Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һандар теҙмәһе түгел, ә тәҡдимдәр кәрәк
Коммуналь хужалыҡ – иң йыш тәнҡитләнгән, иң аҙ эш хаҡы түләнгән һәм кадрҙарға һәр саҡ ҡытлыҡ кисергән тармаҡ. Бер ҡараһаң, ғәжәп: уның нисек эшләүе барыбыҙҙың да тормош кимәлен, йәшәү урынында уңайлыҡтар булыу-булмауын билдәләй бит. Хатта ауыл ерендә лә һыу, газ, электр уты кеүек ресурстарһыҙ көн итеп булмай хәҙер. Ә шулай ҙа тап ошо тармаҡ артта һөйрәлә...

Шуға күрә һуңғы йылдарҙа коммуналь хужалыҡты төрлөсә үҙгәртеп ҡоралар, эш һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн ил буйлап идарасы компаниялар ҙа төҙөлдө. Ләкин Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо көндәрҙә булып үткән ултырышында ҡот осҡос һан әйттеләр: тап ошо идара итеү компаниялары йылылыҡ менән тәьмин итеү ойошмаларына быйылғы 1 июнгә ҡарата 3 миллиард 147 миллион һум түләп еткермәгән! Бурыстың иң ҙур өлөшө Өфө ҡалаһына тура килә – 2 миллиард 600 миллион һум. Ошо аҡсаның 90 проценты кисектерелгән бурыс булып тора.
– Йылылыҡ биреүсе предприятиелар бик ҡыйын хәлдә ҡалды, улар хәҙер ҡаҙанлыҡтарҙы, йылылыҡ селтәрҙәрен ҡышҡа әҙерләп өлгөрөү өсөн ҡайҙан аҡса табырға тейеш? – Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында мәсьәләнең ҡырҡыу булыуын йәшермәне. Ысынлап та, нимәгә тотонһаң да, аҡса кәрәк, был йылылыҡ менән тәьмин итеү ойошмаларына айырыуса ҡағыла. Бөтә ҡатмарлы селтәрҙе һүтеп яңыртыу, ҡала халҡына йөрөргә ҡамасаулап булһа ла асфальтты аҡтарып алыу һәм торбаларҙы алмаштырып сығыу, пар ҡаҙандарын ремонтлау кеүек күләмле эш күп ваҡыт та талап итә, шуға күрә лә бындай ойошмалар ҡышҡа яҙҙан уҡ әҙерләнә башлай. Ә хәҙер бит – йәй уртаһы...
Рөстәм Зәки улы борсоулы хәлдең өс сәбәбен атаны:
1) торлаҡ ойошмалары (нигеҙҙә, идарасы компаниялар) йылы менән тәьмин иткән өсөн халыҡ түләгән аҡсаны үҙ белдеге менән тотона, ә ҡайһы берәүҙәре хатта урлай ҙа;
2) йылыны рөхсәтһеҙ тотонған предприятиелар ҙа байтаҡ. Мөлкәтте арендаға, субарендаға алған эреле-ваҡлы хосуси фирмалар йылылыҡ селтәрен йәшерен генә һәр төрлө келәттәренә, гараждарына һ.б. тоташтырып бөтә, ә өҫтәмә майҙан өсөн түләмәй.
3) ҡайһы бер фатир хужалары ла йылы ҡулланған өсөн түләүҙе “онотоп китә”, бәғзеләренең бурысы тиҫтәләрсә мең һумға барып баҫа.
Идарасы компанияларҙың эше менән күптәр ҡәнәғәт түгел. Ундағы етәкселәрҙең үҙҙәренә бик ҙур эш хаҡы билдәләүе, ҡиммәтле автомобилдәрҙә елдереүе хаҡында хәбәрҙәр матбуғатта әленән-әле күренгеләп ҡала, ләкин ғәмәлдә үҙгәреш юҡ.
Хөкүмәт кәңәшмәһенә республиканың һигеҙ ҡалаһынан бурыстары ҙур булған 15 компания етәкселәре саҡырылғайны. Уларҙың һәр береһенә һүҙ бирелде.
– Юҡ, һеҙ һандар теҙмәһе менән һөйләмәгеҙ, – тип бүлдерҙе уларҙы республика Башлығы. – Мәғлүмәттәр миндә бар, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың да һәр береһенең алдында ята. Ниңә ошо бурыстың йыйылыуына юл ҡуйыла, уны тиҙерәк түләп бөтөү, артабан бындай хәлгә юл ҡуймау өсөн ниндәй юлдар тәҡдим итәһегеҙ?
Тураһын яҙмай булмай: сығыш яһаусыларҙан аныҡ ҡына тәҡдим ишетелмәне. Кемдәрҙер коммуналь ресурстар өсөн етештереүселәргә туранан-тура түләү проблеманы хәл итәсәк тип ышандырһа, ҡайһыһы: “Юҡ, ышаныслы юл был ғына түгел, етештереүселәр менән тура килешеүҙәр төҙөргә кәрәк, шул ғына юридик яуаплылыҡ йөкмәтәсәк”, – тип ҡаршы төштө.
– Йылы өсөн түләмәйҙәр тиһегеҙ, ә берәй арендаторға йәки фатир хужаһына ҡарата суд эше ҡуҙғатылдымы? – тип һорау бирә Рөстәм Зәки улы идарасы компаниялар етәкселәренең береһенә.
– Юҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәнек, – ти тегеһе. – Ундай урындарҙа йылылыҡ биреүҙе туҡтатып торған осраҡтар булғылай былай...
Бындай мөрәжәғәттәрҙән әллә ни фәтүә юҡ икәнлеге, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы вәкиленең сығышынан асыҡ күренде: ундағы идарасы компанияла коммуналь хеҙмәттәргә түләмәүселәргә ҡарата ҡабул ителгән 700-ҙән ашыу суд ҡарары һаҡлана. Ләкин бындай ҡарарҙарҙың үтәлеше буйынса бөтә ҡалаға бер генә суд приставы эшләй! Шуға ла эштең айҙар буйына һуҙылыуына ғәжәпләнәһе түгел.
Фатир хужалары араһында шундай ҡатлам бар: улар йүнләп бер ҡайҙа ла эшләмәй, ундай теләктәре лә юҡ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн дә бер ҡасан да тиерлек түләмәй. Ғәҙәттә, улар – фатирҙы дәүләттән бушлай алыусылар һәм “тағы ла Хөкүмәт түләр әле” тип көтөп ятыусылар. Уларҙы судҡа биреү көткән һөҙөмтәгә килтермәй, сөнки был фатир ошо ялҡау ғаиләнең берҙән-бер торлаҡ майҙаны булһа, уларҙы ҡайҙалыр күсерергә кәрәк. Запас майҙанды муниципалитет нисек табып бөтһөн? Ә бурысты ҡаплатырлыҡ башҡа мөлкәт ундай ғаиләләрҙә, ғәҙәттә, булмай.
Хәҙер йылылыҡ, һыу, газ, электр уты етештереүселәр менән туранан-тура иҫәпләшеүгә күсеү башланды. Икенсе төрлө әйткәндә, идарасы компаниялар был аҡса ағымынан ситләштерелә, улар торлаҡты файҙаланыу менән генә мәшғүл. Артабан хәл үҙгәрерме, юҡмы – тормош күрһәтер. Шулай ҙа быға саҡлы йыйылып өлгөргән бурысты түләтеү һаман да көнүҙәк булып ҡала әле.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518