Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өфөбөҙ бигерәк матур!
Өфөбөҙ бигерәк матур! V класс уҡыусылары менән Өфөгә сәйәхәт ҡылырға тигән хыялыбыҙ көтмәгәндә тормошҡа ашты: лицей-интернаттың 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан “Доплайн” туристик компанияһы экскурсия ойошторҙо.

Беҙҙе милли батырыбыҙ Салауат Юла­ев­тың Ағиҙелдең текә ярында урын­лашҡан мөһабәт һәйкәле ҡаршыланы. Унан йәмле Өфөгә аяҡ баҫ­тыҡ. Бигерәк матур беҙҙең баш ҡала! Ул һаман да күркәмләнә, төҙөк­ләндерелә.
Өфө буйлап сәйәхәт Дуҫлыҡ монументынан башланды. Бында беҙгә ҙур бүләк яһаған “Доплайн” туристик ком­панияһы директоры Гөлниса Аҡбашева менән осрашҡас, юлды Иҫке Өфө буйлап дауам иттек. Экскурсовод Гүзәл һы­лыу беҙҙе тарихи урындар менән та­ныштырҙы, бихисап мауыҡ­тырғыс мәғлүмәт бирҙе. Артабан Салауат Юлаев һәйкәленә табан йүнәлдек. Ба­шын ғорур күтәреп арғымаҡта сабып бар­ған, ҡасандыр тыуған ере, азатлыҡ өсөн көрәшкән милли батырыбыҙ һы­ны­на һоҡланып ҡарап торҙоҡ, фотоға төштөк.
Артабан “Макдональдс”та тамаҡ ял­ғаныҡ. Унда Гөлниса Шамил ҡыҙы ба­ла­ларға волейбол, футбол уйындары өсөн туп, уҡыу әсбаптары, портфель бүләк итте, яҡшы уҡырға, сит телдәр өй­рәнергә кәрәклеге хаҡында әйтте. Унан “Родина” кинотеатрында мажаралы фильм ҡараныҡ. Дим ҡасабаһындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ла балаларға ифрат оҡшаны.
Көн бик тиҙ үтте. Баш ҡалаға сәйә­хәт­тән рухи көс, күңел көрлөгө алып ҡайт­тыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: “Доплайн” хеҙ­мәткәрҙәре менән хушлашып, автобуста ҡуҙғалып ҡына киткәйнек, ямғыр яуып ебәрҙе. Әйтерһең дә, Аллаһ Тә­ғәлә беҙгә аҡ юл теләй һәм туристик ком­пания хеҙмәткәрҙәренең изге эшен тәбрикләй ине. Балаларға онотолмаҫ сәйәхәт ойошторған “Доплайн”дың директоры, яҡташыбыҙ Гөлниса Аҡба­ше­ваға, ихлас хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, эштәрендә уңыш теләйбеҙ.

Гөлсәсәк ШӘРИПОВА,
лицей-интернат уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506