яҡтыра барҙы, беҙҙе эҙәр­лекләп килгән фашистар автоматтан ата баш­лағас, уңға ағас араһына төшөп торҙоҡ та, улар яҡынлағас, Хисмәтуллин (билдәле шағирә Миңлегөл Хисмәтул­линаның атаһы. – Й.С.) менән ут астыҡ, дүрт фашист шунда дөмөктө, ҡалғандары тимер юлдың икенсе яғына китеп йәшенде...
Хәҙер хәтеремдә юҡ, бер утарға килдек. Наклонный шахта бар ине, шуны ҡараныҡ. Беҙҙең подразделение шунда – ошо утарҙа йыйналды. “Катюша” йырын йырлап килгән биш дошманды тотоп, шунда йырҙарын өҙҙөк. Һуғыша-һуғыша оҙон юл үтеп, таң беленгәндә Беренсе Юлинға килдек. Минең эскадронда 17 кеше бар ине. Ауылдың бер осонда, ағастар үҫкән баҡсала — өй, шунда комдив генерал Шайморатов миңә приказ бирҙе – Икенсе Юлинға барырға, ауылдан сыҡҡас, 3-сө километрҙағы ағаслыҡ ситен биләргә. Шулай Икенсе Юлин­-ды үткәндә дивизияның ун-ун биш атлыһы уҙып китте, беҙ йәйәүле инек ул саҡта. Мин үҙ һалдаттарым менән Икенсе Юлин­ды сыҡҡас, күрһәтелгән урманға ҡарай юл тоттоҡ, һыбайлылар һулға китте – шунда генерал да бар ине. Урманға ингәс, дошман засадаһына эләгеп, биш һалдатым үлде, артабан тағы дүртәүһе ятып ҡалды. Фронт аша үҙебеҙҙең яҡҡа һигеҙ кеше сыҡтыҡ. Киске сәғәт 6-ларҙа (24 февралдә булһа кәрәк. – Й.С.) танк армияһы һыҙығында миномет батареяһы подразделениеһы ҡаршыланы.
Минең уйымса, генерал Шайморатов 23 февралдә иртәнге сәғәт 7 менән 8 араһында юғалғандыр. Беҙҙең арттан бер “катюша” килә ине, Икенсе Юлиндың урам осона сыҡҡас шартлаттылар, ул тирәлә ҡар тәрән булғас, машинаға юл ҡыйынлашҡайны, шул сәбәпле булғандыр шартлау, тип уйлайым.
Фондеранцев 24 февралдә Ғәлиев тигән политрукка генералды эҙләргә бойороҡ бирә. Ғәлиев баш тартҡас, Фондеранцев уны атып үлтерә. Мин шул саҡта бер бәләкәй генә утарҙа инем, был хаҡта Шайхромов әйтте. Чернухин – Дебальцев хәлдәре онотолмаҫ...”

Йыһат СОЛТАНОВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты.


Йыһат СОЛТАНОВ,
Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге
әҙәби бүләк лауреаты.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840