Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡуш йөрәкле Аҙнабаев
Ҡуш йөрәкле АҙнабаевПолиция майоры Руслан Аҙнабаев хаҡында хеҙмәттәштәре, уңған, тырыш, ипле кеше, тиҙәр. Уңыштары хаҡында ҡысҡырып йөрөмәҫ, зарланғанын да ишеткәндәре юҡ. Ҡыҫҡаһы, ул – яуаплы, тынғыһыҙ, эшен еренә еткереп башҡарған ышаныслы ир-егеттәрҙең береһе. Ә маҡсатҡа ынтылыш ғаилә тәрбиәһенән килә.
Егет Өфө юридик институтын тамамлаған, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә 2000 йылдан бирле эшләй. 2006 йылдан – Күмертау ҡалаһы эске эштәр бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы вазифаһында. Тәжрибәле белгес ҡатмарлы һәм ауыр енәйәттәрҙе тикшереүҙә ҡатнаша, енәйәтселәрҙе асыҡлау эшенә етәкселек итә.
Руслан Аҙнабаевты хеҙмәттәштәре ҡыйыу йөрәкле булғаны өсөн хөрмәт итә. Ҡатмарлы хәлдәрҙә албырғап ҡалмайынса, эште теүәл башҡарырға күнеккән.
...Ҡәҙимге эш көнөндә Аҙнабаевҡа тикшереү-оператив төркөмө менән ҡаланың бер фатирына барырға тура килә. Кешеләр унда бер ирҙең күрше ҡатынды законһыҙ рәүештә бикләп тотоуын хәбәр итә. Шул билдәле була: енәйәтсе ҡатындың ишеген емереп ингән, бысаҡ менән ҡурҡытып, көсләгән. Хәл полиция хеҙмәткәрҙәренә билдәле булыуын белгәс, хаяһыҙ әҙәм автомобиль, шулай уҡ ҡатындың берәй туғанын килтереүҙе талап итә. Ғәйепһеҙ кешенең ғүмеренә ҡурҡыныс янағанын иҫәпкә алып, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең талабын үтәргә мәжбүр була... Артабан, Голливуд триллерҙағындағы шикелле, полицейскийҙар енәйәтсе артынан ҡыуа төшкән. Юл буйында ул ҡатынға бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, ауыр йәрәхәтләгән. Ниһайәт, Көйөргәҙе районының Ира ҡасабаһы эргәһенән йыраҡ түгел урында – Ағиҙел йылғаһы ярында – машинаны туҡтатҡандар. Руслан Аҙнабаев бер ҙә албырғап ҡалмаған, енәйәтсе ултырған машина эргәһенә тиҙ генә йүгереп килеп, табель ҡоралынан һауаға атҡан. Әҙәм аҡтығының иғтибарын бер нисә секундҡа йәлеп итеп, ҡулына бығау ҙа кейҙергән.
Бындай хәлдәр хаҡында тағы әллә күпме бәйән итергә булыр ине. Русланға: “Көн һайын кире күренештәрҙең шаһиты булып, тормош йәмен юғалтыуҙан ҡурҡмайһыңмы?” – тигән һорау бирҙек. “Һәр хәлдә, йәшәйештең матурлығын күреп, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә тырышам”, – тип яуап бирҙе беҙгә майор.
Былтыр Руслан Аҙнабаевтың хеҙмәте лайыҡлы баһаланды – ул Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Ошондай ир-уҙамандар хоҡуҡ һаҡлау ойошмаларының намыҫы, кешеләрҙең имен тормошона ышаныс булып тора ла инде.
Гүзәлиә Балтабаева




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519